13.05.2019 Эх, был чаттар! Бөтөнләй теңкәне ҡороттолар!
йәғни Мәғәнәһеҙ диалогтар күпме ваҡытты ала
Яңыраҡ интернетта шундай мәҡәләгә юлыҡтым. Ул чаттарҙағы мәғәнәһеҙ һөйләшеүгә арналғайны. Был, әлбиттә, тәрән уйға һалды. Һәм мин дә үҙ фекеремде еткерергә булдым.
Мәктәп чаты, балалар баҡсаһы чаты, уларға тағы ла ҡушып, уҡытыусыһыҙ һәм тәрбиәсеһеҙ атай-әсәйҙәрҙеке. Ошо төп чаттарға башҡалары ла ҡушыла. Ҡайһы саҡ улар миңә бөтөнләй кәрәкмәгән һәм мәғәнәһеҙ булып күренә. Тик нимә эшләргә, заманаһы шулай бит, замана менән бергә атлау зарур.
Әлбиттә, чаттарҙы мөһим мәғлүмәттәр өсөн асалар. Унда уҡытыусылар, тәрбиәселәр, әсәйҙәр һәм һирәк осраҡта атайҙар әңгәмә ҡора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр чатты һүҙ бутҡаһына әйләндерә. Был сығырҙан сығара. Ошоға ҡыҫҡа ғына миҫал: «Балалар баҡсаһында иртәнге гимнастикаға аҡ футболка, ҡара шорты һәм чешкалар кәрәк», – тип яҙа тәрбиәсе. Бер ҡараһаң, был ҡыҫҡа ла, аңлайышлы ла мәғлүмәт кеүек. Һәр кем ҡараны – ҡара, аҡты – аҡ тип белә. Юҡ-юҡ, был төҫтәрҙе ҡайһы бер әсәйҙәр айырмай икән. Шунан китә һүҙ теҙмәһе:
– Ҡарамы, ә бәлки ҡарағусҡыл зәңгәр төҫ тә ярайҙыр?
– Минең ҡыҙымдың шортыһы юҡ, велосипедка барамы?
– Ә минең улым тулы кәүҙәле, уға был әйберҙәр бөтөнләй килешмәй, үткән йыл алғандары ярамай...
– Улығыҙға фастфудты әҙерәк ашатығыҙ! Макдоналдс, Киэфсиға әҙерәк йөрөп, өйҙә күберәк бешеренергә кәрәк... Шунда ябығырһығыҙ...
– Беҙҙең ҡайҙа туҡланғанда һеҙҙең эшегеҙ булмаһын!
– Ә алһыу футболка мөмкинме икән?
– Был форманың ҡағиҙәһен кем индерҙе? Мин ялыу яҙам!
– Һоро төҫтәге шорты менән килһәк буламы?
Әле был бер чаттың ғына мәңге сиселмәҫ мәсьәләһе, ә улар миндә күп. Хатта ҡайҙа, кем нимә яҙышҡанын уҡып өлгөрөп тә булмай. Тәрбиәсе, уҡытыусы тарафынан яҙылған һәр мәғлүмәт ошондай мәғәнәһеҙ полилог менән тамамлана. Бының менән генә бөтһә әле... Тәрбиәсе, уҡытыусы булмаған чатта уларҙы битәрләү, әрләү дауам итә.
Баҡтиһәң, ҡайҙандыр ағыулы үрмәксе оялаған банан индергәндәр икән, вирус һалынған мандариндар ҙа һатыуға сығарылған, ә ағыуланған леголар? Ул бит балаларҙың яратҡан уйынсығы! Ошо ваҡыт хәүефле видеоларҙың «мөһим» булыуы менән иҫәпләшмәйенсә, бер әсә тағы яуап яҙа:
– Етәме, юҡмы? Беҙ әле балаларҙың сығарылыш кисәһе хаҡында һөйләшәбеҙ?
– Ниндәй сығарылыш кисәһе?
– Беләһегеҙме, һеҙҙән башҡа ата-әсәйҙәргә сығарылыш кисәһе тураһында әңгәмәләшеү ҡыҙығыраҡ!
– Был видеояҙмалар ҙа һеҙҙең балаларығыҙҙың хәүефһеҙлеге өсөн һалына!
Ғауға ҡыҙғандан-ҡыҙа бара! Уның һуңында атай-әсәйҙәр бер-береһен кәмһетеп, мыҫҡыллап, дошманлашып туҡтай.
Ошоноң менән бөттө, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, бер нисә минуттан чатты спамдар менән «байытыу» дауам итә! Бигерәк тә байрамдар алдынан төрлө открыткалар һалыу, ҡотлау видеояҙмаларын ебәреү! Баш әйләнеп китә хатта. Һәр атҡан таңыбыҙ, яңы көнөбөҙ байрам икән. Мәҫәлән: Улдар көнө, Ҡыҙҙар көнө, Бәхет көнө, Үбешеү һәм Ҡосаҡлашыу көндәре һәм башҡа көндәр. Быларҙың барыһы ла байрам һәм уларҙың һәр береһенә тәғәйен открыткалар, видеолар бар. Уларҙа яҙылған теләктәр нисектер мәғәнәһеҙерәк, сәйерерәк тойола әлбиттә.
Һәр ата-әсәләр чаты агрессияға дусар, минеңсә. Бында лидерҙар бер-береһен баҫып алырға тырыша. Утҡа май һибеү дауам итә:
– Алдағы байрамға 500 һумдан аҡса йыябыҙ.
– Ниңә улай әҙ? 1000 һумдан һалышайыҡ! Улар беҙҙең балаларҙы тәрбиәләй, уҡыта! Бар көндәрен балаларға бағышлай!
– 1000 һум – ни эшләп улай күп? Минең артыҡ аҡсам юҡ! 100 һумдан йыйһаҡ та етә! Эштәре шул бит!
– Ә балаларға нимә алабыҙ?
– Бүләкһеҙ булмай, алырға кәрәк!
– Тик кәнфиттәр түгел, тештәре боҙола!
– Ә минең баламдың мандаринға аллергия!
– Ата-әсәләр фондында яҡшы бүләк алырлыҡ аҡса ҡалманы, өҫтәп, 300 һумдан йыяйыҡ!
– Һеҙҙең, бәлки, аҡсағыҙ тауыҡ сүпләһә лә бөтмәйҙер?
– Бөтәһе 1300 була, күсерәм! Кемдең картаһына ырғытырға?
– ...
Чаттағы постың нимә хаҡында барыуы мөһим түгел! Һәр бер мәғлүмәткә яуап та, һорау ҙа табыла бында. Һинең яҡлылар, һиңә ҡаршылар. Тик яҙышырға ваҡытың ғына булһын. Уф, арыным шикелле мин, арыным... Тиҙҙән каникул, телефонға килгән хат-хәбәрҙәр кәмер, тигән өмөт менән йәшәйем. Юҡ инде, һине бер кем дә тыныслыҡта ҡалдырырға ашыҡмай. Әүҙем ата-әсәләр ял көндәрендә лә тынғы белмәй! Төрлө темаға әңгәмәләр дауам итә...