«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йыры менән йәмләй тормошто



08.02.2011 Йыры менән йәмләй тормошто

Поезда китеп барам. ҡаршымда өс ҡатын-ҡыҙ ултыра: Мәүлиҙә апай, уның синыфташы Гүзәл апай һәм Гөлнара. Өсөһөндә өс төрлө яҙмыш. Уларҙы 20 йылдан ашыу беләм. Сөнки йәшлегем Иглин районының Яңы ҡыбау ауылында үтте... Улар өсөһө лә матур итеп йырлай, өҙҙөрөп бейей ине. Бөгөн Мәүлиҙә апай хаҡында һөйләмәксемен.
Ул 1958 йылдың 16 сентябрендә Иглин районының Сабит ауылында тыуған. 1975 йылда Иҫке ҡыбау мәктәбен тамамлай. Уның талантын, уңғанлығын күреп, директор мәктәптә эшкә ҡалыуын һорай. Мәүлиҙә апай риза була һәм пионервожатый булып эшләй башлай. «Мин китһәм, әсәйем яңғыҙы ни эшләр?» – тип уйлай ул, шуға күрә лә Стәрлетамаҡ институтына ситтән тороп уҡырға инә.
Мәктәптә эшләү менән бер рәттән, бөтөн концерттарҙа ҡатнашырға ла өлгөрә. Мәүлиҙә апайһыҙ бер байрам да үтмәй. Спектаклдә уйнаумы, Яңы йыл байрамдарында ҡарһылыу булыумы – һәр төп ролде Мәүлиҙә апай башҡара. Ундай ҡыҙға күҙ атыусылар ҙа әҙ булмағандыр. Мәүлиҙә апай Иглиндың иң сибәр егете менән яҙмышын бәйләй. Йәштәр ең һыҙғанып донъя көтә. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Роза, Зөһрә тыуа. Мәүлиҙә апай сәскәләрҙе, йондоҙҙар­ҙы ярата. Шуға ла ҡыҙҙарына сәскә һәм йондоҙ исемдәрен ҡуша.
ҡыҙҙары ла матур бейей, әсәләре кеүек йырға оҫта. Мәүлиҙә апайҙың район конкурстарында ҡатнашыуын күреп, Мәғфирә Ғәлиева, ҙур сәхнәгә сығарам, тип, Өфөгә саҡыра. Ғаиләһен, балаларын, әсәһен уйлап, Мәүлиҙә апай был тәҡдимдән баш тарта. «Әсәйем беҙҙе йырлап йоҡлатты, йыры менән уятты, һәр саҡ ҡолаҡта уның тауышы сыңлай», – тип һөйләй ҡыҙҙары.
Мәүлиҙә апай боронғо йырҙарҙы күп белә, шаян йырҙарҙы ла йырлай.
– Ул сәхнәгә сыҡһа, 10 – 15 йыр йырламайынса беҙ риза булмай торғайныҡ. Ул йырлаһа, һыуһағандар һыу эскәндәй булыр ине, – ти ауылдаштары Мәүлиҙә апай хаҡында. ҡыҙы Зөһрә менән бергәләп тә йырлайҙар.
Бөгөн Мәүлиҙә апай ғаиләһе менән күңелле йәшәй. Тормош иптәше Рәфис ағай өҙҙөрөп гармунда уйнай, матур йырлай. Уларҙың икәүләшеп «Үтте лә китте йәшлегем», «Ике аҡҡош» йырҙарын йырлағанын ишетеп, хайран ҡалдым.
Рәфис ағай гармунда уйнай башлаһа, уға ике ҡыҙы, өс ейәне, бер ейәнсәре ҡушыла. Ә инде шаян, дәртле йырға ейәнсәре Ралина бейергә төшә, уға ҡушылып бер йәшлек Айбулат та бейей. Таһир ейәненең дә тауышы матур. Ике ҡыҙы ла юғары уҡыу йортон тамамлап, тормошта үҙ юлдарын табып, гөрләтеп донъя көтә.
«Йыр йәшәртә мине, йырһыҙ йәшәй алмайым», – ти һәүәҫкәр йырсы Мәүлиҙә апай.

Л. ХАРУНОВА.
Мәләүез ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға