«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Пионер булмауыма үкенәм



19.05.2019 Пионер булмауыма үкенәм

Линейка. Борғо һәм барабан тауыштары. Беҙҙән бер класҡа ҙур уҡыусыларҙы пионерға алалар. Онотолмаҫлыҡ ваҡиға! Йөрәк дөп-дөп тибә. Галстук таҡҡан өр-яңы пионерҙарҙан көнләшеүле ҡарашты алып булмай. Тиҙҙән беҙ ҙә пионер буласаҡбыҙ, тигән уй күңелдәрҙе йылыта. Йондоҙсоҡто һыйпай-һыйпай, “Һәр ваҡыт әҙер!” – тип ант бирәсәгебеҙҙе күҙ алдына килтереп хыялланабыҙ. Әлегә Ленин бабайҙың ейәндәребеҙ. Класс кабинетында йылмайып ҡарап тора үҙе. Уның: “Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға!” тигән һүҙҙәре бер ҡасан да хәтерҙән сыҡмай. Тәртип боҙһаң, портрет уҫалланып киткән кеүек – бабай ҡаштарын төйөп ҡуя, ә уңыштарыңа ихлас ҡыуана һәм хуплап йылмая.

Октябрят ҡына булһаҡ та, Пионер байрамына беҙҙе лә эйәртәләр. Байраҡ тотоп, барабан ҡағып, борғо ҡысҡыртып, артабан урманға йүнәләбеҙ. Алдан барған пионерҙарға ҡарап, барыһы ла һоҡлана, ә беҙ ҡыҙығабыҙ. Тиҙерәк пионер булғыбыҙ килә шул...

Ләкин, бик теләһәк тә, беҙгә сират еткәндә генә пионерға алыуҙы туҡтаттылар. Был хаҡта белгәс, бала күңеле менән ғәҙелһеҙлекте ҡабул итә алмай, класыбыҙ менән иланыҡ. “Йыл буйына ошо миҙгелде көттөк, галстуктарыбыҙ күптән әҙер! Йырҙарын да күптән ятлағанбыҙ! Отряд, дружина сборҙарында ла ҡатнаша алманыҡ!” Минең өсөн мәктәп йылдарының иң ауыр хәтирәләренең береһе был көн. Шулай итеп, ауыл тарихында беҙ мәңгелек октябряттар булып ҡалдыҡ.

Уттай галстуклы пионерҙарҙы, йыйындарҙы, уҡыусыларҙың ысын дуҫы булған пионервожатыйҙарҙы, дөрләп янған усаҡтарҙы һағыныусылар илебеҙҙә миллионлаған. Кемде тотоп һораһаң да, галстуклы йылдарым – күңелемдең иң яҡты хәтирәләре, тип яуап бирәсәк. Пионер лагерҙары, усаҡ янындағы йырҙар, дружина штабы, “Зарница” уйыны, макулатура, металл һыныҡтары йыйыу – яҡты һағыныу тыуҙырған иҫтәлектәр. Пионер ойошмаһының тыуған көнө булған 19 май хәҙер бер ниндәй ҙә иҫтәлекле көн түгел. Ҡасандыр уҡыусылар ғына түгел, өлкәндәр өсөн дә берҙәмлек һәм дуҫлыҡ хистәрен нығытҡан ысын байрам ине.

Был идея Надежда Крупскаяның башына килгән, тиҙәр. Ул “формаһы буйынса скаут, ә асылы буйынса коммунистик” балалар ойошмаһына нигеҙ һалырға тәҡдим иткән. Тарихҡа күҙ һалғанда, Мәскәү урамдарында тәүге пионер отрядтары 1922 йылда күренә башлай. Тиҙҙән барлыҡ ҡала-ауылда пионер ойошмалары төҙөлә. Бөтә Союз пионер ойошмаһы балаларҙы Ватанға һәм халыҡҡа тоғро булырға, ололарҙы хөрмәт итергә, бәләкәйҙәргә ярҙамға килергә өйрәткән, тәртипкә өндәгән. Тиҙ арала совет йәмғиәтенең мөһим ҡатламы булып үҫешкән пионерҙар золом йылдарында власть тарафынан оҫта файҙаланыла. Бар ҡушылғанды урын-еренә еткереп эшләргә ынтылған йәш ленинсыларға оҡшамаған хәл-ваҡиға, кешеләр хаҡында тәнҡит яҙырға тәҡдим ителә. Уҡытыусы, вожатый, күрше – пионерҙарҙың төрлө инстанцияға тырышып-тырмашып донос яҙыуы, уйлап ҡараһаң, өҫтәгеләрҙең намыҫында. Сөнки ошаҡсылар тәр­биәләү идеологияның мөһим йүнә­лештәренең береһе була. Совет кешеһе өсөн ошаҡлашыу тормошто яҡшыртыу, маҡсатҡа ирешеү өсөн кәрәк, тип һеңдерелә бала аңына. Хатта матбуғатта ялыу жанры барлыҡҡа килә, ә Павлик Морозов дәүер геройына әйләнә. “Ни өсөн Павлик атаһы һәм бабайын ошаҡларға ҡурҡмаған?” – тигән һорауға: “Сөнки ул – ысын пионер. Дошманды дуҫтан айыра белгән”, – тип яуап ҡайтарған һәр һаны һайын ялыу яҙыусы балаларҙы данлаған “Пионерская правда” гәзите. Ата-әсәһен, туғандарын аттырған йәки төрмәгә ултыртыу­сылар “Артек” лагерына путевка, исемле сәғәт һәм “Ленин ейәндәре” гәзитенә подписка менән бүләкләнгән. Ил буйлап ошаҡсы балаларҙы үлтереү осраҡтары йышайған – һәр аҙымды күҙәтеп, аңдып йөрөүселәр кемгә оҡшаһын.

Ни тиһәң дә, Бөйөк Ватан һуғышында пионерҙар үҙҙәрен тулыһынса аҡлай: ололар менән бер рәттән ер һөрә, икмәк сәсә, станок артына баҫа, фашистарға ҡаршы йәнен аямай көрәшә. “Пионер – фронтҡа!” девизы аҫтында фронтовик ғаиләләренә, госпиталдәргә, балалар йорттарына шефлыҡ итә, утын әҙерләй, ауыр эштәрҙе башҡара. Ә һуғышта герой пионерҙарҙың ҡылған батырлыҡтары?! Тап ошо йылдарҙа тимурсылар хәрәкәте нығынып китә. Бер нәмәгә лә битараф булмаған, тирә-йүндәгеләргә изгелек ҡылыу, эште ысын күңелдән башҡарыу, тормошто тағы ла матурыраҡ, мәғәнәле итеү өсөн тырышҡан пионерҙың абруйы арта. Совет тәрбиә мәктәбе балалар һәм үҫмерҙәр менән эшләүҙең ыңғай традицияларын булдыра.

Ләкин “ҡаҡшамаҫ Союз” менән бергә уны бер бөтөн иткән ойошмалар ҙа зым-зыя юҡҡа сыҡты. Бөгөн 35 йәштән йәшерәктәр өсөн пионерия – “Рәсәй тарихы” әсбабындағы ни бары ярты битлек мәғлүмәт.

Яңы Рәсәй әле булһа ла балаларҙы ойошторғандай бер ниндәй ҙә ойошма төҙөй алманы. Тотош пиарсылар, имиджмейкерҙар һәм башҡа төрлө сәйәси концепция эшкәртеүселәрҙең армияһы булып та, бөгөнгө сәйәс­мәндәрҙең балалар һәм үҫмерҙәрҙең заманса ойошмаһын булдырыуға һәм үҫтереүгә ваҡыты юҡ. Балаларҙың “эмо”, “гот”, “панк”, “риветхед” һәм башҡа неформалдарға әйләнеүенә зар һис тә тынмай. Ә бала өсөн ниндәйҙер бер ойошмаға берләшеү мөһим бит. Тик йәштәрҙең энергияһын изге эшкә йүнәлтеп, илебеҙгә ышаныс, һөйөү тәрбиәләү ҡайғыһы – төштән кире. Урындарҙа төрлө хәрәкәт, йүнәлеш, балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу, һәләтен үҫтереү буйынса лагерҙар, әлбиттә, бар. Баланы урамдан һаҡлап ҡалыуҙың төрлө юлы эҙләнә, тик тотош ил масштабында түгел. Ниндәй генә йәмәғәт ойошмаһы, хәрәкәт булһа ла, улар киләсәк быуынға Ватаныбыҙҙың лайыҡлы шәхесе булып үҫергә булышлыҡ итһен ине.

... Пионер йылдарын һағына ололар. Берәү – байраҡ йөрөтөүсе, икенсеһе – отряд командиры, өсөнсөһө тимурсылар командаһының рәйесе булған. Был хаҡта хәтирәләрен яңырта башлаһалар, уларҙы туҡтатырлыҡ түгел. Хатта шәхси байрамдарын “пионер сборы” итеп ойоштора, барабан һуға, речевка һөйләй, йырҙарын йырлай. Ғөмүмән, ике тиҫтә йыл элек ҡырып-ватып ташлаған, күрә алмаған совет йәшәйешебеҙ хәҙер модаға инде, ти социологтар. Һуңғы йылдарҙа СССР-ға булған кире мөнәсәбәт кинәт яҡшыға үҙгәрҙе. Совет фильмдарын ҡарайбыҙ (бик күп режиссер ошо осор фильмдарын төшөрә башланы), йырҙарын тыңлайбыҙ, ауыҙ ҡоротоп, тауарҙарының сифатын маҡтайбыҙ. Нимә был, СССР-ҙы һағыныумы әллә тик бала саҡты, йәшлектеме?

Изге идеяларға инанған, юғары әхлаҡ өлгөһө булған шәхестәргә оҡшарға тырышҡан быуын тағы барлыҡҡа килерме, бына нимә борсой күптәрҙе. Әлләсе. Беҙҙән һуң бер ниндәй йүнәлеш тәьҫире татымаған тотош бер быуындың “Пионер булып та, комсомол булып та өлгөрмәнем. Пенсионер булып та өлгөрмәҫмен, ахыры” тигән көләмәсе киң таралды былай.

Их, пионер булып өлгөрмәүемә үкенәм...





Автор: Л. Хәлитова
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға