25.04.2019 Ямандар арҡаһында бикләнә – ишектәр ҙә, күңелдәр ҙә...
Беҙҙе тиҫтәләрсә йылдар кешегә ышанырға өйрәттеләр. Ләкин оятһыҙ әҙәмдәр йәлләп тә тормайынса, ҡаты ғына итеп ярыҡ ялғашҡа ултыртып, яңы һабаҡҡа – һәр кемгә шикле ҡарарға өйрәтә
“Сиғандар килгән!” Ошо яңылыҡ ауыл буйлап йәшен тиҙлегендә тарала. Беҙ, бала-саға, кемуҙарҙан урамдарыбыҙға һибелеп, йән-фарман өйөбөҙгә атылабыҙ. Аяҡтар ергә лә теймәй! Сөнки беҙҙе өләсәйҙәр иҫ белгәндән алып ҡурҡыта: “Сиғандар аттарҙы һәм балаларҙы урлай, һаҡ булығыҙ!” Ат урлауҙарында эшебеҙ юҡ, үҙебеҙгә теймәһәләр булды. Өйгә ҡайтып етеү менән башҡа ваҡытта йоҙаҡтың ни икәнен белмәгән, шар асыҡ торған ҡапҡалар шарт-шорт тығыла, ишектәр бикләнә. Ә ике күҙ – тәҙрә пәрҙәһе аша урамда. Сиғандарҙы күреп ҡалһаҡ, шөрләүҙән тын да алмай, уларҙы ситтән генә күҙәтәбеҙ. Йөрәк дарҫ-дорҫ тибә, тыныңдан пәрҙәләр елпелдәгәндәй. Һиҙеп ҡуймаһындар, тип артҡараҡ сигенәһең дә, түҙмәй, яңынан тәҙрәгә ҡапланаһың. Улар “хозяйка” тип ҡысҡырып, ҡапҡаны оҙағыраҡ дөбөрләтеп, туҡылдатып торһа, күп тә үтмәй һине өй менән бергә ҡуша алырҙар ҙа китерҙәр кеүек тойола. Хәтәр ҡурҡыныс инде!
Атай менән инәй өйҙә булһа, хәл башҡасараҡ төҫ ала. Ихата эсендә эш менән булышҡан атай ҡапҡа тыҡтыртмай, хатта, беҙҙең ҡотто алып, килеп ингән сиғандар менән көлә-көлә гәпләшә! Оҙон итәкле, ялбыр сәсле сиған ҡатындары инәйемә төрлө әйбер тәҡдим итә. Юҡсыллыҡ заманында ҡайһы бер кәрәк-ярағы ярап та ҡала. Йыш ҡына һәлбер-һолбор кейенгән, ҡап-ҡара балаҡайҙарын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, күтәреп йәки етәкләп алған йонсоу юлаусылар ашарға һорай, һәм, ғаиләбеҙҙең ишле булыуына ҡарамаҫтан, киң күңелле инәйем уларға мотлаҡ ярты ҡалас икмәк булһа ла тоттороп сығара. Беҙ, балалар (ҡыҙыҡһыныуҙан бар булмышыбыҙ ут булып янһа ла), урланыуҙан ҡурҡып, тоҡ йәки оло сумкалар аҫҡан сиғандарҙың күҙенә салынмаҫ өсөн йомшаҡ тәпәйле бесәйҙән былайыраҡ шым баҫып, өйҙән сығышмайбыҙ.
Өләсәйҙәр беҙ бәләкәй саҡта ныҡ уҫал ине: саҡ ҡына тәртип боҙоуың була, шунда уҡ һине сиғандарға биреп ебәреү менән янап, рәткә индереп ебәрә торғайны. Балаларҙы урлағандармы-юҡмы, белмәйем, әммә сиғандарҙың килеп-китеүенән һуң мотлаҡ бер-ике тауыҡ эҙһеҙ “оса”, аяҡ кейемдәре юғала, самауыр табылмай. Нисек шул ике арала урлағандар икән, тип баш вата торғас, осона сығаһың: берәүҙәре һине һүҙгә әүрәткәндә, икенселәре йорт-ереңде ҡапшап, күҙгә-ҡулға эләккәнде сәлдереп тайған. Ошо ысул бурҙарҙың арсеналында һаманғаса тере. Тере генәме, бик киң ҡулланыла! Быға миҫал эҙләп алыҫ йөрөргә лә кәрәкмәй: яңы ғына Өфөнөң хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотолған Рязань өлкәһенең өс бурын алайыҡ. Был саҡырылмаған “ҡунаҡтар”, газ хеҙмәтенәнбеҙ, газ ҡорамалдарын тикшерергә кәрәк, тип пенсионерҙарҙың торлағына алдап инеп, аҡса урлап йөрөгән.
Эш былай була: Эске эштәр министрлығы идаралығының Өфө ҡалаһы буйынса 5-се полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре бер юлы ике оҡшаш ғариза ҡабул итә. Зыян күреүселәрҙең һүҙе буйынса, уларға “газовиктар” килә һәм, уларҙың береһе иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп, хужаларҙы албырғатып, аш бүлмәһендә газ плитәһен, уға документтарҙы “тикшергән” арала, икенсеһе башҡа бүлмәләрҙә йәһәт кенә әйбер тентей. Пенсионерҙар ғәҙәттә бөтә байлығын ҡайҙа һаҡлай? Эйе, шкафта, сервантта – йәғни, күҙ алдында, ҡул аҫтында тиерлек. Шуға ла бурҙарға аҡсаны эҙләп табыуы бер ни тормай. Саҡырылмаған ҡунаҡтар киткәс кенә оло кешеләр, аҡсаһы юғалыуын аңғарып, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Тәфтиш-оператив төркөм, енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре тимерҙе ҡыҙыуында һуғып, уғрылыҡ менән кәсеп итеүселәрҙе Иглин районында тота. Ике ир һәм бер ҡатын (34 – 49 йәшлектәр) Рязань өлкәһенән булып сыға. Улар тәүҙә, беҙ ябай сауҙа итеүселәр генә, Өфөгә тауар һатырға ғына килгәнбеҙ, пенсионерҙарҙы талауға бер ниндәй ҡыҫылышыбыҙ юҡ, тип ныҡ торһа ла, һуңынан, дәлилдәр ҡыҫымында, ике бурлыҡта ғәйебен тана – бер көн эсендә ике фатирҙа булып, 100 мең һум аҡса урлағандарын һөйләй. БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта “гастролерҙарҙың” республикалағы башҡа ошондай енәйәттәргә ҡыҫылышы асыҡлана.
Уларға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһына ярашлы енәйәт эше асылған. Ғәйептәре раҫланһа, алты йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүҙәре мөмкин.
Беҙҙең төбәк алама уйлы әҙәмдәр өсөн майлы ҡалъя кеүектер, сөнки ҡайҙарҙан ғына ымһынып килеп, ололарҙы таламайҙар. Әгәр Рязань бурҙары Өфөлә енәйәт селтәрен йәйеп маташһа, Брянск мутбикәһе Учалыла пенсионерҙарҙың “кеҫәһенә” инеп сыға.
Учалы район судының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2018 йылдың аҙағында судҡа Брянск өлкәһендә йәшәүсе ҡатынға ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше килә. Ике мең саҡрым алыҫлыҡта ятҡан сит өлкәлә йәшәүсе ҡырҡ йәшлек ҡатын Учалыға һуғылып, анһат ҡына байырға уйлай. Тәфтиш органдары уны ике уғрылыҡта ғәйепләй: ул үҙен, Пенсия фонды хеҙмәткәре, тип таныштырып, оло йәштәге ҡатындарҙың фатирына ла, ышанысына ла ингән һәм аҡса алыштырыу буласаҡ, шуға ла ҡулдағы купюраларҙың номерҙарын яҙып йөрөйбөҙ, тип уларҙы алдаған. Пенсионер ҡатындар, теле-телгә йоҡмаған, күҙгә тура ҡараған, үҙен бик ышаныслы, белдекле тотҡан ханымға ышанып, өйҙә һаҡланған бөтә аҡсаһын уның ҡулына килтереп тотторған. Банкнота номерҙарын күсереп яҙып алғас, мут бисә купюраларҙы кире хужабикәгә биргән һәм уның аҡсаны ҡайҙа һалғанын ҡарап торған. Ә артабан билдәле инде: аралашыуға һыуһаған ҡатындарҙы хәбәргә әүрәтеп, өйҙәрендә байтаҡ ҡына ултырып, аҡсаларҙы, ҡиммәтле биҙәүестәрҙе шымтанлап сумкаһына күсергән. Шулай итеп, бер ҡатындың 95000, икенсеһенең 135 000 һум аҡсаһын һәм 45150 һумлыҡ алтын биҙәүестәрен урлаған. Аҡсалары, алтындары юғалыуын белгәс, пенсионерҙарҙың, әлбиттә, ҡан баҫымы ла күтәрелгән, йөрәк өйәнәге лә тотҡан... Ярай ҙа тамам юғалып ҡалмай, полицияға хәбәр итергә үҙҙәрендә көс тапҡандар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары бик оператив эшләп, был мут бисәне тотҡан һәм СИЗО-ға ултыртып ҡуйған, юғиһә, тағы әллә күпме пенсионерыбыҙҙы алдар ине. Тикшереү барған осорҙа ике айға яҡын СИЗО-ла ултырған бур бисәне суд шартлы рәүештә 1,5 йылға һәм 2 йыл һынау осорона хөкөм иткән. Ни өсөн хөкөм шундай йомшаҡ, тиһәгеҙ, әйтәбеҙ: сөнки уның ике бәлиғ булмаған балаһы бар, зыянды тулыһынса ҡаплаған, тәфтиш эшендә ярҙамлашҡан, үҙ ғәйебен тулыһынса таныған, ыңғай яҡҡа үҙгәрергә вәғәҙә биргән. Бәхетенән еңел ҡотолған да бит, тик ҡабаттан анһат кәсепкә тотонмаҫ, тип, бер кем дә гарантияламай. Шуға ла ололарҙы һаҡ булырға саҡырабыҙ: Рәсәйҙең Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла өйҙәр буйлап йөрөмәй! Ғөмүмән, яңғыҙ булғанда ят кешеләрҙе бөтөнләй өйөгөҙгә индермәгеҙ. Үкенескә күрә, халыҡты күпме иҫкәртеп торһаң да, һаман да эскерһеҙҙәр табылып, хәләл аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. “Эскерһеҙҙәр” тип яңылыш яҙманым, асыҡ ауыҙҙар, тигәндә лә батыр ине, әммә муттарҙың тоҙағына гел дә оло йәштәгеләр ҡаба – йәғни, бер кемдән дә яуызлыҡ көтмәгән эскерһеҙ, яҡты уйлы кешеләр.
... Сиғандарҙан ҡурҡа-ҡурҡа үҫеп етеп, инде өлкәнәйгәс, икенсе балама ауырлы саҡта, күлдән кер йыуып ҡайтып, әйберҙәрҙе элеп йөрөй инем, ҡапҡа эсенә 3 – 4 йәшлек малайын етәкләгән йәш кенә сиған ҡатыны килеп инде. Эсергә һыу һораны (ҡапҡабыҙҙың тышында ғына колонка булһа ла!) Мин уға көтөргә ҡушып, өйгә йүгереп индем дә, электр сәйнүген ҡуя һалып, банкыға һөтләп-шәкәрләп сәй яһап, шыптырға кәнфит-перәниктәр, инәйем бешергән йыуасаны тултырып, пакетты сығарып тотторҙом: “Йыуасалар тәмле генә, рәхәтләнеп ауыҙ итегеҙ!” Улын арҡаһынан яратып һөйҙөм: “Һау-сәләмәт үҫ, бәпес!” Сиған ҡатыны миңә сәйер генә ҡарап хушлашты. Нисектер юғалып ҡалғандай тойолдо ул. Бер аҙҙан колонкаға һыуға сыҡтым. Тышҡы баҡса текмәһендә әле кибеп тә бөтмәгән ике ҙур таҫтамалыбыҙ, босоножкаларым һәм суйын ҡаҙаныбыҙ эленеп тора ине...
Һәр халыҡта яҡшыһы ла, яманы ла бар. Ләкин шул ямандары арҡаһында тотош ҡәүемдәргә тап төшә, ишектәр ҙә, күңелдәр ҙә бикләнә.