29.01.2011 Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил БИКБАЕВ: «Халыҡ хәтерендә бер генә шиғыры ҡалһа ла, ул шағир бәхетле»
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Рауил БИКБАЕВ – «Йәшлек» гәзите редакцияһында «Тура бәйләнеш»тә булып, бик күп һорауҙарға яуап бирҙе. Тел, милләт, әҙәбиәт яҙмышы һәм ижад серҙәре менән ҡыҙыҡһынды гәзит уҡыусылар. Мәғариф, спорт темаларына ҡағылған шәхсән һорауҙарҙы депутат үҙенең эш ҡағыҙына теркәп ҡуйҙы. Ил ағаһы һәр шылтыратыусыға аныҡ яуап биреп кенә ҡалманы, уларҙың уй-кисерештәре, эштәре менән дә ҡыҙыҡһынды.
– Һаумыһығыҙ! Рауил ағай, һеҙме? Һораумы икән, теләкме – һеҙҙең менән һөйләшкем килгәйне. Хәҙистәрҙе, ҡөрьәндең аҡыллы һүҙҙәрен халыҡҡа аңлайышлы телгә, шиғри телгә һалыуығыҙға рәхмәт, кинәнеп, фәһем алып уҡыйбыҙ.
– Исемегеҙ нисек?
– Исемде әйтмәй генә һөйләшәйек. Ауылдаштарҙан оялам.
– Исемһеҙ аңлашып буламы ни?
– Бер телдән, бер диндәнбеҙ – аңлашырбыҙ. Шундай үтенес бар: беҙҙең БСТ каналынан, дингә күберәк иғтибар биреп, намаҙ уҡыу серҙәрен дә өйрәтһендәр ине. Һеҙ, Рауил ағай, халыҡтың күҙе менән ҡашы араһында бит, телевидение етәкселәренә әйтәһегеҙме әллә? Юҡ-барҙы, әҙәпһеҙлекте күп күрһәтәләр, намаҙға ун минутлыҡ ҡына ваҡыт китә.
– Дин менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ, иман тураһында уйланыуығыҙ бик тә һәйбәт. Һуңғы йылдарҙа был өлкәлә һәйбәт үҙгәрештәр бар. Һәр ерҙә мәсеттәр ҡалҡа, изге китап – ҡөрьәнебеҙҙең башҡортсаға тәржемәһе нәшер ителде, шағирҙарыбыҙ хәҙис, сүрәләрҙе, ысынлап та, шиғри телгә һала. Дингә арналған әҫәрҙәр ҙә тыуҙы. Мин дә «Өс йөҙ ҙә өс хәҙис» исемле китап сығарҙым.
Радио, телевидениенан да «Йома» тапшырыуҙары бара. Мөнәжәттәр йыш яңғырай. Ә бына һеҙ күтәргән мәсьәләгә килгәндә, телевизорҙан намаҙға өйрәтеүҙе һис кенә лә күҙ алдына килтерә алмайым бит әле. Бик күп дини ҡулланма сыға, шуның аша өйрәнергә кәрәктер һеҙгә. Ауылығыҙҙа мәсет бармы?
– Бар. Теләге булғандар килә. Ябыҡ торған саҡтары ла була.
– Муллағыҙ барҙыр бит.
– Бар, икәү.
– Ул да өйрәтә алалыр. Теләгегеҙ ҙур булһа, өйрәнерһегеҙ. Һәр кем үҙ юлы менән намаҙға баҫырға тейеш, тип уйлайым. Беҙҙең заманда ғына мөмкинлек булманы, ә хәҙер теләгән һәр кешегә дингә ишек асыҡ.
– Нимә генә тимәйек, ауыр саҡ булһа, Аллаға киләбеҙ бит. Хоҙайҙан ялбарып һорайым тиһәң дә намаҙ тәртиптәрен белергә кәрәк. Ә беҙҙә ныҡлы ғына белгән кеше юҡ. Шуға дингә лә иғтибар булыр, тигәйнем. Көсләп баҫтырыу, тип әйтмәйем. Хәҙер БСТ бик үҙгәрҙе, ауыл кешеләрен дә, башҡорттарҙы ла күрһәтеп бармайҙар. Насар хәлдәргә ныҡ иғтибар бирәләр.
– Алама тапшырыуҙар хаҡында әйткәнегеҙ дөрөҫ. Бигерәк тә беҙҙең башҡортса матур тапшырыуҙар һирәгәйҙе. Сит өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән бәйләнеш, хатта төп бәйләнеш, ошо телевидение аша бара ине. Улар был каналды ҡарап, Башҡортостандағы хәлдәрҙе, милләттәштәренең йәшәйешен белә ала. Матбуғат, китаптар барып етмәгәндә лә «зәңгәр экран» республиканың тын алышын еткерә. БСТ-ны Силәбе, Ырымбур һәм башҡа яҡтарҙа, Себер тарафтарында ла ҡарайҙар. Бына һуңғы осорҙа башҡортса тапшырыуҙар әҙәйгәс, тамашасылар ҙа кәмейәсәк. Улар башҡа каналдарға күсә. Шул уҡ Татарстандың тапшырыуҙары ҡыҙыҡ икән, уларҙы ҡараясаҡтар. Был хаҡта, һеҙҙең һымаҡ, беҙ ҙә бик борсолабыҙ һәм тейешле урында һүҙ алып барабыҙ.
– Ғилман Аҙнабаев булам. Рауил ағай Ырымбур яҡтарына ҡайтып торамы икән? Унда яҡташтары Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Сәғит Агиш, Рауил Бикбаевтарҙың әҫәрҙәрен үҙ телендә уҡый аламы икән? Башҡорт теле уҡытыламы, башҡорт китаптары барып етәме?
– Тыуған яғыма йыл да ҡайтып торам. 60 – 70-се йылдарҙа оҙаҡ йылдар яҙыусылар бармай торғайны. Хәҙер, йыл һайын булмаһа ла, ике-өс йылға бер яҙыусылар беҙҙең яҡтарҙа булып, халыҡ менән осрашып тора. Дауыт Юлтыйҙың, Мөхәмәтша Буранғоловтың, Сәғит Агиштың юбилей һәм хәтер кисәләре бик йәнле үтте. Әҙип һүҙенә, туған теленә сарсаған яҡташтарым бик йылы ҡабул итә бындай кисәләрҙе.
Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт матбуғаты тыуған яҡтарыма барып етмәй. Хәҙер гәзит-журналдарға яҙылыу юҡ дәрәжәһендә, подписканы ойоштороу кимәле шулаймы, әллә хаҡтар өркөтәме ҡәрҙәштәребеҙҙе... Заманында «Ағиҙел» журналының дөйөм тиражының 30 проценты сит өлкәләрҙә тарала торғайны.
Тағы шуныһы үкенес, Рәсәй мәктәптәрендә милли компоненттарҙы ҡыҫҡартыу һөҙөмтәһеме, башҡа аҫтыртын сәйәсәтме, башҡорт теле бик күп мәктәптәрҙә уҡытылмай. 90-сы йылдарға тиклем 50-ләп мәктәптә уҡытыла торғайны. Ике меңенсе йылдан күп ерҙә башҡорт теле бик шартлы рәүештә генә уҡыла. Факультатив кимәлендә. Урта мәктәптәр – һигеҙ йыллыҡҡа, һигеҙ йыллыҡтар башланғыс мәктәптәргә ҡалды. Бындай хәүефле хәл Ырымбурҙа ғына түгел, башҡа өлкәләрҙә лә күҙәтелә.
– Рауил ағай, һаумыһығыҙ? Беҙҙең бик бай ағай! Һеҙгә Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынан Владик ҡыҙрасов шылтырата. Ошо форсаттан файҙаланып, халыҡ шағирына атылған йондоҙ кеүек ҡыҫҡа ғына ике шиғырымды уҡып ишеттерәйем тигәйнем. Рөхсәтме?
– Әйҙә, әйҙә, Владик.
– «Ғүмер» һәм «Йөрәклетау» тип атала. (Бында һәр шиғырҙан берәр генә строфа бирәбеҙ – Авт.)
...Был донъяның төп асылы
Ғәҙел ғүмер – шуны аңлағыҙ!
Ерҙә кеше ғүмере сикһеҙ түгел,
ҡәҙерҙәрен белмәй ҡалмағыҙ!
... Йөрәклетау – серле утрау,
Мөхәббәт тауы бит ул.
Һөйөүҙәй саф, изге хисле
ҡуш йөрәк тауы бит ул.
Һеҙҙең фекерҙәрҙе беләйем тигәйнем, Рауил ағай. Һеҙгә тәүләп мөрәжәғәт итеүем.
– Тәүләп яҙыуың түгел бит. Нисә йәш һиңә?
– Стәрлелә йәшәгәндә яҙғылай торғайным, шунан баҫылып торҙом. 48 йәш әле.
– Самый мөхәббәт тураһында уйланып, шиғыр яҙа торған мәлең икән (йылмая). Матбуғатҡа биргәнең бармы?
– Район гәзитендә баҫылды.
– Шиғырыңдан ихласлыҡ бөркөлөп тора. Күптән яҙғанға оҡшайһың. Мәктәп йылдарынан уҡ, тип уйлағайным.
– Мәктәп йылдарында ла яҙғыланым инде. Тик гәзиттәргә ебәргәнем булманы.
– Әле өҙөк-өҙөк ишетелгән тауыштан шиғырыңдың һәр юлы хаҡында һүҙ алып барыуы ҡыйын, тик шулай ҙа һинең шиғри күңелле булыуың үҙен һиҙҙерә. Шиғыр менән йәшәүең – үҙе үк матур күренеш. Ундай кешенең уйҙары ла изге була. Был үҙе үк бәхет. Бәлки, киләсәктә шағир ҙа булып китмәҫһең, тик ошо бәхеттән, матурлыҡты күрә, шиғриәтте аңлау белеү бәхетенән Хоҙай айырмаһын үҙеңде. Бына «Йәшлек» егеттәре лә көтә һинең шиғырҙарыңды. Яҙыш, ижад ит!
– Рәхмәт.
– Күмертауҙан Аҡъюл шылтырата. 314 битлек повесымды Күмертау яҙыусылары ойошмаһында тикшертеп, ыңғай баһа алдым. Тик улар, һин әле билдәһеҙ кеше, «Китап» нәшриәте тулыһынса сығара алмаҫ, ике өлөшкә бүлеп, беренсеһен генә алып бар, тип кәңәш итте. Ул өлөш быйыл сыға инде, Алла бирһә. Һорауым шундай: мин оло кеше, китабымдың икенсе өлөшөн күрә алмауым да мөмкин. Шуға күрә повесты тулыһынса сығарыу мөмкинлеге булмаҫмы икән?
– Был һорауҙы миңә түгел, «Китап» хеҙмәткәрҙәренә бирергә кәрәк. Матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләре менән Аҡъюл исеме күптәргә таныш. Шундай ҙур әйберҙең беренсе өлөшө китап булып сығыуы – үҙе үк ҡыуаныслы хәл. Китап сығарыу бөгөн еңел түгел, йылдан-йыл план ҡыҫҡара. Ғүмер бирһен һиңә, Аҡъюл, беренсеһе китап булып сығырлыҡ дәрәжәлә икән, икенсеһен дә ҡулыңа алырға яҙһын.
– Ирек мин, Стәрленән. Рауил Бикбай шағир ғына түгел, сәйәсмән дә, йәмәғәт эшмәкәре лә. Бөгөнгө Президенттың эшмәкәрлегенә ҡарашы нисек икән?
– Башҡортостандыҡынамы?
– Эйе, әйткәндәй, илдә бер генә Президент булырға тейеш, тигән фекергә Рауил ағайҙың ҡарашын белге килә?
– Рөстәм Хәмитов үҙенең эшмәкәрлеген бик матур башлап ебәрҙе. Айырыуса беҙгә, яҙыусыларға, уның башҡорт теленә булған иғтибары, телебеҙҙең һәр саҡ яҡлауға мохтажлығын аңлауы, Башҡортостандың башҡорттар иле икәненә баҫым яһап әйтеүе ҡәҙерле. Шулай уҡ тәбиғәтебеҙгә булған ҡарашы ла ыңғай уйҙар уята. Ирәмәл, Торатау хаҡындағы бәхәстәрҙе туҡтатып, кешесә һаҡсыл ҡараш тыуҙыра алыуы ла маҡтауға лайыҡ. Етәксенең атҡараһы эштәре лә, уйландырырлыҡ хәстәрҙәре лә, менәһе тауҙары ла күп. Киләсәктә беҙ унан тағы ла изге эштәр, яңы уңыштар көтәбеҙ. Тик етәксе яңғыҙы ғына тау аҡтара алмаҫ, әгәр халыҡ уға терәк булмаһа.
Бер генә Президент тураһындағы фекергә килгәндә, минеңсә, Башҡортостан Президенты вазифаһы бер ҙә юҡтан булдырылмаған, республикабыҙ быға лайыҡ. Башҡортостан, Татарстан, Яҡутстан кеүек үҙ аллы, ҡеүәтле республикалар – президентлы була торған төбәктәр. Беҙҙең ҡайһы бер район дәүмәлендәге Кавказ республикаларында, беҙ президентһыҙ ҙа йәшәй алабыҙ, тип һүҙ сығаралар икән, уларҙың эшенә ҡыҫылмайбыҙ. Беҙ Президентлы республика булыу яғындабыҙ.
– Бөгөн йәштәр ижадынан бигерәк тә кемде яратып уҡыйһығыҙ? Ләйсән исемле ҡыҙмын, БДПУ-ла уҡыйым. Көн дә Яҙыусылар союзы бинаһы эргәһенән үтәм. Үҙем дә яҙышам, әҫәрҙәремде кемгә күрһәтергә мөмкин икән? Союзда ундай кешеләр бармы?
– Ниндәй жанрҙа эшләйһегеҙ?
– Шиғырҙар яҙам.
– Яратып уҡығандарым байтаҡ. Шуға айырып ҡына атау дөрөҫ үк булмаҫ. Яңыраҡ ҡына, Ләйсән һылыу, беҙҙең Яҙыусылар союзында һеҙҙең университет студенттарының шиғырҙары хаҡында фекер алышыу булды. Һин нисектер был хаҡта белмәй ҡалғанһың. Союзға ин, кемгә генә өндәшһәң дә, яҙғандарыңа иғтибар итерҙәр. Рәхим ит. Ғөмүмән, йәштәрҙең әүҙемерәк булыуын һорар инем. Союз бинаһында, әҫәрҙәрҙе тикшереүҙән тыш, һәр аҙна шиғри кисәләр, осрашыуҙар үтә, килегеҙ. Ул осрашыуҙар – үҙе үк ижади лаборатория, мәктәп.
– Фәнүзә Сәфәрова. Нуриман районынанмын. Рауил ағай үҙенең етмеш йәшендә лә егеттәр кеүек. Ағайыбыҙ – ысын шағир ҙа, етәксе лә, хәҙер депутат та. Нисек шулай бар эштә лә өлгөрөргә мөмкин, тип аптырайбыҙ. Спорт менән дуҫлығығыҙ нисек, Рауил Төхфәтович?
– Минең ижадты төрлө яҡтан белгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Шағир булараҡ та, етәксе, депутат булараҡ та, ысынлап та, байтаҡ эш башҡарырға тура килә. Ваҡытты дөрөҫ баһалап ҡына күп нәмәгә өлгөрөргә мөмкин. Һәр сәғәтте, һәр минутты ҡәҙерләп йәшәгәндә генә ғүмер ҙә, түккән тир ҙә ҡәҙерлегә әйләнә. Йәшәү режимым ижадты ла, хеҙмәтте лә, ваҡытты ла һанларға өйрәтә. Мин бик иртә торам, таңғы дүрт-биштәрҙә өҫтәл артына ултырам, эшкә киткәнсе шулай ярайһы уҡ ижад итеп алам. Кис бик яҙышып ултырып булмай, эштән арынып ҡайтыуға һуң булып китә. Ижад ана шул ҡояштан алда тороп ҡыбырлағанды ярата. Ял, отпуск мәлендә лә ҡәләмгә тотонмайынса булмай.
Махсус спорт төрө менән шөғөлләнгәнем булманы. Тик тәбиғәттә оҙағыраҡ йөрөргә тырышам. Һыу инергә яратам. ҡара яҙҙан ҡара көҙгәсә, көн торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, юлым йылға-күл буйына килеп төртөлә икән, һыуға суммайынса сыҡмайым. Элегерәк йәйҙең нисек үтеүен үҙемдең нисә йылға, күлдә һыу инеүем менән билдәләй торғайным. Уларҙың һаны ҡайһы берҙә егерменән ашып китә торғайны. Ғүмер үтә бара был һан да ҡыҫҡара.
– ҡыҙыҡ, ысын ир-егет икәнһегеҙ. Һаулыҡ-сәләмәтлек һеҙгә!
– БДУ доценты Зәки Әлибаев ине әле был. Әҙәби тәнҡит буйынса белгестәрҙе юғары уҡыу йортонда әҙерләүҙе планлаштырып буламы? Әҙәбиәт институтының уҡыу программаһына ярашлы ижади шәхестәрҙе үҫтереү ҙә көн талабына яуап бирер ине. Бындай белгестәрҙе әҙерләүсе көс юғары уҡыу йорттарында бар бит. Һеҙ, депутат, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булараҡ, ниндәй фекерҙәһегеҙ?
– Тәнҡитселәрҙе махсус юғары уҡыу йортонда әҙерләүгә килгәндә, был мөмкин булырҙай эшме икән ул, тип, бик шикләнеп ҡарайым. Әҙәбиәткә, ижадҡа һәр кем үҙ юлын үҙенсә яра, ижадсыны уҡыу йорттарында ғына тәрбиәләп булмай. Хатта табиптарҙың да, хәрбиҙәрҙең дә, агроном-зоотехниктарҙың да әҙәбиәткә килеү күренеше бар. Быны кешенең яҙмышы тиергә мөмкин.
Ә бына булған көстәрҙе ойоштороу, файҙаланыу өсөн БДУ-ла, башҡа уҡыу йорттарында тәнҡит буйынса махсус курс үткәреү маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Был тәңгәлдә аҙымдар яһалды, әле лә һүҙ алып барабыҙ, эште тағы ла йәнләндереү өсөн Әҙәбиәт институты программаһына оҡшашыраҡ уҡыу программаһы төҙөп, шуны университетта тормошҡа ашырғанда, тағы ла һәйбәт булыр ине.
Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтында һуңғы ун-ун биш йыл эсендә беҙҙең студенттар уҡығаны юҡ. Мәскәүҙә йәшәү ҙә күп сығым һорай, стипендия бәләкәй – унда дәүләт ярҙамынан тыш уҡыу мөмкин түгел. Әле беҙҙә бер уй йөрөй, тик уны нисек тормошҡа ашырырбыҙ?.. Беҙҙең йәш актерҙар, режиссерҙар, ғөмүмән, бик һәләтле йәштәр Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта уҡып ҡайтты. Был эш сәнғәтте күтәреү, яңы һулыш биреү өсөн дәүләт ярҙамында махсус рәүештә эшләнде. Ошо программа буйынса беҙ ҙә әҙәбиәтселәрҙән бер төркөм ойоштороп, Әҙәбиәт институтына ебәрә алһаҡ, әҙәбиәтебеҙ киләсәген хәстәрләүҙең бер сараһы булыр ине. Тик был ҡытлыҡ заманда быны тормошҡа ашырыуы еңел булмаясаҡ. Зәки, быны һин үҙең дә яҡшы аңлайһың.
– Стәрлетамаҡтан шылтыратабыҙ. Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы башҡорт филологияһы факультетының 4-се курс студенттары. Венера Ғәзизова булам. Рауил ағай, әлеге ваҡытта ниндәй темалар өҫтөндә эшләйһегеҙ? Яңы китап әҙерләйһегеҙме?
– Күләмле әҫәрҙәремдең һуңғыһы «Хазина» поэмаһы булды. Был әҫәр буйынса шиғри театр тамашасыларҙы шаҡ ҡатырҙы, рух уятты, тулҡынланып, яратып ҡаранылар. Ғөмүмән, бындай театр беҙҙә яңылыҡ булараҡ ҡабул ителде. Сәхнәбеҙ йондоҙо, профессор Таңсулпан Бабичева ҡуйған тамашала Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары һәм Милли йәштәр театры актерҙары уйнаны. Күп урында ҡуйылған был театрҙы бик йылы ҡабул иттеләр. Театрға яңынан әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ, мин әле әҫәрҙең яңы редакцияһын эшләйем.
Яңы китаптар тураһында әйткәндә, һуңғы йылдарҙа һайланма әҫәрҙәремдең өс томы баҫылып сыҡты. Әле дүртенсеһен әҙерләп тапшырҙым, быйыл сығасаҡ. Киләһе йыл бишенсеһе менән был оло эште йомғаҡларбыҙ, тим. Ижадты барлау, айырым әҫәрҙәргә бөгөнгө күҙлектән ҡарау байтаҡ ваҡытымды ала. Яңы шиғырҙар яҙыла.
Беҙ яҙыусыларҙың сираттағы 15-се съезына әҙерләнәбеҙ. Ошо ваҡиға алдынан йола буйынса «Яҙыусы һәм заман» тигән мәғлүмәти-аналитик китап әҙерләйбеҙ. Унда һуңғы биш йылдағы башҡарған эштәргә йомғаҡ бирелә. Был йыйынтыҡ минең съезда һөйләнәсәк телмәр менән асылып китә. Әле ошо эш менән мәшғүлмен. Ошо яуап менән ҡәнәғәтһеңме?
– Ә нисек ваҡыт еткерәһегеҙ?
– Алда был һорауға яуап биргәйнем. Әлбиттә, дәүләт, йәмәғәт эштәре ваҡытты күп ала. Ижадҡа ваҡыт наҡыҫыраҡ ҡала. Әҙерәк йәл, әлбиттә.
– Абзый, һинме?
– Мин тыңлайым, Хәсән (күренекле шағир Хәсән Назарҙы тауышынан таныны – авт.)
– Эшләгән урының күп булғас, үҙеңде табырмын тимә. Һин, ил йөрәгендә йөрөгән кеше, беләһеңдер, Рәсәй Президенты Медведев Башҡортостанға килә, ти, шул дөрөҫмө ул?
– Алдан һинең менән һөйләшмәнеләрме ни? Хәсәндең үҙенән рөхсәт алғандарҙыр әле, тигәйнем (рәхәтләнеп көлә). Эйе, февраль баштарында көтәбеҙ. Ил башлығы Башҡортостандағы милләт-ара мәсьәлә буйынса оло кәңәшмәлә ҡатнашасаҡ. Беҙҙәге дуҫлыҡ-татыулыҡты үҙе килеп күрмәксе. Нисек үҙеңдең хәлдәрең, ижад барамы?
– Өйҙәмен, бөгөн бик буранлай ҙаһа. Эйе, яҙышам әле.
– Ярай, осрашҡанға тиклем.
– Нәркәс Биктанова булам. Башҡорт теленең киләсәк яҙмышын нисек күҙаллайһығыҙ? Телде һаҡлау маҡсатында ниндәй эштәр башҡарыла?
– Башҡорт теленең киләсәге иң элек башҡортттоң үҙенән тора. Әгәр башҡорт ғаиләһендә башҡорт теле бар икән, тел дә, милләт тә мәңгелек. Атай-әсәй телендә, балалар араһында үҙ-ара аралашыу телендә башҡорт теле юҡ икән, ниндәй генә мәктәптә уҡытһаң да, ниндәй генә китаптар сығарһаң да, ниндәй генә закон-программалар ҡабул итһәң дә, уның һөҙөмтәһе беҙ теләгәнсә булмаясаҡ. Киләсәге, киреһенсә, хәүефле.
