«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (13-19 май)



13.05.2019 Йондоҙнамә (13-19 май)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Яуаплы осор. Һәр яңы эшкә алдан ныҡлап уйлағандан һуң ғына тотоноғоҙ. Шаршамбыла килеп сыҡҡан ҡытыр­шылыҡтарҙа үҙегеҙҙең ғәйебегеҙ ҙә ҙур булыр һымаҡ. Был аралағы хәлдәр һеҙҙән даими түҙемлек һәм сабырлыҡ талап итә.
[b]
һыуғояр (21.01 – 19.02)

Үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе самалап эш итеүегеҙ дөрөҫ булыр. Ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙы ваҡытлыса кисектереп торорға тура килер. Юғиһә байтаҡ көсө­гөҙҙө юҡҡа сарыф итеүегеҙ ҙә ихтимал. Ниндәйҙер күптәнге мөнәсәбәттәрҙе юғалтыуығыҙ мөмкин.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар тиҙ үҙ­гәреүсән булмаҡсы. Ғөмүмән, улар күп­селек осраҡта ыңғай көтөлә. Ҡатмарлы мәсьәләләрҙе ҡәҙимгенән күпкә еңелерәк хәл итерһегеҙ. Матди хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Ниндәйҙер туғанығыҙҙан ярҙам алырһығыҙ кеүек.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Әүҙем эш итергә теләгегеҙ көсәйер. Тик көсөгөҙҙө тейешле яҡҡа йүнәлтергә генә кәрәк. Был арала мотлаҡ ҡайһы бер уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Таныш булған эште башҡарғанда ҡәнәғәтлек алырһығыҙ. Йомала уйламаған яҡтан бүләк көтөгөҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна бер аҙ мәшәҡәтле килер. Күпселек осраҡта үҙ көсөгөҙгә генә таянырһығыҙ. Башҡаларҙан әллә ни ярҙам һәм кәңәш көтмәгеҙ. Шаршамбыны һәйбәт үткәрһәгеҙ, артабан еңеллек кисерерһегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Дүшәмбе-шишәмбене файҙалы үткә­рерһегеҙ. Артабан төрлө уйламаған хәл ҡамасаулап торор. Кесе йомала хатта төшөнкөлөккә бирелеүегеҙ ҙә ихтимал. Әйткәндәй, бының өсөн етди сәбәп тә юҡ кеүек. Йомалағы ваҡиғалар кәйефегеҙҙе күтәрер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һәр саҡтағыса, өйҙә лә, эштә лә ваҡ-төйәк мәсьәләләр даими борсоп торор. Уларҙы ыңғай хәл итергә тәжрибәгеҙ етер, моғайын. Шаршамбы ғына бер аҙ ҡыйыныраҡ көтөлә. Йондоҙҙар ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға ҡуша.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Һеҙҙе өмөтлө осор көтә. Әүҙем эшмәкәрлек өсөн көс-дәртегеҙ ҙә етерлек булыр. Шаршамбыла алдығыҙҙа өр-яңы мөмкинлектәр асылыр. Уларҙың хатта бер аҙ көтөлмәгәнерәк булыуы ла ихтимал. Башҡа көндәр ҙә һәйбәт үтер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Бөтә көн дә файҙалы үтер. Шишәмбе-шаршамбыла уңыштарығыҙ бигерәк тә һиҙелерлек булыр. Аҡса яғынан йома айырылып торор. Кемдер элек алған бурысын ҡайтарыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Үткән ваҡиғалар яйлап онотола барыр. Уларҙан фәһем алырға онотмағыҙ. Был арала тормошоғоҙға яңылыҡтар инде­рерһегеҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарҙы мотлаҡ бойомға ашыра алырһығыҙ. Быға бер ҙә шикләнмәгеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында уйламаған хәлдәргә осрауығыҙ бар. Мәсьәләләрҙе хәл иткән­дә яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алыуҙан ҡурҡмағыҙ. Ҡайһы ваҡыт кәңәшләшергә ваҡытығыҙ ҙа булмаҫ. Шулай ҙа барыһы ла ҡулығыҙҙан килер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар үтә үҙгәреүсән булмаҡсы. Йыш ҡына ашығыс рәүештә ҡарарҙар ҡабул итерһегеҙ. Хаталаныуығыҙ ҙа мөмкин. Уларҙы төҙәтергә һәр саҡ әҙер булығыҙ.





Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға