«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Кер һабыны ла дауа



19.03.2019 Кер һабыны ла дауа


- Грипп һәм тымау булмаһын тиһәгеҙ, сир таралған ваҡытта көн дә танауығыҙҙың эсен кер һабыны менән йыуығыҙ.

- Эт тешләһә, яраға инфекция эләкмәһен өсөн йәрәхәттән ҡанды ағыҙып, кер һабыны эретмәһендә тотолған марля менән бәйләп ҡуялар.

- Бәшмәк ауырыуына ҡаршы ла көрәшә. Бының өсөн зарарланған урындарҙы кер һабыны һалып күпертелгән һыуҙа щетка менән йыуырға ла, һуңынан тирене йод менән эшкәртергә кәрәк.

- Тәнегеҙ еңелсә бешһә, ҡыҙарыуын бөтөрөү өсөн шул урынды кер һабыны менән менән ышҡып ҡуйырға була.

- Депиляциянан һуң тән ҡыҙармаһын өсөн кер һабыны һөртәләр.

- Яңы теш щеткаһына кистән кер һабыны һөртөп ҡалдырһағыҙ, иртәнгә ул дезинфекцияланған булыр.

- Төкөлгән урынды кер һабыны менән ышҡыһағыҙ, тәнегеҙ күгәрмәҫ.

- Сәсегеҙ ҡойолмаһын өсөн айына бер тапҡыр кер һабыны менән йыуығыҙ. Һуңынан һеркә йәки лимон һуты ҡушылған һыу менән сайҡатығыҙ.





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға