«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (1-7 апрель)



01.04.2019 Йондоҙнамә (1-7 апрель)


[b]Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Тегендә-бында һуғылып, төп мәсьә­ләләргә көс-хәлегеҙ етмәүе лә ихтимал. Йондоҙҙар иң мөһим эштәрҙе һәр саҡ күҙ уңында тоторға ҡуша. Шаршамбыла бүләк алырһығыҙ, бәлки. Арыһағыҙ ҙа, башлаған эш­тәрегеҙҙе киләсәккә ҡалдырмағыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Һуңғы ваҡытта күрһәткән эшмәкәр­легегеҙҙең йомғаҡтары һис тә көтөл­мәгән булмаҡсы. Күптәр тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртер. Абруйығыҙ мотлаҡ артыр. Матди хәлегеҙ күҙгә күренеп яҡшырыр. Йомала кеше алдында аҡланмағыҙ, киләсәк һеҙҙең дөрөҫлөктө иҫбатлар.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аралашыуҙа әллә ни ҙур булмаған ҡытыршылыҡтар килеп сығыр. Күпселек осраҡта мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуына үҙегеҙ ғәйепле. Шулай ҙа хәлегеҙ ҡатмарланмаҫ, моғайын. Матди хәлегеҙҙе лә дөрөҫ баһаламайһығыҙ кеүек. Йондоҙҙар аҡсағыҙҙы һаҡлабыраҡ тотонорға ҡуша.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һуңғы ваҡытта уйламаған яҡтан ҡаршылыҡтар күбәйеп китте һымаҡ. Был турала етди уйланырға ваҡыт еткәндер. Хәйер, дөйөм хәлегеҙ әлегә һәйбәт күренә. Күпселек мәсьәләне ҡыйынлыҡһыҙ үҙ файҙағыҙға хәл итә алырһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Аҙнаны бик әүҙем үткәрерһегеҙ. Иңегеҙгә яуаплылыҡ алырға ҡурҡмағыҙ. Хата ебәрһәгеҙ, үҙегеҙ өсөн файҙалы тәжрибә булыр. Шаршамбыға ҡорған маҡсаттарығыҙ боҙолор. Йомала иғтибарлыраҡ булығыҙ, һеҙгә ниндәйҙер юғалтыу янай.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Был аҙнала элек аңламаған мәсьәләгә тулы асыҡлыҡ индерерһегеҙ. Күптәр элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе ялғар. Шаршамбыла мөһим һөйләшеү булыуы ихтимал. Өйҙәге ваҡиғалар ҡыуандырыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Осор барышында үҙегеҙҙе кеше алдында ыңғай яҡтан күрһәтә алырһығыҙ. Файҙалы һәм өмөтлө осрашыуҙар күбәйер. Эшегеҙҙә һеҙҙән үтә ныҡ иғтибар талап ителә. Хаталарығыҙҙы шундуҡ төҙәтегеҙ, икеле хәлдәрҙән ары тороғоҙ. Иң һәйбәт көнөгөҙ – шаршамбы.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Бөтә эштә лә мотлаҡ уңырһығыҙ, тик шикләнеүҙәр, икеләнеүҙәрҙе онотоғоҙ. Тырышлығығыҙҙың йомғаҡтары бик тиҙ беленер. Шишәмбелә ниндәйҙер мөһим осрашыу көтөлә. Үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә лә онотмағыҙ, күберәк саф һауала булырға тырышығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҡәҙимге аҙна. Шишәмбе юҡ-бар файҙаһыҙ һөйләшеүҙәр менән үтер. Кесе йомала иңегеҙгә ниндәйҙер яуаплылыҡ алырға тура килер, бәлки. Ваҡыт дөрөҫ эшләгәнегеҙҙе тулыһынса иҫбатлар. Йомала уңайлы мәлдәр күп булыр, тик йыбанмағыҙ ғына.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Көндәр һеҙҙең өсөн ыңғай буласаҡ. Күптәр эштәрен тәртипкә килтерер һәм ҡайһы­ларын тулыһынса тамамлар. Бәғзеләр, ике­ләнеүҙәрҙе ташлап, ниһайәт, дөрөҫ йүнәлеш буйынса хәрәкәт итә башлар. Йомалағы уңыштарҙан башығыҙ әйләнеп китеүе лә ихтимал.

Саян (24.10 – 22.11)
Бәғзеләр киләсәк үҙгәрештәргә әҙерләнә башлар. Буйҙаҡтар ғаилә ҡороу тураһында етди уйланыр. Бар хәлдә лә тәжрибәле кешеләр кәңәштәренә таянырға тырышығыҙ. Кесе йомала һис уйламаған аҙым яһарһығыҙ кеүек.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа бороп ебәреү өсөн уңайлы мәлдәр осрап торор. Шаршамбыла, бәлки, ниндәйҙер юлды һайларға ла тура килер. Иң тәү сиратта, эске тауышығыҙға ышанығыҙ. Йомала әйткән һүҙҙәрегеҙгә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ, аҙаҡ үкенеүегеҙ бар.





Автор: Өмөтбай
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға