27.05.2019 Йондоҙнамә (27 май - 2 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна бер аҙ икеле килер. Шулай ҙа кире ваҡиғалар һеҙҙе урап үтер. Был хәл даими иғтибар һәм уяулыҡ талап итә. Кесе йоманан һуң һәйбәт хәбәр ишетерһегеҙ.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Бәғзеләрҙе был арала аҡса мәсьәләләре борсор. Ысынында, хәлегеҙ бигүк насар түгел. Сығымдарығыҙҙы бер аҙ ҡыҫҡартыу ҙа етер. Кемгәлер яңы танышығыҙҙың оҡшамауы ла ихтимал. Тәүге фекерҙәрҙең хаталы булыуы ла мөмкин.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна араһындағы сәфәрҙәрегеҙ уңышлы үтер. Аралашыуҙар ҙа өмөтлө булыр һымаҡ. Таныштарығыҙҙан файҙалы хәбәр ҙә ишетерһегеҙ. Йомала күп көс түгерһегеҙ, ә һөҙөмтәһе бик аҙ булыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡайһы ваҡыт уйламай эш итеүегеҙ зыян килтерер. Иғтибар үҙәгендә булырға тырышыуығыҙ дошмандарҙы күбәйтер. Был йәһәттән шишәмбе айырылып торор. Артабан һағыраҡ булһағыҙ, аҙнаны һәйбәт тамамларһығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Ҡәҙимге осор. Шаршамбыла төрлө дәғүәнән ары торорға тырышығыҙ. Ғөмүмән, кире ҡараштағы кешеләр менән мөмкин тиклем аралашыуҙы кәметегеҙ. Аҙна араһында туғандарығыҙҙан яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Бүләк алыуығыҙ ҙа бар.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Элегерәк алған кәңәш иҫегеҙгә төшөр. Заманында уға ниңәлер иғтибар бирмәгәнһегеҙ. Был хәл арҡаһында ниндәйҙер күптәнге хатағыҙҙы төҙәтә алырһығыҙ. Йомала күптәр һирәк осрай торған бәхетле мәл кисерер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һуңғы ваҡытта булышҡан эшегеҙ көтмәгәндә туҡтап ҡалыр. Һис уйламаған ҡыйынлыҡтарҙы хәл итеү өҫтәмә көс талап итер. Шуға күрә киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙ үҙгәрер. Ниндәйҙер сәфәрҙе лә кисектерергә тура килер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Яңы белем алыу, һөнәр үҙләштереү яҡшы барыр. Эшегеҙ күп булыуға ҡарамаҫтан, барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ. Осрап торған ҡыйынлыҡтар һеҙҙе дәртләндереп кенә ебәрер. Шулай ҙа үҙегеҙгә ял бирергә лә онотмағыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Бәғзеләр күптән көткән хәбәрҙе ишетер. Был арала ниндәйҙер ҙур эште башлап ебәрерһегеҙ һымаҡ. Үҙ фекерегеҙҙе, һүҙегеҙҙе яҡлағыҙ. Шишәмбелә оло йәштәгеләрҙең әйткәндәренә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һуңғы яңылыҡтарға ҡарап, ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙан баш тартырһығыҙ. Сәфәргә әҙерләнгәндәр ҙә уны кисектерергә мәжбүр булыр. Шаршамбыла кемдер һеҙгә күптәнге үпкәһен белдерер кеүек.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна ҡыйынлыҡтарһыҙ булмаҫҡа оҡшай. Ҡайһы ваҡыт яҡшы белгән кешеләр менән дә уртаҡ тел табыу ауырлашыр. Шаршамбы һәйбәт яңылыҡтар килтерер, моғайын. Аҡса йәки бүләк алыуығыҙ бик ихтимал. Башҡа көндәр тыныс һәм файҙалы үтер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Башығыҙҙа яңы уй-фекерҙәр бер-бер артлы тыуып торор. Уларҙың күбеһен бойомға ашыра алмаһағыҙ ҙа, үҙегеҙҙе ышаныслы тойорһоғоҙ. Был аҙнала һеҙҙе өмөтлө танышыуҙар ҙа көтә. Йондоҙҙар тәнҡит һүҙҙәренә ҡарата иғтибарлыраҡ булырға ҡуша.