«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Сатнама һыуыҡтар зыян килтермәһен



06.03.2019 Сатнама һыуыҡтар зыян килтермәһен

Ҡыш еләк-емеште ҡаты һалҡындарҙан һаҡлауҙа ҡалын ҡар ҡатламы ифрат ҙур роль уйнай. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр шуны күрһәтә: өҫтөндә 50 – 70 см ҡалынлығында ҡар ятҡан ерҙә температура, ғәҙәттә, ҡар өҫтөндәге һауа температураһы менән сағыштырғанда, 5 – 6 тапҡырға йылыраҡ була. Ҡарһыҙ ерҙә ҡышҡы һыуыҡтарҙа емеш-еләк баҡсаһы ныҡ зыян күрә.

Шуға күрә был урындарға ҡар өйөү йәки йәш ағастарҙы йылы япма менән төрөп ҡуйыу шарт. Ҡалын ҡар ҡатламы, беренсенән, ҡышҡы һалҡындарҙан һаҡлаһа, икенсенән, ерҙә дым запасын арттыра. Ғалимдар шуны раҫлай: әгәр ер өҫтөндә уртаса 10 см ҡалынлыҡта ҡар ятһа, һәр гектарҙа 3000 тоннаға тиклем дым туплана. Беҙҙең климат шарттарында үҫентеләрҙе дым режимы менән тәьмин итеү өсөн ер өҫтөндә 45 – 50 см ҡар булыуы мотлаҡ. Башҡортостанда сатнама һыуыҡтар – йыш күренеш. Дым запасы яҙ ҡоро килгән йылдарҙа еләк-емеш уңышын да хәл итә. Ҡарҙы күп итеп туплау өсөн ел өргән яҡҡа арҡыры щиттар ҡуйыла, канауҙар ҡаҙыла, ҡар өйөмдәре яһала. Бындай эштәр бер нисә тапҡыр ҡабатлана.

Март айында теплицаларығыҙҙың эсенә лә ҡар тултырып ҡалырға онотмағыҙ.

Саҡырылмаған «ҡунаҡтар» – ҡуяндар ҙа, ағастарҙы кимереп, баҡсаға зыян килтерә. Аҙыҡ таба алмай йөрөгәндә, улар кеше йәшәгән йорттар янына килә. Был йәнлекте баҡсанан биҙҙереү өсөн ағастарҙың ботаҡтарына сусҡа майы һөртөп сығырға йәки креолин һеңдерелгән сепрәк элергә кәрәк. Һыйыр тиҙәге шыйыҡсаһына (бер биҙрәгә бер кило иҫәбенән) эзбиз иретеп буяғыҙ. Тигеҙ күләмдәге һары балсыҡ йәки һыйыр тиҙәге шыйыҡсаһына 50 г креолин ҡушылған иретмә менән ағас олонон эшкәртһәгеҙ ҙә, улар был урындарҙы урап үтер.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға