«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Телеңде йоторлоҡ! (12.04.2019)



20.04.2019 Телеңде йоторлоҡ! (12.04.2019)

Ҡаймаҡлы бәлеш
1 ҡап бүлмә темпера­тураһында йомшартылған аҡ майға 1 йомортҡа, ярты стакан шәкәр, 300 грамм он, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) ҡушып ҡамыр баҫырға. Уны табаға йәйеп һалып, йәймәнең ситтәрен күтәрергә һәм шыйыҡ эслекте һалырға.
Эслек өсөн 4 йомортҡаны 6 ҡалаҡ шәкәр менән күпертергә. Бер стакан 20 процентлы ҡала ҡаймағы, 2 ҡап эремсекле сырок, туң­ды­рыл­ған еләк-емеш (ире­тел­гән булырға тейеш) һалырға. Ҡыҙыу мейестә 40 минут бешерергә. Ҡул аҫтында сырок булмағанда, эслек шыйыҡ килеп сыҡһа, бер ҡалаҡ он һалырға мөмкин.




Газлы минераль һыуҙа торт
Ҡамыр өсөн 5 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан газлы минераль һыу, 0,5 стакан үҫемлек майы, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс, 2,5 стакан он алына.
Крем өсөн 0,5 л магазин ҡаймағы, ярты лимон һуты, ярты стакан шәкәр оно кәрәк. Иң тәүҙә йәйенке табала бисквитты бешереп алырға. Һыуынғас, уны шаҡмаҡ киҫәктәргә бүлеп, кремға манып, һауытҡа өйөп, өҫтөн биҙәргә.





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға