30.03.2019 Күңел күҙе тик матурлыҡ күрһен
Дүрт йыл элек күреү һәләтен юғалтҡан егет һоҡланырлыҡ итеп донъя көтә
Арабыҙҙа йәшәгән көслө рухлы, бер-бер артлы килгән һынауҙарға бирешмәгән, киреһенсә, һынауҙар менән килгән көндәрҙең дә матурлығын күргән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Улар башҡаларға йәшәйеш өлгөһө, тормош үрнәге булып тора. Яңауыл ҡалаһында йәшәүсе Владислав Глухов ана шундай өлгө булырлыҡ шәхестәрҙең береһе. Ул 7-се класта уҡыған саҡта уҡ ҡан тамырҙары ауырыуына дусар була. Мәкерле сиргә ҡаршы көрәшкән табиптар ваҡыт үтеү менән үҙҙәренең көсһөҙ икәнен аңлай. Йәш егет яйлап күреү һәләтен юғалта, ә дүрт йыл элек тома һуҡыр ҡала.
Мәҡәләмдең геройы менән беҙ район үҙәк китапханаһында таныштыҡ. Владислав – фантастика жанрын үҙ иткән әүҙем уҡыусы. Яратҡан авторҙарының аудиокитаптарын ҡуллана, махсус Брайль алфавитын өйрәнеп, ваҡытлы матбуғатты ла уҡый. Ғөмүмән, ул ҡайһы бер һау-сәләмәт кешеләргә ҡарағанда ла әүҙемерәк тормош алып бара: бассейнда йөҙә, тренажер залында шөғөлләнә, махсуслаштырылған теннис һәм домино уйнай, почта бүлексәһендә эшләй, инглиз телен өйрәнә, ҡыш көнө һырғалаҡҡа йөрөй. Махсус курстарҙа заманса технологияларҙы, компьютерҙы өйрәнгән, телефондағы махсус ҡушымталар иһә уға көнкүрештә һәр саҡ ярҙам итә.
– Табиптар һуҡыр ҡаласағымды әйткәс, бер аҙға шаңҡып ҡалдым. Тик мин үҙ-үҙемде йәлләп, депрессияға бирелеп ултыра торған кеше түгел. Үҙемә: “Артабан нисек йәшәргә?”– тигән аныҡ һорау ҡуйҙым һәм төрлө мөмкинлекте өйрәнә башланым. Алдан хәлемде белгәс, тома һуҡыр ҡалған мәлдә тәҡдиремә күнгән инем. Статистика мәғлүмәттәре буйынса һаулыҡ торошомдо белгән Республика һуҡырҙар йәмғиәте Мәскәү өлкәһендәге махсус реабилитация үҙәгенә уҡырға барырға тәҡдим итте. Ул миңә яңы тормошома яраҡлашыу өсөн оло тормош мәктәбе булды. Тәү сиратта, ошондай уҡ һынау алдында торған кешеләр менән танышып, аралашыу ярҙам итте. Бер-беребеҙ өсөн кәңәшсе лә, терәк тә булдыҡ. Һау саҡта тормош та, мин дә бөтөнләй икенсе инек. Ауырлыҡтар түгел, ә донъяның асылы тураһында был фекер. Бәлки, ҡайһылыр мәлдәрҙә мин йәшәүҙең, һаулыҡтың ҡәҙерен дә белеп етмәгәнмендер. Ә һынауҙар кешегә рух ныҡлығы, характер көсө бирә. Ҡайһы бер ата-әсәләр ауырыған балаларын уҡырға ебәреүҙән, кешеләр араһына сығарыуҙан ҡурҡа. Бала яйлап үҙ-үҙенә бикләнә, тормошҡа яраҡлашырға, көрәшергә тигән теләге һүрелә. Минең әсәйем дә тәүҙә яңғыҙымды сит тарафҡа ебәрергә ҡурҡты. Әммә ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, уҡырға киттем, – ти Владислав ул мәлдәр тураһында хәтерләп.
Ысынлап та, реабилитация үҙәгендә ул яңынан йәшәргә: үҙен ҡарарға, таяҡ менән алыҫ араға йөрөргә өйрәнә, төрлө һөнәрҙәр үҙләштерә, Брайль алфавиты буйынса уҡый башлай. Аш-һыу әҙерләү буйынса ла дәрестәр ҡыҙыҡлы үтә. Бер көн Владислав уҡытыусыһын аптыратып:
– Картуф менән ҡарабойҙай ярмаһын мин былай ҙа бешерә беләм. Икенсе төрлө ризыҡтар кәрәк, – тип әйтеп һала.
– Ә нимә әҙерләргә өйрәтәйем һуң?
– Ит һәм балыҡ ризыҡтары, салаттар...
– Ярай улайһа!
Бөгөн инде егет яҡындарын телде йоторлоҡ ризыҡтар менән һыйлай. Ҡамыр аштарын ғына әҙерләмәй: бешеү кимәлен үҙаллы билдәләй алмай.
Яңауыл районында физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн “Уңайлы мөхит” проекты буйынса байтаҡ эштәр башҡарылған. Тик улар башлыса коляскалағы ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән. Почта элемтәһе, вокзал, дауахана, пенсия фонды, ҡайһы бер магазиндар – һуҡырҙар ышаныслы йөрөй алған бер нисә генә ойошма бар. Хатта кешеләр күпләп йөрөгән урамдарҙағы светофорҙар ҙа тауышлы сигнал бирмәй. Етмәһә, насар тороштағы юлдар ҙа егет өсөн ҙур проблема булып тора. Шуға күрә Владиславҡа күп осраҡта таныш булмаған кешеләрҙән ярҙам һорарға тура килә. Әлбиттә, төрлө кеше бар: кемдер күрмәмеш тә ишетмәмеш булып үтеп китә, икенселәр, киреһенсә, артыҡ ярҙамсыллығы менән ҡамасау тыуҙыра. Хатта ҡыланыуҙа, алдашыуҙа ғәйепләүселәр ҙә табылған. Быларҙың барыһына ла егет юмор менән ҡарап өйрәнгән. “Тәүге осор аҙашырмын тип ҡурҡа инем, хәҙер өйрәндем. Донъяла мәрхәмәтле кешеләр күп, аҙашһам, ярҙам итерҙәр әле!” – ти йылмайып. Ваҡыт үтеү менән унда тойомлау һәләте үҫешә башлаған. Урамда барғанда аяҡ һәм машина тауыштары, кешеләрҙең һөйләшеүе буйынса ҡайһы тирәгә етеүен билдәләй – ниндәйҙер кимәлдә улар юл күрһәтеүсе маяҡ булып тора. Ҙур предметтарҙы, стеналарҙы алдан һиҙеп, урап үтә. Шуғалыр ҙа, сит кешеләр егеттең һуҡыр икәнен белеп тә өлгөрмәй ҡала.