«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Йондоҙҙар” рецебы буйынса шешлек бешерәйек



11.05.2019 “Йондоҙҙар” рецебы буйынса шешлек бешерәйек

1 Май Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы ғына түгел: был көндә беҙ ысынлап ҡара ергә аяҡ баҫабыҙ. Ысын хеҙмәт көндәре башлана ла инде: экологик өмәләр, баҡсала йәшелсә сәсеү, картуф ултыртыу, сүп-сар йыйыу һәм башҡалар. Беҙҙең халыҡ эштән ҡурҡмай: яҙҙан алып аҡ ҡар ятҡансы үҙ хужалығында тир түгә. Майҙың оҙайлы ялдарында ла иртәнән алып эшләй-эшләй ҙә, кискеһен, ғәҙәттә, шешлек бешереп, байрам табыны ҡора. Кемдер ғаиләһе менән, кемдер дуҫтарын саҡыра.

Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, билдәле һәм йәш йырсыларҙан шешлек бешереү буйынса үҙенсәлекле рецептар йыйҙыҡ. Һеҙ ҙә бешереп тәмләп ҡарағыҙ. Алда бит байтаҡ байрам көндәре көтә.

Шешлек миҙгеле асыҡ тип иғлан ителә!




Сибай концерт-театр берләшмәһе йырсыһы Айгөл ӘСӘҘУЛЛИНАның рецебы:
– Мин шешлеккә тигән итте мотлаҡ кистән маринадлап ҡуям. Һарыҡ йәки тауыҡ итен турағас, өҫтөнә бер лимондың һутын һығырға. Ике баш һуған, самалап тоҙ, 2 ҡалаҡ майонез, махсус тәмләткестәр һалып (теләүселәргә лимон ҡабығын да турап өҫтәргә була) бутарға ла, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Аш һеркәһен бер грамм да һалмайһың. Төнө буйы иткә лимон һуты һеңеп, үҙенсәлекле тәм бирәсәк.
Шешлекте табынға мотлаҡ йәшел һуған, ҡыяр һәм помидорҙан эшләнгән салат менән бирәм.




Йырсы Айрат ЗИННӘТОВ өсөн, әлбиттә, айырма юҡ: уға йәй ҙә, ҡыш та шешлек миҙгеле. Был ризыҡты яратҡас, мотлаҡ айына бер нисә тапҡыр бешереп тора.
– Тауыҡ итен шампурҙарға теҙерлек итеп турарға ла, ҡапҡаслы һауытҡа һалырға. 3 кг тауыҡ итенә 1 кг башлы һуған алып, ярым түңәрәкләп турап өҫтәргә. Паприка, кориандр, ҡара борос, тоҙ һалып, ҡул менән ныҡлап бутарға. Һуғандың һуты сығырға тейеш.
Итте һауытҡа тигеҙләп һалғас, уны бер иле генә ҡапларлыҡ итеп газлы минераль һыу ҡойорға. Өҫтөн ябып, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ултыртам. Иртәнсәк шешлек бешерергә әҙер буласаҡ. Ит ҡоро булмаһын өсөн бешергән саҡта минераль һыу йәки шешлек маринадын һибеп торорға кәрәк.



Айнур МАНСУРОВТЫҢ ғаиләһе лә шешлек ярата. Даниэль атаһына бешерешергә ярҙам итеп, янынан китмәй. Ҡамасаулап йөрөһә лә, йырсы улын әрләмәй, киреһенсә, эргәһендә йөрөтөргә тырыша.
– Беҙ шешлекте тик тауыҡ йә күркә итенән генә әҙерләйбеҙ. 1 кг иткә самалап тоҙ, кориандр, ҡара борос, туралған 3 баш һуған, бер эре болгар боросо (теләк буйынса майонез һәм аш һеркәһе лә алырға була) һалып бутарға.
Әрселгән 2-шәр кивины һәм һуғанды блендер менән иҙергә. Уны иткә һалып бутарға ла, 30 – 60 минутҡа һалҡын урынға ҡуйырға. Артабан инде бешерергә лә була. Был рецепт көтмәгәндә ҡунаҡтар килгәндә әҙерләргә яйлы: итте маринадта оҙаҡ тоторға кәрәкмәй.




“Тархан” төркөмө солисы Ринат ҒАЙСИН:
– 1 Май көнө беҙ көнө буйы эш менән булабыҙ ҙа, кискә табан шешлек бешереп, дуҫтар менән саф һауала табын ҡорабыҙ. Яратҡан ризыҡты әҙерләүҙең төрлө рецебын беләм. “Йәшлек” уҡыусыларына ҡайным Рәфҡәт Рәис улы Ибраһимовтан өйрәнгән үҙенсәлекле шешлекте бешерергә өйрәтәм.
1 кг һарыҡ ите иҫәбенә 1 ҡалаҡ гәрсис, 50 мл үҫемлек майы, ярты ҡалаҡ бал, самалап хмели-сунели тәмләткесе, тоҙ, ҡара борос алына. Уларҙың барыһын да ҡалын полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып бутарға ла, 3 сәғәткә ултыртып торорға. Ваҡыты-ваҡыты менән һелкетеп, бутап торорға кәрәк. Бешергәндә бүленеп сыҡҡан һутты һибеп торһаң, тағы ла тәмлерәк була.




Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы
Иҙел АРАЛБАЕВ:

– Шешлек бешереү буйынса үҙемде белгес тип әйтә алмайым. Шулай ҙа уны әҙерләүҙең бер нисә ысулын беләм. Кефир йә ҡатыҡ менән маринадлаһаң, ит тиҙ өлгөрә. Ҡапыл ғына табын ҡорорға булһаң, ошо рецепт ҡотҡарасаҡ.
1,5 – 2 кг иткә йоҡа түңәрәктәргә туралған уртаса ҙурлыҡтағы бер лимон, һуған, махсус тәмләткестәр, йәшел укроп, тоҙ, ярты литр кефир йә ҡатыҡ, дүрт өлөшкә бүленгән 3 помидор һалып бутарға. Итте был осраҡта йоҡа киҫәктәргә турау отошло буласаҡ. Ике сәғәттән шешлекте бешерә башларға мөмкин.



Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Фирүзә ПАРИЖ шешлекте файҙалы ризыҡтар рәтенә индермәй. Шуға ул уны бик һирәк бешерә, ә сусҡа итенән әҙерләнгәнде бөтөнләй ашамай.
– Гранат һутында әҙерләнгән шешлек бик тәмле килеп сыға. 100 г майонезды 50 г аджика тәмләткесе менән бутарға. 2 кг итте – киҫәктәргә, ярты кг һуғанды ярым түңәрәктәргә турарға. Ярты литр гранат һутына 100 мл соя соусы, майонезлы аджиканы һалып бутарға ла, ит өҫтөнә ҡойорға. Ҡул менән яҡшылап бутағас, һалҡын урынға ултыртырға.
Һарыҡ ите – 10, тауыҡ ите 6 сәғәттән бешерергә әҙер була.





Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға