05.05.2019 Милли биҙәкле түбәтәй
“Йәшлек” оҫтаханаһының сираттағы ҡунағы — Бөрйән районынан Алһыу Зарипова. Ул ырғаҡ ярҙамында милли нағышлы түбәтәй бәйләргә өйрәтә. Йә, тотондоҡмо, һылыуҙар, апай-инәйҙәр?
Был түбәтәйҙе бәйләү өсөн уртаса ҡалынлыҡтағы ике төҫтәге еп һәм 2 миллиметрлы ырғаҡ кәрәк буласаҡ. Түбәтәй тик “элмәкһеҙ бағана” (“столбик без накида”) менән бәйләнә.
1-се фото
Ептән “амигуруми” түңәрәге яһарға.
1-се юл. Шул түңәрәк аша 8 бағана бәйләп сығарырға һәм һуңғы ба- ғананы беренсеһе менән тоташтырырға кәрәк.
2-се юл. Һәр күҙҙән икешәр бағана бәйләп, түңәрәкте ҙурайтырға.
3-сө фото
3-сө юлда ла түңәрәкте 8 күҙгә ҙурайтырға. Бының өсөн бер күҙ аша арттырып, күҙҙәр йыйырға.
1-се бағана – аҡ еп,
2-се – аҡ ептән башлана һәм йәшел менән тамамлана,
3-сө – күҙ йәшел менән башлана һәм аҡ менән тамамлана,
4-се – тулыһынса аҡ ептән эшләнә,
5-се – аҡ менән башлана һәм йәшел менән тамамлана,
6-сы – йәшел менән башлана һәм аҡ менән тамамлана.
Рәт бөткәнсе ошо тәртип ҡабатлана.
4-се фото
4-се юл. Тағы ла 8 бағанаға арттырыла. Һәр өсөнсө бағананан ике бағана сығарып бәйләнә. Ике аҡ төҫтәге бағананың һәр береһенә берәр бағана бәйләргә һәм йәшел бағана өҫтөнә бер төптән ике йәшел бағана бәйләргә — юл бөткәнсе ошо тәртиптә бәйләргә.
5-се юл. Шулай итеп, һәр юлда бағаналарҙың һаны 8-гә арттырыла. Ике аҡ бағананың һәр ҡайһыныһынан берешәр — бер йәшелдән берәү һәм икенсе йәшелдән ике бағана бәйләп ултыртырға.
6-сы юл. Ике аҡтан ике аҡ бағана, ике йәшелдән ике йәшел һәм һуңғы йәшелдән бер төптән ике бағана бәйләнә. Шулай итеп, һәр рәттә 8 раппорт була. Аҡ төҫтәге бағаналар арттырылмай икәү көйөнсә бара, ә йәшел төҫтәге бағаналар рәт һайын берәүгә артып бара һәм дүртәүгә етһә, уртаһында бер бағана өҫтәй башларға. Уны икенсе төҫтә итергә була, ә мин уны аҡтан эшләнем. Былай бәйләү юлдарҙы яңылышмай, тигеҙ итеп ҙурайтырға ярҙам итә. Һәм тағы ла: бер еп менән бәйләгәндә, икенсе төҫтәге епте рәттең өҫтөнә буйлатып һалып, бағананың эсендә ҡалдырып барырға кәрәк. Бәйләм йәйелеп китмәһен, ыҡсым ғына булһын өсөн, буйлатып һалынған икенсе епте әҙерәк кенә тартыбыраҡ барырға була.
7-се юл. Ике аҡтан берешәр аҡ бағана, бер йәшелдән бер йәшел һәм икенсе йәшелдән бер йәшел һәм бер аҡ бағана бәйләнә лә ҡалған ике йәшелдән берешәр йәшел бағана бәйләнә. Юл тамамланғансы ошо рәүештә бәйләргә.
5-се фото
Был түбәтәйҙең түбәһе һуңғы юлда 200 бағананан тора. Һәр кем үҙенең баш үлсәменә тиклем бәйләй. Оло кеше өсөн түбәһенең диаметры 17 – 18 см булһа етә. Бөтәһе 25 юл бәйләгәндән һуң, түбәтәйҙең тирәсен бәйләүгә күсергә. Бында жаккард менән берәй һүрәт бәйләргә лә була. Мин милли орнамент бәйләнем. Ике бағаналарҙың һанын икәүгә кәметергә тура килде сөнки бер һүрәт 11 бағана киңлегенә тап килә. Бөтәһе 18 һүрәт килеп сыға.
6-сы фото
Жаккардтың бәйләнеше:
1-се рәт. 3 аҡ, 2 йәшел, 2 аҡ, 2 йәшел, 2 аҡ.
2-се рәт. 2 аҡ, 8 йәшел, 1 аҡ.
3-сө рәт. 1 аҡ, 2 йәшел, 2 аҡ,2 йәшел, 2 аҡ, 2 йәшел.
4-се рәт. 2 аҡ, 1 йәшел, 2 аҡ, 2 йәшел, 2 аҡ 1 йәшел,1 аҡ.
5-рәт. 1 аҡ, 3 йәшел, 4 аҡ ,3 йәшел.
6-сы рәт. 1 аҡ, 4 йәшел, 2 аҡ, 4 йәшел.
7-се рәт. 2 аҡ, 2 йәшел, 4 аҡ, 2 йәшел, 1 аҡ.
Түбәтәйҙең тирәсен үҙегеҙгә самалап бейегәйтергә кәрәк.