«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Рәхмәт һиңә, изге йөрәкле хат ташыусы!



08.02.2011 Рәхмәт һиңә, изге йөрәкле хат ташыусы!

Мәсетле районының Һөләй­мән ауылында почтальон булып эшләүсе, изгелекле, ҡыйыу, оло йөрәкле Анфиса Кашаф ҡыҙы Сафина тураһында яҙмаҡсымын. Был хәл былтыр июнь айында булды. Мин улым Рәмил, тормош иптәшем Рәис менән Өфөнән Екатеринбургҡа ҡайтып бара инек. Көтмәгәндә иптәшемдең хәле насарланып китте. «Хәлем бөтә, тын алыуы ауырлашты», – тигәс, беҙ туҡтаныҡ. Сөнки ирем йөрәк сирле. Үткән машиналарға улым ҡул күтәреп ҡарай, тик береһе лә туҡтамай. Ошолай ни эшләргә белмәй торған саҡта, юл ситенән беҙҙең яҡҡа табан бер ҡатын килгәнен күреп ҡалдыҡ. Улым тиҙ генә уның эргәһенә йүгерҙе һәм хәлебеҙҙе аңлатып бирҙе. Нимә булғанын аңлағас та, ул беҙҙең эргәгә йүгерә-атлай килеп тә етте.
Үҙебеҙ менән дарыу, уколдар йөрөтәбеҙ, әммә укол яһай белмәйбеҙ. Анфиса һеңлем, тиҙ генә әҙерләп, иремә укол эшләне, уның хәле яҡшырғансы беҙҙең менән ултырҙы.
Яғымлы, итәғәтле генә итеп һөйләшеп, беҙҙе тыныс­ландырырға тырышты. Ярҙам ҡулы һуҙғаны өсөн аҡса тәҡдим иттек, әммә ул баш тартты. «Миңә һеҙҙең яҡшы теләгегеҙ һәм оло рәхмәтегеҙ етә», – тине. Анфиса Кашаф ҡыҙы кеүек ошондай ярҙамсыл, изгелекле, оло йөрәкле кешеләр күберәк булһын ине.
Анфиса һеңлем, беҙгә сит-ят кеше тип тормай ярҙам ҡулы һуҙғанығыҙ өсөн һеҙгә бик ҙур рәхмәт. Хоҙай үҙегеҙгә сәләмәтлек, тәүфиҡ, ғаилә бәхете бирһен. Балаларығыҙҙың изгелеген күреп йәшәгеҙ.

Йәзилә МУСИНА.
Екатеринбург ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға