«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (11-17 март)



11.03.2019 Йондоҙнамә (11-17 март)


[b]Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Был арала аҡса менән бәйле мәсьәләләр беренсе урынға сығыр, моғайын. Шулай ҙа матди хәлегеҙ яйлап һәйбәтләнә башлар. Элек башҡарған эшегеҙ өсөн тап аҙна барышында күпмелер аҡса алырһығыҙ кеүек.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Йондоҙҙар аралашыуҙы ваҡытлыса кәметергә ҡуша. Шулай итмәһәгеҙ, кеше йомоштарын хәл итеү күп ваҡытығыҙҙы алыр. Кесе йомала уйламаған сығымдар көтөлә. Борсолмағыҙ, улар файҙаға ғына булыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала эшегеҙ күбәйер. Йыш ҡына яуаплылыҡты үҙ иңегеҙгә алырға тура килер. Иң ауыр мәсьәләләрҙе лә хәл итеү өсөн тәжрибәгеҙ етер. Ҡапыл аҡсалата килемегеҙ артып китеүе ихтимал.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Аҙна һәйбәт башланыр. Дүшәмбелә кем­гәлер ярҙам итеүегеҙ аҙаҡтан мул сауап килтерер. Шаршамбыла кемдер һеҙҙе алдарға маташыр, ләкин бынан зыян күрмәҫһегеҙ. Таныш булмаған урындарҙан арыраҡ йөрөүегеҙ яҡшыраҡ.

Буға (21.04 – 21.05)
Ошо арала башлаған эшегеҙ мотлаҡ уңышлы буласаҡ. Ул һеҙҙе оҙаҡ ҡына мауыҡтырып торор һәм һөҙөмтәләренән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Бер аҙ туғандарығыҙ өсөн борсолорға ла тура килер. Ләкин барыһы ла яҡшы буласаҡ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна барышында нигеҙҙә үҙ көсөгөҙгә генә таянырһығыҙ. Еңел уңыштарға өмөт итмәгеҙ. Шаршамбынан һуң алдығыҙҙа ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар ҡалҡып сығыр. Хәйер, һеҙ быға тулыһынса әҙерһегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Был арала башҡалар менән аралашыу ҡәҙимгенән ауырыраҡ барыр. Шишәм­беләге хәл һүҙгә килешеү менән тамамланыр. Төп эшегеҙҙә һәр саҡ уяу булырға кәңәш ителә. Бер үк йомшаҡлыҡ күрһәтмәгеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ауыр көндәр артта ҡалды, шикелле. Үҙегеҙҙе тыныс һәм ышаныслы тойорһоғоҙ, киләсәккә яңы өмөттәр менән йәшәрһегеҙ. Был арала тормошоғоҙ менән ҡыҙыҡ­һыныусылар ҙа күбәйер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Эштәрегеҙҙе бик әүҙем башлап ебә­рерһегеҙ һәм бик тиҙҙән төрлө ҡаршылыҡҡа тап булырһығыҙ. Был хәл осраҡлы ғына булыр, йоманан һуң барыһы ла урынына ултырыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар тулыһынса эшкә сумырға мәжбүр итер. Бер аҙ түҙегеҙ. Шаршамбынан һуң бөтә өлкәлә лә еңеллек һиҙелер. Йомала төрлө ығы-зығыға иғтибар итмәгеҙ, һайлаған юлығыҙҙан барыуығыҙҙы дауам итегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Элек бер ҡасан да башҡармаған эш менән булышырһығыҙ, ахыры. Бәғзеләр тәжрибәле кешеләргә мөрәжәғәт итер. Йыш ҡына баш күтәрмәй эшләрһегеҙ. Һис тә уйламаған яҡтан ярҙам килер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Был арала күптәрҙе бик өмөтлө аралашыуҙар көтә. Бәғзеләр яңы бәйләнештәр ҙә булдырыр. Йомала һис тә уйламағанда уңырһығыҙ. Ял көндәрендә лә ҡыуаныслы ваҡиғалар булыр.





Автор: Өмөтбай
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға