«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (25-31 март)



25.03.2019 Йондоҙнамә (25-31 март)


[b]Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Һәйбәт аҙна. Элек ҡамасаулап торған ҡыйынлыҡтар бөтөр. Был арала күптәр ниндәйҙер һөнәр үҙләштерер. Шаршамбыла кем менәндер юҡ сәбәптән һүҙгә килешеүегеҙ мөмкин. Һәр хәлдә үҙ фекерегеҙҙә тороғоҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һәр осраҡта ла һеҙҙән даими иғтибар талап ителә. Етди ҡағыҙҙар менән эш иткәндә, бәләкәй генә хатаның кире һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал. Йомала яҡшы таныш кешеләр менән аралашыу хәүефле күренә.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Төп эшегеҙҙә барыһы ла яҡшы буласаҡ. Күрһәткән тырышлығығыҙ етәкселәрҙең ышанысын яуларға ярҙам итер. Аҙна араһында ниндәйҙер бик ауыр һәм яуаплы бурыс йөкмәтеүҙәре бар. Уны тейешенсә башҡарыу абруйығыҙҙы тағы ла күтәрер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көндәр көсөргәнешле киләсәк. Эште ойоштора алғандар ғына уңыр. Юҡ-барға көсөгөҙҙө сарыф итмәй, иң мөһим эштәргә генә иғтибар биреүегеҙ дөрөҫ булыр. Икенсе кешеләр өсөн яуаплылыҡты үҙегеҙгә алмаҫҡа тырышығыҙ. Йомала ниндәйҙер ҡыуаныслы осрашыу көтөгөҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Барыһы ла ҡулығыҙҙан килә һымаҡ. Ләкин ысынында былай түгел. Мөмкинлек­тәрегеҙҙе артыҡ баһалауығыҙ ҡайһы ваҡытта хаталарға ла килтерер. Был арала уйламаған сәфәргә сығыуығыҙ ихтимал.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Кәйефегеҙ һәр саҡ күтәренке булыр. Һеҙҙе файҙалы аралашыуҙар, осрашыуҙар көтә. Уҡып йөрөгән һәм белем арттырғандар бигерәк тә уңыр. Йома ғына ауырыраҡ килер. Ләкин килеп сыҡҡан мәсьәләне хәл итә алырһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ҡайһы бер эштәрегеҙ төрлө сәбәп арҡаһында туҡталғандай тойолор. Көр­сөктән сығыу өҫтәмә сығым талап итер. Был арала кем менәндер элегерәк боҙолған мөнәсәбәттәрегеҙҙе көйләрһегеҙ. Был ике яҡ өсөн дә һәйбәт булмаҡсы.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна бигүк уңышлы булмаһа ла, хәлегеҙҙе бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәртә алырһығыҙ. Шаршамбыла төрлө икеле хәлдән, дәғүәнән ары тороғоҙ. Башҡаларҙың фекеренә әллә ни иғтибар итмәгеҙ, үҙ тәжрибәгеҙгә генә таянығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Күңелегеҙгә ятҡан эш менән булышһағыҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙ һәр саҡ дөрөҫ һәм алдан уйланылған булыр. Иңегеҙгә яуаплылыҡ алыуҙан һис тә ҡурҡмағыҙ, барыһы ла һәйбәт тамамланыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Матди ҡыйынлыҡтарға тап булырһығыҙ, тик был хәл оҙаҡҡа бармаҫ кеүек. Был арала ниндәйҙер ҡамасаулап торған мәсьәлә үҙенән-үҙе сиселер. Күптәрҙең элек һис тә белмәгән һәләте асылыр.

Саян (24.10 – 22.11)
Мәл ҙур эште башҡарыу өсөн уңайлы. Ҡайһы бер уңышҡа ла өлгәшерһегеҙ. Улар, бер яҡтан, осраҡлы һымаҡ күренер. Был дөрөҫ түгел. Уңыштарығыҙ – элек күрһәткән тырышлығығыҙ һөҙөмтәһе.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был аралағы аралашыуҙар бик өмөтлө булмаҡсы. Элегерәк өҙөлгән мөнә­сәбәттәрҙе лә еңел генә ялғап ебәрерһегеҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер бик һирәк осрай торған мәл кисерерһегеҙ. Быны тулыһынса файҙаланырға тырышығыҙ.





Автор: Өмөтбай
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға