03.04.2019 Табиптың да төрлөһө була
“Табиптарға көнөң ҡалмаһын...” тигәнде йыш ишетергә тура килә. Һәм, үкенескә күрә, һаулыҡ, дөрөҫөрәге, сир менән бәйле күңелһеҙ ваҡиғалар быны раҫлай ғына
Шундай хәлде күҙ алдына килтерегеҙ: оло йәштәге ҡатындың кинәт кенә ҡан баҫымы күтәрелеп, ире уға фельдшерҙы саҡыра. Әммә уныһы йүгереп килеп етә һалмай, хәҙер миңә комиссия килә, күрше ауылға, терапевҡа алып барығыҙ, тип кәңәш итә. Йәшерәк, уҫалыраҡ берәйһе булһа, комиссияң-утың суҡынып китмәйме, бында кеше ауыр хәлдә, тип, фельдшерҙы елкәһенән тотоп, һөйрәтеп булһа ла, ауырыу янына килтерер ине лә бит, был баҫалҡы, тыйнаҡ ауыл кешеләре ҡалалағы ҡыҙы менән кейәүен саҡырта. Улар килеп етеп, әсәйҙәрен машинаға сығарып ултыртып, терапевҡа килтерә. Терапевт шунда уҡ ҡан баҫымы үтә юғары булған ҡатынды 25 км алыҫлыҡтағы участка дауаханаһына ебәртә.
Терапевт та, участка дауаханаһында медперсонал да ауыр хәлдәге ҡатындың хәлен еңеләйтергә тырышып, өлтөрәп, йүгереп йөрөй. Шуға ла, әсәйҙе ышаныслы ҡулдарға тапшырҙыҡ, тип, ҡыҙы менән кейәүе тынысланып, ҡалаға ҡайта. Тик төндә ҡыҙына дауахананан шылтыратып, әсәйегеҙҙең хәле үтә насарайып китте, “Тиҙ ярҙам” машинаһында уны үҙәк дауаханаға ебәрәбеҙ, тиҙәр.
Ошонда ауыр хәлдәге ҡатын өсөн иң хәүефле сәфәр башлана ла инде: уны ҡалаға килтерәләр, әммә дауаханала алмайҙар, 100 саҡрым алыҫлыҡтағы күрше ҡалаға йүнәлтәләр (өҫтә ултырған “аҡыллы” баштар уйлап сығарған маршрутизация бәләһе!). Бахырҡайҙы унда алып барғастары, юлда ике тапҡыр (!) инфаркт кисереүе сәбәпле, уны дауаханаға һалыуҙан баш тарталар. Юл ситендә бәреп китә алмайҙар бит, ҡатынды ҡала дауаханаһына кире килтерәләр. Әммә бында ла уны һалырға теләмәйҙәр. Ҡыҙы саҡ табиптарҙы өгөтләп күндерә. Икенсе көндө ҡыҙы әсәһе янына килгәс, ҡото алынып, ғауға ҡуптара: ғәзиз кешеһен бер кем дә йүнләп ҡарамағас, уның аяҡ-ҡулдары күгәрә лә башлаған була. Шунан һуң ғына оло йәштәге ҡатынды, хеҙмәт ветеранын, ауылдың абруйлы ағинәйен, ҡотҡарырға ташланалар – реанимацияға алып китәләр. Ошо турала исемләп тороп яҙырға ине лә бит, ҡуй, кәрәкмәй, аҡҡа төшкәнсе, тинеләр... Йәл...
Бынан һуң күп тә үтмәне, тағы шундай уҡ битарафлыҡ, миһырбанһыҙлыҡ тураһында хәбәрҙар булдым. 68 йәшлек уҙаман, элекке математика уҡытыусыһы, былтыр 10 ноябрь көнө ихата эсендә эш менән булып йөрөгәнендә иҫен юйып йығыла. Ҡолағанда башын да йәрәхәтләй. Эт лауылдап, асырғаланып өргәнгә ҡатыны тышҡа сыға ла, ерҙә иҫһеҙ ятҡан, башы ҡанаған ирен күреп, саҡ үҙе йығылмай. Үҙен ҡулға алып, ирен өйгә индергәс, ауылдағы “Тиҙ ярҙам”ға шылтырата. Водителдең үҙен генә ебәрәләр, йәнәһе лә, килһен, ҡарарбыҙ! Был ваҡытҡа ҡатыны иренең яраһын бәйләп, ҡан баҫымын үлсәп өлгөрә. Ҡан баҫымы ныҡ юғары булғас, инсульт, ахыры, тип, ирен урынынан ҡуҙғатмауҙарын һорай. Водитель барып, шәфҡәт туташын килтерә. Шәфҡәт туташы, һөйләшеп ята ла һуң, тип ҡатынды тынысландыра. Әйткәндәй, ир кеше үҙен бер аҙ яҡшыраҡ тоя: тороп йөрөй, бер аҙ ашап та ала. Ләкин кискә ҡарай хәле насарая. Ҡатыны киске сәғәт һигеҙҙә ҡабат “Тиҙ ярҙам”ға шылтырата.
Медиктар тик ун бергә генә килеп етә. Участка уполномоченныйы һәм автомат менән ҡоралланған полиция хеҙмәткәре менән бергә. Ҡулдары ҡалтыранған ҡатын иренең башындағы йәрәхәттең ҡайҙан килеп сығыуына аңлатма яҙған арала, фельдшер ауырыу менән әңгәмәләшеп, ирҙең хәле арыу тип, сығып та китә. Ә 15 ноябрь уҡытыусы ир бөтөнләй урынынан тора алмай, теле тамам көрмәлә, иҫен юғалта. Ҡатыны көнө буйы “Тиҙ ярҙам”ға шылтырата. Медиктар киске сәғәт алтыларға ғына, республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына шылтыратҡас ҡына, килә. Ауырыуҙы күрше ҡалаға алып китәләр. Тағы шул уҡ хәл ҡабатлана – ирҙе дауаханаға алырға теләмәйҙәр. Бер нисә сәғәт табиптарҙың ҡарар сығарғанын көтәләр. Ниһайәт, ирҙе реанимацияға алып китәләр.
Төнгө сәғәт ун берҙә ҡатын ҡиммәткә такси яллап, өйөнә ҡайтырға сыға. Икенсе көндө кәрәкле әйберҙәрҙе алып (памперстар, компрессион ойоҡтар һ.б.) дауаханаға кире килә. Ире реанимацияла ятҡас, табиптар ҡатынға ҡайтырға кәңәш итә. Өс көндән ирҙе инсульт кисергән кешеләр ятҡан палатаға күсерәләр.
Пенсионер уҡытыусы төнө буйы һаташып ҡысҡыра. Быға йәне көйгән палаталаш ир постағы шәфҡәт туташына барып енләнә: “Нимә, Салауат Юлаев табылдымы әллә?! Нишләп эскесене яныбыҙға һалдығыҙ?” Постағы шәфҡәт туташы тыныс ҡына яуаплай: “Ул һеҙҙең кеүек үк ауырыу кеше. Ни бары һаташа ғына”. “Психушкаға ебәрегеҙ!” – тип үҙенекен ҡуймай, һаман даулаша ул ирекәй...
– Бүлексәгә ингәс, ҡотом осто, – ҡатындың күҙҙәре йәшкә тула. – Унда кешеләр ғәләмәт ауыр хәлдә ята. Бүлексәлә тын алыуы ла ҡыйын... Ултырам тиһәң, ултырғыс та юҡ, ятам тиһәң, запас кушетка ла юҡ. Каталкаларға ла тейергә ярамай. Нисек төн үткәреүем – айырым тарих... Иртә менән табипҡа килдем дә, ҡайтып, малды ҡарап киләйем, тим. Ул аптырап китте: “Ә һеҙ бында нимә эшләйһегеҙ?” Иремде тәрбиәләйем, тим. “Ауырыуҙарҙы санитаркалар ҡарарға тейеш, улар шуның өсөн эш хаҡы ала”, – ти. Ҡайтып барғанымда, юлда, дауахананан шылтыратып, ирегеҙҙе психиатрия бүлексәһенә күсерәбеҙ, тип хәбәр иттеләр. Шаҡ ҡаттым. Һуң, ул инсульт ҡына кисергән, аҡылдан яҙмаған бит, тинем. Кемгә мөрәжәғәт итергә, кемдән ярҙам һорарға белмәй, юғалып ҡалдым... Кисен Дәүләт Думаһы депутаты Рәсүл Иғдислам улы Шөғөровҡа шылтыраттым. Һәм уның ярҙамы менән генә иремде дауаханала алып ҡалдыҡ. Рәсүл Иғдислам улы дауаханаға шылтыратып ҡына ҡалмай, яныбыҙға килде, табиптар менән һөйләште. Уның ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙур булды!
Мин дауахана менән өй араһында өҙгөләндем. Өйгә ҡайтҡанымда, санитаркаларға аҡса түләп, иремде ҡарауҙарын һораным. Әммә улар хатта ашатманы ла, башҡаһы тураһында әйтеп тә тормайым...
Бер аҙнанан иремде Асҡар дауаханаһына күсерҙеләр. Өс көн реанимацияла ятты. Шәфҡәт туташтары һәм санитаркаларға изгелектәре өсөн рәхмәт. Ә невролог ҡатындың ерле юҡтан миңә ҡысҡырыуын йәһәтерәк оноторға ине... Уның ҡаты һүҙҙәрен иҫләгән һайын былай ҙа ауыртып торған йөрәгем айырата ҡыҫа, ҡан баҫымым һикерә башлай. Әлдә шул мәлдә Ғүмәр Ҡужабаев атлы егет йылы һүҙе, ярҙамы менән миңә терәк булды. Ауыр хәлдәге атаһын ҡараған Ғүмәр, мин малды тәрбиәләргә ҡайтҡан саҡта, иремде лә ҡараны.
Баш табип, үтенесемде ҡәнәғәтләндереп, беҙҙе Салауат ауылындағы паллиатив бүлексәгә (хосписҡа) күсерҙе. Бына ҡайҙа мин ысын шәфҡәтлелеккә, аҡ халатлы кешеләрҙең мәрхәмәтлелегенә шаһит булдым! Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлаған хоспис коллективына рәхмәтемдең сиге юҡ! Бик ауыр хәлдәге сирлеләрҙе нисек матур итеп тәрбиәләп ҡарай улар, иҫең китер... Бер көндө өйгә ҡайтып килгәйнем. Килһәм, иремдең кейеме алыштырылған. “Борсолмағыҙ, аҡланмағыҙ, ауырыуҙар менән бындай ғына хәл булып китә инде”, – тиҙәр миңә. Бысраҡ кейемдәрен алып ҡайтып йыуайым тиһәм, уларҙы йыуып, киптереп тә өлгөргәндәр. Бер ваҡытта ла кешеләргә күҙ йәшен күрһәтмәйем, ә шул саҡта күҙ йәшем үҙенән-үҙе аҡты ла китте – тыя алманым үҙемде. Паллиатив бүлексәләге өс аҙна минең өсөн тыным ҡыҫылғанда саф һауа һулауға тиң булды, күңелем дә тынысланып, үҙем дә ял итеп ҡалдым. Хосписта эшләүсе ҡәҙерле шәфҡәт туташтары, санитаркалар, табиптар – һеҙгә рәхмәтем сикһеҙ!
Невролог Тәнзилә Айытбаеваға ла рәхмәт. Ул – ошо нисәмә ай эсендә Байымға килеп, иремде ҡарап киткән, дарыуҙар тәғәйенләгән берҙән-бер табип. Шулай уҡ Байым мәктәбе директоры Зилә Зарипова, Байым мәҙәниәт йорто директоры Марс Сәйетғәлин, Байым ауыл хакимиәте башлығы Йәлил Зәйтүнов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рәсүл Шөғөров, БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин, имам-хатип Сәйфулла Ғайсин, ауылдаштарым, туғандарым Илдар Билалов, Гүзәлиә менән Йомадил Рәхимовтар, Ләйсән һәм Ирек Рамазановтар, Гөлназ һәм Илгиз Йомағужиндар, Зөбәйлә һеңлем, әсәйем, Рәмзилә Аҙнабаева, күршеләрем Зилдә һәм Ансар Әхмәтйәновтар, Азамат Иманғолов, Айгиз Хөснөтдинов, Фәрих Шәйәхмәтов, Рәйлә һәм Йомадил Ғатауллиндар, Римма һәм Ғаян Ғиниәтуллиндар ҙа ярҙам ҡулы һуҙҙы. Яҡшылыҡтары өсөн ихлас күңелдән рәхмәт әйтеп, иң изге теләктәр теләйем...
Мин иһә был ваҡиғаның нисектер уңышлы тамамланыуын теләйем: ауыр хәлдә ятҡан уҡытыусыны артыҡ ыҙалатмай ғына Магнитогорск ҡалаһындағы клиникаға алып барып, МРТ эшләтһендәр, оҙаҡҡа һуҙмай ғына инвалидлыҡҡа документтар тултырып, Сибайға алып бармайынса ла инвалидлыҡ төркөмө бирһендәр ине, сөнки инсульт кисергән кешене 150-шәр саҡрым тегеләй-былай йөрөтөү – күрәләтә үлтереүгә тиң. Ғөмүмән, инсульт кисергән кешеләрҙе әллә ҡайҙа алыҫҡа йөрөтөүҙе туҡтатып, уларға урында медицина ярҙамы күрһәтеүҙе кире ҡайтарһындар ине. Юғиһә, Учалы, Әбйәлил, Бөрйәндән ауырыуҙарҙы Белоретҡа йөрөтөүҙең оло хата булыуын аңлаһындар өсөн нисәмә кешенең ғүмере ҡыйылырға тейеш икән?
... Ҡай саҡ иҫенә килгәндә кеше көнлө ятҡан уҙаман илай.
– Нишләп илайһың? Илама, – ҡатыны уның күҙ йәштәрен һөрткәндә, үҙе лә саҡ үкһеүҙән тыйыла.
– Йәшәгем килмәй... – тип әллә шыбырлай, әллә ыңғыраша ире.
Ә бит уны ҡотҡарырға мөмкин ине. Иң мөһим тәүге биш-алты сәғәттә тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгәндә, ул бөгөн кеше көнлө ятмаҫ ине. Әммә ярҙам итмәгәндәр, ҡотҡармағандар...
Ошо ваҡиғаларҙан һуң, ҡайһы берәүҙәргә ирек бирһәң, улар ҡарттарҙы, ауыр хәлдәге сирлеләрҙе, кәрәктәре бөтөү сәбәпле, “ыһ” та итмәй сүплеккә сығарыр ҙа ырғытыр төҫлө тойола. Нишләп кеше көнлө, һаҫыҡ, йәмһеҙ, эшкинмәгән ауырыуҙар менән ҡаңғырырға, аҡса, ваҡыт әрәм итергә, уларһыҙ ҙа рәхәтләнеп йәшәргә була, шулай бит? Аһ, улай түгелме ни... Улайһа нишләп изгелек, мәрхәмәтлек һағында торорға тейешле ҡайһы бер бәндәләрҙең күңелендә өмөтһөҙ ауырыуҙарға, инвалид балаларға, ҡарттарға ҡарата битарафлыҡ, яуызлыҡ күперә? Күрәһең, медуниверситеттарҙа, медколледждарҙа “Кешелеклелек” фәнен дә индерергә ваҡыттыр: буласаҡ табиптар, шәфҡәт туташтары һайлаған һөнәренә холоҡ сифаттары менән тап киләме-юҡмы икәнен тикшермәйенсә тороп, уларҙы ауырыуҙар янына яҡын да юлатмаҫҡа кәрәк. Әгәр ҙә табип (шәфҡәт туташы) кешене яратмай икән, уға медицинала урын юҡ. Һөнәр ауыр, эш хаҡы түбән, тип һылтарға ла, аҡланырға ла кәрәкмәй – бер кемде лә көсләп уҡырға индермәйҙәр, тап шул һөнәрҙе һайларға мәжбүр итмәйҙәр. Оҡшамай икән – китһендәр, икенсе һөнәрҙе һайлаһындар. Изге урын һис ҡасан буш тормаҫ.