27.04.2019 Аҡсаһыҙлыҡ ҡыуа Себергә
йәки Вахтасы ҡатыны булыу еңелме?
– Беҙҙә көндәр һыуытты, ә унда нисек? – ҡырыҫ тәбиғәтле Себер яҡтарында эшләп йөрөгән иремде ҡайғыртып шылтыратам.
– Ҡар яуып тора әле. Апрель аҙағы тип әйтмәҫһең дә.
– Ботинкаң туҙып айырылды, тигәйнең. Тишегенән ҡар тулып, аяғың һыуланып йөрөй инде, эй, Аллам...
– Ярай, юҡҡа борсолма, “месторождение”ға киләсәк машина водителенә эсе йөнлө калушҡа заказ бирҙем. Моғайын, алып килеп еткерер, ышаныслы егет ул.
– Ул ҡасан етә инде йәһәннәм тишегендәге “месторождение”ғыҙға! Ике-өс көнһөҙ булмаҫ әле. Вагончикта сәй ҡайнатып булһа ла йышыраҡ эсергә тырыш. Һыуыҡ алдырһаң, шунда уҡ дарыуҙарыңды ҡабырға онотма!
Иремдең вахтаға киткәненә икенсе ай. Их, ошо вахта, елегебеҙҙе һурған, бер генә килгән ғүмерҙе айырым йәшәргә мәжбүр иткән вахта! Өйләнешкәндән һуң йыл ярым үткәс, бол артынан боландар иленә сығып киткән ирем һаман да вахтасы.
Балалар баҡсаһына барып инеү менән улым килеп һырына:
– Әсәй, ә атай ҡасан ҡайта?
– Тиҙҙән, улым. Саҡ ҡына ҡалды.
– Һин һәр саҡ шулай тиһең, тиҙҙән тигәнең бигерәк оҙаҡ... – баланың күҙҙәренән бәреп сыҡҡан йәштәренә иғтибар итмәҫкә тырышам. Йәлләһәң, үкереп илап атаһын таптыра башлаясаҡ. Кейенмәй ҡаршылаша, тиҫкәреләнә генә:
– Ниңә ул оҙаҡ ҡайтмай? Атайым мине яратмаймы әллә? Ана, Ғайсарҙың атаһы уны көн һайын килеп ала!
– Ҡара һин уны, ҡайһылай матур һүрәт төшөргәнһең икән! Әллә-лә! Маладис!
– Әсәй, әйҙә һүрәтемде телефоныңа төшөрөп ал да, ватсап аша атайға ебәр. Ул да миңә маладис тип әйтһен.
Нимә тураһында һөйләшһәк тә, һүҙебеҙ тик атайға барып төртөлә. Юл буйына атайҙың Себерҙә эшләүе, шуға күрә алыҫта булыуы, уның да беҙҙе һағыныуы тураһында һөйләшеп ҡайтабыҙ. Ләкин улымдың турһайған ирендәре оҙаҡ ҡына яҙылмай: “Бүтән уның менән һөйләшмәйем! Ҡайтам, ҡайтам, ти ҙә алдай!” Үпкәһен онота ул. Сәй эскәндә алдындағы тәмлекәсен ашап бөтмәй ситкә һалып ҡуя: “Ә быныһын атайға ҡалдырам”. Карауатында бер нөктәгә төбәлеп оҙаҡ ҡына ята.
– Йоҡларға кәрәк, балам. Нимә тураһында уйлайһың?
– Әсәй, атайым миңә робот алып ҡайтам, тине. Күстәнәс ебәргән теге ҡуяндар, тыңлаусан малайҙарға уйынсыҡ та бирә, ти. Атайым машинаһы менән китеп барғанда, улар теҙелеп юлға сығып баҫҡан. Миңә сәләм әйткәндәр ҙә кире урманға һикерә-һикерә ҡасҡандар. Ҡыҙыҡ, ивет?!
Баланың юҡһыныуы миңә лә күсә. Тиҙерәк һағыш ҡосағынан арынырға теләп, күңелле уйҙарға бирелергә тырышам. Көндәлек мәшәҡәттәрҙе барлап, барыһына ла яңғыҙым йүгереп йөрөү үҙен һиҙҙерә – башымды мендәргә терәү менән әүен баҙарына китәм.
Ә күп бала менән, етмәһә, ауыл ерендә мал көтөп, баҡса үҫтереп донъя йөгөн тартҡан вахтасы ҡатындары нисек түҙә икән – бындай тормоштоң ниндәй йәме бар? Ирле көйөнсә ирһеҙ үткән айҙарың өсөн ҡысҡырып илап алған саҡтар була. “Бынау күлдәкте һатып ал! Ирең “сибиряк” була тороп!” – тине таныш алыпһатар бер көндө. “Себерҙә аҡса эшләүе рәхәт, тип беләһегеҙме әллә? Ғөмүмән, хәҙер Себерҙә йүнле аҡса ҡалған, тип уйлайһығыҙмы?” – тип әрләп ташлағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым тегене. Ысынлап та, вахтасыларҙың уртаса хеҙмәт хаҡы 50 – 60 мең һум сыға. Уны икегә бүлһәң, бер айға тура килгән сумма ҙурмы ни?! Һаулығы ҡаҡшап, һаҙлыҡлы урындың насар һыуына тештәре, тәндәре боҙолоп ҡайтып төшә вахтасы халыҡ. Ҡайтҡас, бер нисә көн бындағы климат шарттарына өйрәнә алмай йонсой.
Яңы йылдан һуң, вахталы ғаилә тормошона нөктә ҡуйылды, тип үҙ-ара һөйләшкәйнек. Бында эш тә тапты ирем. Тик иҡтисади яҡтан ышаныслы булып иҫәпләнгән республиканың иң төп юл төҙөлөшө компанияһында хеҙмәт хаҡын ай ярым ваҡыттан һуң ғына (!) түләүҙәре асыҡланды. Йәғни ғинуар өсөн эш хаҡын мартта күсерәсәктәр. Эш биреүсе түрәләр аҡсаһын ҡайҙалыр “уйнатып” проценттар йыя, һуңынан ғына хеҙмәткәрҙәрен “хәстәрләй”. Ике айҙан ашыу бер тин алмайынса тир түккән ирем, аҡсаһыҙлыҡтан ғарыҡ булғас, тағы вахтаһына юл тотто: “Йортто төҙөп бөтөргә кәрәк!”
Себерҙә, дөрөҫөн әйткәндә, барыһы ла бил бөгә алмай. Коллективта эшселәрҙең көсөргәнешле психоэмоциональ хәле, тик аҡса, эш хаҡы тураһында һүҙ бара. Сөнки вахтасыларҙы алдау – илебеҙҙә иң ныҡ таралған күренеш! Ете-ят ерҙә, һыуыҡ, алама вагондарҙа йәшәп, эт күрмәгәнде күреп, хеҙмәтең өсөн түләмәһәләр, бигерәк ҡыйын буласаҡ. Вахта һайын хеҙмәткәрҙәрҙең яңы ағымы килеп тула. Был эш биреүсе өсөн бик уңайлы. Бында төп ҡағиҙә – страховкалауһыҙ, социаль пакетһыҙ эшселәр менән ҙур-ҙур объекттар төҙөү. Унан бигерәк, РФ Хеҙмәт кодексының вахтасылар тураһында бүлегенә тап килмәү өсөн, күп ойошма Башҡортостанда теркәлгән һәм документтарҙа, вахта ла төбәктә башҡарыла, тип алдап күрһәтелә.
Бөгөн вахта темаһы ҡағылмаған ғаиләләр бармы икән? Кемдер ирен оҙата, икенселәр – әсәһен, өсөнсөләр – кейәүен, апаһын, ағаһын һәм башҡалар... Күпме яҡташыбыҙ ситкә киткән – бер Төмән өлкәһендә генә бөгөн рәсми рәүештә 155 мең Башҡортостан кешеһе эшләй. Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты билдәләүенсә, республикала ваҡытлыса хеҙмәт миграцияһы арта. Социологик мәғлүмәттәргә ярашлы, бындай эшселәр араһында ауыл халҡы – 70 процент, маятниклы мигранттар араһында (ауылда йәшәйҙәр, ҡалала эшләйҙәр) – 80 процент. Ә ысынында вахтасылар һаны күпме икән? Уны асыҡлауы мөмкин түгел, сөнки бик күп эш биреүселәр “ҡара” эш хаҡын түләй (һинең буласаҡ пенсияңды уйланы, ти). Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы ете йылда ғына Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә эшкә китеүселәр 37 процентҡа артҡан. Ә һәләк булған йәки ауыр хеҙмәт арҡаһында сиргә һабышҡан вахтасылар тураһында аныҡ мәғлүмәт бөтөнләй юҡ. Йән аҫырау өсөн ситкә сығып киткән Башҡортостан кешеләренең төрлө хәлгә тарыуы, үкенескә күрә, киң таралған күренеш. Был айҙа Башҡортостанда ете вахтасы ир һәм ҡатындың һәләк булыуы теркәлде. Күптән түгел Пенза өлкәһендә юл һәләкәтенә осраған вахтасыларҙың барыһы ла ваҡиға урынында һәләк булған, нисәмә бала әсәй-атайһыҙ етем ҡалды! Әгәр ҙә йәшәгән ерҙәрендә айына 25 мең һумлыҡ эш урыны булғанда, әллә ҡайһы тарафтарға китеп барыр инеме ни улар? Ғөмүмән, ҡайҙа, ниндәй генә авария – фажиғә булмаһын, зыян күреүселәр йәки һәләк булыусылар араһында Башҡортостан кешеләре була. Ғәҙәттә, ғаиләһен аҫырайым, аҡса эшләйем, тип ситкә киткән ир-ат. Үҙ ереңдә мал көтөп, фермер булып йәшәргә кәрәк, тип аҡыл һатыусылар күп ул. Тик барыһы ла эшҡыуар булып тыумай. Ни тиклем тырыш кеше, ҡулынан килмәгән эше булмаһа ла, әҙер тауары менән сауҙа итә алмауы бар.
Ғаиләбеҙҙең йортло булыу хыялын тормошҡа ашырыу өсөн алыҫта йөрөгән ирем уфтанып бара торғандарҙан түгел. Боронғоса зимагор, тип шаяртыуыма ла үпкәләмәй, зарланмай. Ул түҙгәнгә мин дә теште ҡыҫам. Икебеҙҙең дә уй уртаҡ: был ауырлыҡтар артта ҡалыр һәм тыуыр таңдарҙы гел бергә ҡаршылап, көн дә киске сәй табыны артында үҙ-ара сөкөрләшеп һүҙебеҙ бөтмәгән мәлебеҙ тиҙҙән етер, Алла бирһә!