Телде һаҡлау, үҫтереү буйынса һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ифрат күп эшләнде. Телебеҙ дәүләт статусы алды, мәктәптәрҙә телде өйрәнеү бара, үҙ телебеҙҙә күпме гәзит-журнал сыға, шөкөр, китаптарыбыҙ баҫылып тора, нисәмә радио каналы үҙ телебеҙҙә һөйләй, йыр-көй тарата... Элек Өфө урамында башҡортса һөйләшкән баланы осратыуы, берәй кисәлә башҡортса шиғыр уҡыусы ҡыҙ йә малайҙы күреүе мөмкин түгел ине. Беренсе интернат һәм 20-се мәктәп, БДУ-ның филология факультетын ғына иҫәпкә алмаһаҡ... Ә бөгөн кисәләрҙә башҡортса шиғыр йә йыр яңғырамаған мәктәпте республикала табыуы ҡыйын. Шуға ҡарамаҫтан, халҡыбыҙ араһында ассимиляция көсәйгәндән-көсәйә бара. Бында беҙ элек дәүләтте ғәйепләй торғайныҡ. Ысынлап та, 60-сы йылдарҙа, Хрущев заманында уҡытыу рус теленә күсеү арҡаһында нисә быуын үҙ телен белмәйенсә үҫте. Хәҙер беҙгә балаларҙы үҙ телендә уҡытыу мөмкинлектәре артты, ә шул уҡ ваҡытта башҡортса китап, гәзит уҡыусылар һаны кәмей бара. Ғәйепте, тимәк, үҙебеҙҙән дә эҙләргә кәрәк. Беҙҙең телде кемдер ситтән килеп һаҡлап йөрөмәйәсәк. Үҙеңдән, балаңдан башлана телде һаҡлау. Тағы ҡабатлайым, дәүләт теле булып та, башҡорт теле ғаилә теле түгел икән – уның киләсәге хәүефле. Студенттарға, буласаҡ ата-әсәләргә, буласаҡ уҡытыусыларға был бигерәк тә ҡағыла. Был турала уйланһағыҙ ине.
– Уйландырғыс нәмәләр тураһында әйттегеҙ. Күпме иғтибар иткәнем бар: балалар хәҙер, өйҙә үҙ телендә һөйләшһә лә, урам буйында үҙ-ара русса аралаша.
– Эйе, заман, мөхит тигән төшөнсә лә бар. Миңә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылға ҡайтып, бындай күренештең шаһиты булырға тура килгәне бар. Беҙҙең ауылда, Ырымбур өлкәһендә булһа ла, бөтә предметтарҙан да беҙҙе тик башҡортса уҡыттылар, тик башҡортса аралашып үҫтек. Үткән ҡайтҡанда ғына әле, урамда малайҙар русса һөйләшеп уйнағас, ҡайҙан ҡайтҡан, кем балалары, тип һораһам, нишләп ҡайтһын, беҙҙең урам малайҙары, тиҙәр. Аптырарлыҡ та, әсенеп иларлыҡ та.
– Һаумыһығыҙ, Рауил ағай. Юлиә Килмөхәмәтова. Ни өсөн башҡорт китабының таралыу даирәһе тар? Шул һорау борсой мине.
– Был һорау башҡорт китабына ғына түгел, бар башҡорт матбуғатына ла ҡағыла. Беҙ, Юлиә һылыу, әле тел тураһында һөйләштек, шунда күтәрелгән проблемалар бында ла сағыла. Уҡыусыларыбыҙ ни өсөн кәмей? Сөнки оло быуын урынына төп уҡыусылар булып 60 – 70-се йылдарҙа уҡыған кешеләр һәм уларҙың балалары килергә тейеш. Ә ул осорҙағы быуындың байтаҡ өлөшө башҡортса белмәй үҫте һәм улар нисек балаларына башҡортса өйрәтә алһын? Шунан китаптың кәмеүенә, бәҫе китеүенә заман технологиялары ла үҙ өлөшөн индерә. Хәҙер рус китабын да бик уҡып бармайҙар. Күптәр интернет, компьютерға йәбешкән. Шуның арҡаһында гәзитте тотоп та ҡарамай. Китеп бара замандың йәш кешеһе, трамвайҙамы, поездамы, алдында – ноутбук, шул минутында уҡ булған хәл-ваҡиғалар менән танышып бара. Нәфис әҙәбиәтте лә экраны аша уҡырға мөмкин...
Сәбәптәр етерлек. Мәҫәлән, сауҙа селтәренең булмауы. «Китап» нәшриәте үҙенең көсө менән Өфөлә һәм бер нисә районда үҙ магазинын булдырҙы. Һәйбәт күренеш, тик бының менән генә халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп булмай. Сәйер хәл килеп сыға: ҡайҙа барһаҡ та, китап юҡ, тип зарланалар, беҙ, яҙыусылар, күп урындарҙа осрашыуҙар үткәреп, үҙебеҙ менән китап тейәп барабыҙ, әммә китаптың яртыһы кире ҡайта. Зарланған халыҡ шул китапты алырға бик атлығып бармай.
– Был әҙәбиәттең кимәле хаҡындамы, әллә халыҡтың аҡсаһыҙлығы тураһында һөйләйме?
– Күп кешеләребеҙҙең моңһоҙлоғо хаҡында. Аҡса юҡ, тип зарлана, ә башҡаһын һатып алырға табыла. Китапҡа – юҡ. Ә, уйлаһаң, балаһының киләсәге – шул китапта.
– Әйүпов булам, уҡытыусымын, һеҙҙең менән осрашыу үткәреп булырмы икән? Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бик һорай.
– ҡайһы яҡтанһығыҙ?
– Ишембайҙан.
– Әлбиттә, була. Беҙҙең Яҙыусылар союзы йылына 500-гә яҡын осрашыу, кисә үткәрә. Һис кенә халыҡ һорауынан баш тартҡаныбыҙ юҡ. Мәғариф бүлеге аша әйҙә ойоштороғоҙ, килербеҙ, осрашырбыҙ!
– Илдар Ғәбитов, Өфөнән. Рауил ағай, яҙыусыларҙы мин Алла урынына күрәм. ҡәләм оҫталарының абруйын күтәреү өсөн республикала киләһе йылды, бәлки, Яҙыусылар йылы тип үткәрергәлер?..
– Киләһе йыл мәҙәниәт йылы булыуы мөмкин, тигән фараздар бар. Шунда яҙыусылар ҙа инеп китер. Китап йылы итәйек, тигән тәҡдим менән сыҡҡан саҡтарыбыҙ булды. Тик ул етәкселектә лә, йәмғиәттә лә аңлау ҙа, яҡлау ҙа тапманы. Нисек кенә булмаһын, халыҡтың рухи мәҙәниәтенә, аңына, тәрбиәһенә ныҡлы иғтибар кәрәк.
– Рауил Төхфәтович, һаумыһығыҙ, Өфөнән Әлфинә булам. Бер һорауым бар ине. Күптән түгел генә Президенттың дәүләт унитар предприятиеларҙы бөтөрөү тураһында указы булды. Нәшриәтебеҙҙең яҙмышы борсой мине, оптималләштереү һылтауы менән уны ла, гәзит-журналдарыбыҙҙы ла ябып ҡуймаҫтармы? Дәүләт ярҙамынан тыш нәшриәт тә, милли матбуғат та йәшәй алмай бит инде.
– Үҙегеҙ ҡайҙа эшләйһегеҙ?
– Уҡытыусы.
– Беҙҙең арала һеҙҙең кеүек китап, әҙәбиәт, матбуғат яҙмышы өсөн борсолоп, хәстәрләп йәшәүсе мөғәллимдәр булыуына бик шатмын. Был һорауҙы миңә йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, борсолорға урын бар. Баҫма һүҙҙең, китаптың конкуренттары бик күбәйҙе, ләкин беҙҙең Президентыбыҙ, Хөкүмәтебеҙ матбуғатты ла, китапты ла ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Мин быға ышанам. Сыҡҡан китаптарҙы күберәк уҡығыҙ, гәзит-журналдарҙы күберәк алдырығыҙ! Ихтыяж булғанда, рухи ҡиммәттәребеҙ һаҡланыр.
– Яуабығыҙ ҡәнәғәтләндерҙе. Шунан һуң, уҡырға тигәндән, хәҙер йәштәр, ҡулына китап алмаһа ла, интернеттан үҙенә кәрәген табып уҡый бит. Интернет-китаптар, сайт булдырыу эше беҙҙә нисек ҡуйылған?
– Был турала һөйләшеүҙәр ҙә, эш тә алып барыла. Һүҙ ҙә юҡ, әҙәбиәттең бер өлөшө интернетҡа күсәсәк. Заман шуны талап итә, быны аңлайбыҙ. Яҙыусылар союзының үҙ сайты ошо көндәрҙә асыласаҡ. Тиҙҙән китаптарыбыҙҙың электрон варианттары унда ла урын аласаҡ.
– Һаумыһығыҙ. Әлиә Илсеғолова шылтырата ине һеҙгә, Рауил ағай. Йәш яҙыусылар хаҡында һорауым. Йәштәрҙең ижади һәләтен үҫтереү өсөн беҙҙә ниндәй эштәр башҡарыла?
– Йәш кешенең, ҡәләмгә бер тотонғас, ижадҡа яуаплы ҡарауы үҙе үк үҫеште билдәләйәсәк. Талапсанлыҡ, эҙләнеүсәнлек һәләтте бик үҫтерәсәк. Ижад бит ул шәхси эш. Уның өсөн ижадсы үҙе генә яуап бирә. Ситтән килеп ярҙам итеп тә булмай.
Яҙғаныңды донъяға сығарыу мәсьәләһендә лә беҙҙә ҡаршылыҡтар юҡ, буғай. Кәмендә берәй йәш ижадсының талантлы әҫәр ижад итеп, уның сыҡмай ятҡанын күргәнем юҡ. Ундай хәл булһа, үҙем нисек тә ярҙам итер инем.
Беҙҙә «Йәштәр тауышы» тигән серия бар, унда 35 йәшкәсә йәш яҙыусыларҙың өс телдә – башҡортса, русса, татарса – проза һәм шиғри китаптары сығып килде, килә. Башта ул бик матур китте, китаптар тиҫтәләп-тиҫтәләп баҫылды. Һуңғы йылдарҙа, эҙләй башлаһаң, шул серияға лайыҡлы әҫәрҙәрҙе табыуы бик ҡыйын. Шуға күрә йәштәрҙең ижадын үҫтереү иң тәүҙә йәштәрҙең үҙенән тора.
Ижадта ярҙамға өмөтләнеп кенә йәшәп булмай, ижадҡа үҙең юл ярып киләһең. Шәйехзада Бабич егерме йәшендә халыҡты күтәреп алып китерлек шиғырҙар яҙған, ә Рәшит Назаров 16 йәшендә иҫ киткес талантлы әҫәрҙәр ижад иткән. Уларға кем ярҙам иткән? Үҙҙәре һәм шиғриәт тип янған йөрәктәре ярҙам иткән. Аңлашылдымы, Әлиә?
– Эйе.
– Һаумыһығыҙ, беҙҙе, ҡыҙҙарҙы, Рауил Бикбаев нисек ял итә, шул ҡыҙыҡһындыра ине (көлөү тауыштары ишетелеп ҡала). Халыҡ шағирына илһам ҡасан килә, ғәҙәттә?
– Покой нам только снится, тигән Блок. Яҙыусы өсөн ял бик шартлы төшөнсә. Ижадтан бер ҡасан да айырылып булмай. Ялды беҙ, киреһенсә, эшләр өсөн, өҫтәл артына ултырыр өсөн көтөп алабыҙ.
Фекер, илһам килһә, ялыңды онотоп эшкә тотонаһың. Бәхетле мәл ул илһам килеүе. Ләкин ижад даими хеҙмәт икәнде аңлаған кеше илһамды ғына көтөп ултыра алмай. Көн дә ҡулыңда ҡәләмең булырға тейеш. Башҡорт әҙәбиәтендә профессиональ яҙыусылар бик-бик һирәк. Бальзак, Толстой, Горькийҙарҙы күҙ алдына килтерегеҙ, улар көн дә ижад менән генә булған. Ә беҙҙә әҙәби хеҙмәт менән генә йәшәү мөмкин түгел. Эш араһында ғына аҡ ҡағыҙға фекерҙе төшөрөү форсаты тейә. ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бына шулай хәлдәр, ҡыҙҙар.
– Рауил ағай, һаумыһығыҙ. Һеҙҙе Ғафури районының Бәләкәй Үтәш ауылынан Рәфис исемле егет борсой. Башҡорт ханын һайлап ҡуйыуға һеҙ нисек ҡарайһығыҙ?
– Хандар һайлау тарихта ғына ҡалманымы ни?
– Йәштәрҙе лә поддержать итерлек хан кәрәк ине.
– Рәфис, һин үҙең ҡайҙа эшләйһең?
– Ваҡытлыса эшләмәйем. Ауылда йәшәйем.
– Йәштәр ойошмаһы бармы һеҙҙә?
– Юҡ.
– Дауай, һин үҙегеҙҙә ошо ойошманы ойоштороп ебәр. Йәштәрҙе тупла яныңа.
– ...һәм?
– Тарҡаулыҡ бит йәштәр араһында
– Эйе, уныһы бар.
– Ауылда өйләнмәгән егеттәр нисәү?
– Ой, улар күп инде.
– Үҙебеҙ, милләт һаны кәмей, тибеҙ, ә һәр ауылда 30 – 40-шар буйҙаҡ егет йөрөй. Ана шулар хаҡында уйларға кәрәк, ә хан тураһында түгел.
– Башҡорттар араһында байҙар ҙа юҡ бит. Халыҡ араһынан халыҡҡа ярҙам итерҙәй бай башҡорт тураһында әйтмәксе инем. Башҡа милләт байҙарына күпме бил бөгөргә мөмкин? Шуны уйлап әйткәйнем. Һүҙе үтерлек бай хан кәрәк беҙгә.
– Халыҡты байытырлыҡ байҙарыбыҙ булһын! Шуныһы ла бар, Рәфис, беҙҙең халыҡтың тәбиғәтендә сереп байырға ынтылыу бик үк юҡ бит. Башҡорт сауҙа итергә ашҡынып тормаған, тыуған еренә йәбешеп, шунда тир түгеп, тәбиғәт балаһы булып йәшәгән дә йәшәгән.
Дөрөҫ әйтәһең, хәҙерге заманда халыҡтың байҙары күп булырға тейеш. Уларға таянырға тейешбеҙ. Рухыңды һындырмай йәшә, Рәфис.
– Һаумыһығыҙ, Рауил Төхфәтович. Күгәрсен районынан, Мораҡтан. Райман. Һөнәрем буйынса юрист булһам да, шиғыр уҡырға яратам. Һеҙҙең бер шиғырығыҙ классикаға әүерелгән тип уйлап торам әле. Мостай ағайҙың, бәйгеләрҙә сапҡан ат кеү