«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (18-24 март)



18.03.2019 Йондоҙнамә (18-24 март)


[b]Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Һеҙҙе ҡәҙимге аҙна көтә. Шишәмбелә ҡайҙандыр килем алыуығыҙ бар. Тик уны күрергә лә өлгөрмәҫһегеҙ, шунда уҡ юҡҡа сығыр. Ғөмүмән, матди хәлегеҙ ҡәнәғәт­ләнерлек булыр. Күптән күрмәгән кеше үҙе хаҡында белгертер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Осор һәйбәт килер. Һис тә уйламаған яҡтан матди ярҙам алырһығыҙ. Йондоҙҙар был арала бурысҡа аҡса бирергә кәңәш итмәй, уны ҡайтарып ала алмаҫһығыҙ һымаҡ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Киләсәгегеҙ тураһында етди уйланырға ваҡыт. Был арала күптәр яңылыш юлдан барғанын аңлар. Хәйер, тормошоғоҙҙо яңыса ҡорорға һис тә һуң түгел. Йомалағы ваҡиға үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙҙы арттырыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна һеҙҙең өсөн ҡатмарлы килергә оҡшай. Хаталаныу өсөн сәбәптәр күбәйер, уларҙы төҙәтеү көс һәм ваҡыт талап итер. Ҡайһы бер кешеләр менән, тырышыуығыҙға ҡарамаҫтан, араларҙы яҡшыртып булмаҫ һымаҡ.

Буға (21.04 – 21.05)
Матди хәлегеҙ бигүк һәйбәт түгел. Йондоҙҙар аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙе тәртипкә килтерергә ҡуша. Мөмкинлек­тәрегеҙҙе дөрөҫ баһалап, ҡиммәтле әйберҙәр һатып алыуҙы ваҡытлыса кисектереп тороғоҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Ниндәйҙер эш буйынса үҙегеҙгә яуаплылыҡ алырға тура килер. Уны уңышлы башҡарыу кеше алдында абруйығыҙҙы тағы ла күтәрер. Аҙна араларҙы асыҡларға ла булышлыҡ итәсәк. Был ике яҡ өсөн дә файҙалы булыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Йыш ҡына ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисерерһегеҙ. Ысынлап та, алдан ҡорған маҡсаттарығыҙҙың яртыһын ғына бойомға ашыра алырһығыҙ. Төптән уйлағанда, был хәлдә һеҙҙең ғәйебегеҙ әллә ни ҙур түгел һымаҡ. Йомала бүләк көтөгөҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аҙнаның тәүге яртыһында ҙур уңыштарға өмөтләнмәгеҙ. Ҡаршылыҡтарҙы еңә алырһығыҙ, тик бының өсөн күп көс сарыф итерһегеҙ, моғайын. Шаршамбынан һуң яңы мөмкинлектәр асылыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҡайһы бер ваҡиғаларҙың һеҙ алдан уйлағанса бармауы ла ихтимал. Шулай ҙа бындай хәл кәйефегеҙҙе һис тә төшөрмәҫ. Етәкселәр мотлаҡ уңыр, ҡул аҫтындағылар уларға тулыһынса ышана, буғай.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Ҡаршылыҡтар осрап торор, ләкин уларға бирешмәҫһегеҙ. Һәр саҡтағыса күрһәткән тырышлығығыҙ ҙа ярҙам итеп торор. Был арала өмөтлө тәҡдим дә ишетеүегеҙ мөмкин. Йомала ниндәйҙер кире хәлде үҙ файҙағыҙға бора алырһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Ваҡытығыҙҙы әүҙем генә үткәрерһегеҙ. Шаршамбыла яңылыш юлдан китеүегеҙ ихтимал. Хатағыҙҙы төҙәтеү һеҙҙән өҫтәмә көс-ваҡыт талап итер. Йомала күптәнге хыялығыҙҙы тормошҡа ашырырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Ҡайһы бер өлкәләрҙә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелер. Аҙна араһында аралашыу ҙа файҙалы үтер. Был арала үҙләштерелгән тәжрибә һәм белемдең аҙаҡтан кәрәге тейер. Алған килемегеҙ уйлағандан байтаҡҡа күберәк булыр.





Автор: Өмөтбай
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға