29.01.2011 Телеңде йоторлоҡ
Хөрмәтле хужабикәләр! Был махсус сығарылышыбыҙ һеҙҙең табынды тағы ла байытыу маҡсатында ябай һәм шул уҡ ваҡытта бик тәмле аҙыҡ-түлек әҙерләү рецептарын тәҡдим итәбеҙ. Улар бигерәк тә йәш хужабикәләргә ярҙамға килер тип ышанғы килә. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек әҙерләүгә ҡағылған кәңәштәребеҙ ҙә бөтә гәзит уҡыусылар араһында ла ҡыҙыҡһыныу уятыр тип өмөт итәбеҙ.
ҡара емеш менән һарыҡ ите
600 г һарыҡ ите, 150 г башлы һуған, 1 лимон, 60 г үҫемлек майы, 30 г он, 150 г һөйәкһеҙ ҡара емеш, 80 г миндаль сәтләүеге, 30 г шәкәр, тоҙ, борос.
Итте ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, тоҙ, борос, балдаҡлап туралған һуған ҡушып, лимон һуты өҫтәп, өс сәғәт маринадларға. Бынан һуң ул үҫемлек майында ҡыҙҙырыла, он, һыу ҡушып, йомшарғансы быҡтырыла. Бешергә етешкән иткә ҡара емеш һәм ныҡ итеп ваҡланған сәтләүек ҡушып, утта тотола. Итте уттан алыр алдынан уға тағы ла бер аҙ лимон һуты менән шәкәр ҡушыла.
Һарыҡ ите менән банан
200 г һарыҡ ите, 200 г банан, 150 г үҫемлек майы (зәйтүн майы булһа, бигерәк тә һәйбәт), 100 г он, 3 йомортҡа, тоҙ.
Һарыҡ ите йоҡа киҫәктәргә бүленә. Ит киҫәктәре араһына ҡырҡылған банан ҡыҫтырып сығыла.
Онға йомортҡа, тоҙ ҡушып, ныҡлап туҡыла, ҡамыр шыйыҡ булырға тейеш. Ит киҫәктәрен ошо ҡамырға манып алып, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға кәрәк.
Эксклюзив икмәк
500 г он, 10 – 15 г сүпрә, 2 балғалаҡ тоҙ, 2 балғалаҡ кунжут орлоғо, 1 балғалаҡ әнис.
Иләнгән онға тоҙ һәм йылымыс һыуҙа ебетелгән сүпрә, 2 аш ҡалағы һыу ҡушып, ҡамыр баҫырға. Бынан һуң уға кунжут, әнис ҡушып, яҡшылап бутарға. Ошо ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, икмәк әүәләргә. Һәм йылы ғына урында ике сәғәт самаһы тотҡандан һуң мейескә ҡуйыла. Ул мейестә 45 минутта әҙер була.
ҡарабойҙай менән бәлеш
1 – 1,5 кг ҡамыр, 1 кг ҡарабойҙай, 300 г иретелгән май йәки 1 кг ит, 300 г башлы һуған, борос, тоҙ.
ҡарабойҙайҙы тәүҙә табала ҡыҙҙырып алырға ла, тоҙло һыуҙа саҡ ҡына бешерергә. Бәлешкә сөсө ҡамыр баҫырға. Эслеген бутҡа һыуынғас ҡына әҙерләйҙәр. Үрҙә яҙыуыбыҙса, был бәлеште итһеҙ генә лә әҙерләргә була. Ә ит ҡулланырға теләгән осраҡта уның майлы булыуы шарт. һарыҡ ите һәйбәтерәк буласаҡ. Бәлештең эсенә һуған ныҡ итеп ваҡланып һалына.
Йөҙөмлө ҡалас
150 мл һөт, 20 г сүпрә, 120 г шәкәр, 350 г он, 1 йомортҡа, ҡырғыста ҡырылған лимон, тоҙ, 50 г аҡ май, йөҙөм.
Һөттө йылытырға һәм уға сүпрә, 1 балғалаҡ шәкәр менән 2 балғалаҡ он ҡушып бутарға. Был масса 20 минут самаһы йылы урында торорға тейеш.
ҡалған ондо ҙур һауытҡа тау һымаҡ өйөп, уртаһында уйым эшләргә. Шул урынға 100 г шәкәр, йомортҡа, лимон ҡабығы, тоҙ һәм сүпрәле массаны һалырға кәрәк. Бынан һуң аҡ май, йөҙөм ҡушып, тағы ла нығыраҡ болғап, йомшаҡ ҡамыр баҫыла. Уны сепрәк менән ҡаплап, йылы урында бер сәғәт самаһы тоторға кәрәк.
Әлеге ҡамырҙан, яҡынса алғанда, 16 ҡалас килеп сығырға тейеш. Уларҙы формаға һалып сыҡҡас, тағы ла 20 минут самаһы ҡабартыу талап ителә. 225 градус самаһы эҫелектәге мейестә ҡаластар 20 минутта әҙер була. Уларҙы мейескә ҡуйыр алдынан өҫтөнә йомортҡа һарыһы һөртөп, шәкәр һибергә.
Майонездан ҡалас
100 г сүпрә, 1 литр һөт, 250 г майонез, 400 г шәкәр, 200 г үҫемлек майы, он, дәрсен (корица).
Сүпрәне һыуҙа иҙеп, май, ондан ҡамыр әҙерләргә. Әҙер булғас, уны таҡтала йәйергә һәм оҙонса итеп ҡырҡырға. Оҙонса ҡамырҙы еп бәйләгән һымаҡ итеп бороп, формаға килтереп, ҡаластар әҙерләргә. Улар ошо килеш сәғәт ярым тирәһе тороп торһон. Мейескә ҡуйыр алдынан өҫтәренә туҡылған йомортҡа һарыһын һыларға кәрәк.
ҡаймаҡтан бәлеш (сметанник)
3 стакан он, 500 г ҡаймаҡ, 1,5 стакан шәкәр, ҡалаҡ осонда сода, тоҙ.
ҡаймаҡты шәкәр менән ҡушып, ике өлөшкә бүлергә. Уның бер өлөшөнә сода, тоҙ һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Уны тағы ла дүрт өлөшкә бүлеп, һәр бер өлөштө дүртмөйөшләп формаға килтергәндән һуң, май һөртөлгән табала бешереп алырға. Кипмәһен.
Өс йәймәгә лә ҡалдырылған ҡаймаҡты һөртөп сығырға кәрәк. Дүртенсеһен ваҡлап, бәлештең өҫтөнә һибергә.
ҡаймаҡ йәймәгә 4 сәғәт самаһы үткәс кенә һәйбәтләп һеңеп бөтәсәк. Бәлеште ромб формаһында матур итеп ҡырҡырға.
Печенье
300 г ҡатлы ҡамыр, 100 г сыр, тоҙ, йомортҡа.
ҡамырҙы йоҡа ғына өлөштәргә бүлеп, печенье формаһына килтерергә һәм һалҡын һыу һибелгән табаға ҡуйырға. Өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һәм тоҙ һибеп, йомортҡа буярға. Был печенье 7 минутта бешә. Оҙаҡ тотһаң, кибеп бөтәсәк.
Манный (манник)
1 стакан манный ярмаһы, 1 стакан он, 250 ҡаймаҡ (әсегән һөт, ҡатыҡ), тулыр-тулмаҫ бер стакан шәкәр, 2 йомортҡа, 4 – 5 аш ҡалағы аҡ май йәки ярты стакан үҫемлек майы, 1 балғалаҡ сода.
Йомортҡа менән шәкәрҙе туҡырға һәм уға сода, он, манный ярмаһын ҡушып, болғатырға. Был ҡамыр ярты сәғәт самаһы торғандан һуң, иретелгән аҡ май ҡойоп, яҡшылап бутарға.
ҡамырҙы ныҡлап майланған тәрән табаға һалып, мейескә ҡуялар. Ул, әҙер булғас, табаға йәбешмәҫкә тейеш. ҡамыр ике өлөшкә бүленә һәм аҫтағыһына шәкәр сиробы ҡойола. Бәлештең өҫтөн ҡайнатманан алынған еләктәр менән биҙәргә мөмкин.
ҡамырға ҡағылышлы кәңәштәр
Ондо ҡулланыр алдынан иләү мотлаҡ. Был уны таҙартыу өсөн генә түгел, араһына һауа инһен өсөн дә эшләнә. Иләнгән ондан бешерелгән аҙыҡ матур ҡабара, өҫтө тигеҙ була.
ҡоро сүпрәне ҡулланыр алдынан 20 – 30 минут һалҡын һыуҙа ебетергә кәрәк.
ҡамыр әҙерләү өсөн пресланған сүпрәне – ондоң 2 – 5 проценты күләмендә, ә инде ҡороһон тағы ла аҙыраҡ алырға кәрәк.
ҡулланыр алдынан сүпрәне шәкәр ҡушылған йылымыс һыу йәки һөткә һалып, бер аҙ тоторға кәңәш ителә.
Сүпрәне эҫе һыуға һалмайҙар. Сөнки юғары температурала ундағы бәшмәктәр үлә һәм ҡамырҙың әсеү процесы туҡтала.
Әгәр ҡамыр әсегән ваҡытта, ныҡ эҫе урынға ҡуйылып, сүпрә бәшмәктәре үлһә, ҡамырҙы һыуытып, яңы сүпрә һалырға кәрәк.
Сөсө ҡамырҙы оҙаҡ баҫырға кәңәш ителмәй. Был уның сифатын түбәнәйтә.
ҡамыр йәйгән урында үтәнән-үтә ел уйнап торорға тейеш түгел, ел ҡамырҙы ҡатыра, әҙерләнгән ризыҡтың өҫтөн киптереп, тышы ҡаты булып бешеүенә килтерә.
Һөт һәм һөт аҙыҡтарына ҡағылышлы кәңәштәр
Һөттө аҙыраҡ ҡына шәкәр ҡушып ҡайнатһаң, оҙағыраҡ һаҡланасаҡ.
Әгәр һөт саҡ ҡына көйһә, уны тиҙ генә икенсе һауытҡа ҡойоғоҙ ҙа, тоҙ һалып, һалҡын һыу һалынған һауытҡа бушатығыҙ.
Көйгән һөт еҫен һөт һалынған кәстрүлде еүеш, саҡ ҡына аш һеркәһе һибелгән сепрәк менән ҡаплап тороп бөтөрөргә була.
Эремсектең шыйығыраҡ булыуы ла ихтимал. Был осраҡта уны марляға һалып, өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйырға кәрәк. Артыҡ һыуы ағып сығасаҡ.
Эремсек әсе булмаһын өсөн уны шул уҡ миҡдарҙағы һөт менән бутап, бер сәғәт тоторға кәрәк. Бынан һуң уны тишекле сүмес аша үткәрәләр.
Сей һөттө һалҡынса ғына түгел, ҡараңғы урында ла һаҡларға кәңәш итәләр. Шул ваҡытта унда А менән С витаминдары оҙағыраҡ һаҡланасаҡ һәм һөт тиҙ әсемәйәсәк.