07.03.2019 Тәҙрә төбөм гөл генә
Глоксиния
Глоксиния – әрһеҙ үҫеүсе бүлмә гөлө. Эре, ҡуйы сәскәләре менән тәҙрә төбөн биҙәп ултыра. Ел һуғып торған урындан ҡурҡа, япраҡтарына һыу тейеүҙән дә һаҡлағыҙ. Йыш ҡына тупрағын дымландырырлыҡ итеп кенә һыу һибегеҙ. Сәскә атып бөткәс, йәй аҙағына өҫкө япраҡтарын ҡоя, йәш үҫенте генә ҡыш үҫеп ултыра. Япраҡтарын ҡойғас, һабағын ҡырҡып, ҡараңғы урынға ял итергә ултыртырға кәрәк. Яҙғыһын уянып, япраҡ ебәрә башлай. Йыл һайын оҙайлы йоҡонан һуң яңы тупраҡҡа ултыртырға, 10 – 15 көн һайын «Ростмомент», «Великан», «Терра Вита», «Унифлор» препараттары менән туҡландырыу шарт.
Глоксиния бүлбенән, япраҡтарынан, сәскәләре һабаҡтарынан үрсей. Япраҡтарынан үрсеткәндә, бер япраҡты бер нисә өлөшкә ҡырҡҡыларға ла, ябылмалы контейнерға тупраҡ һалып, шунда ултыртырға. Йылы урынға ултыртып, ваҡыты-ваҡыты менән һауытты елләтеп тороғоҙ.
Фикус
Фикус – йылы яҡта үҫеүсе гөл. Ул урмандағы ҡом ҡушылған тупраҡты ярата. Йылы яҡта ҙур ағас кеүек үҫә. Күп хужабикә, уны үҫтерә алмайбыҙ, тип зарлана. Был гөл урынын алмаштырғанды, ел һуғып торған ерҙе, һалҡын һыу һипкәнде яратмай. Уның өсөн ҡыш иң яҡшы температура – 17 – 20 градус йылылыҡ. Ҡояш нурҙарынан һаҡлағыҙ. Туҡлыҡлы матдәләр артыҡ күп булһа ла, япраҡтарын ҡоя. Үҫмәгәндә «Эпином» препаратын ҡулланығыҙ. Гөлдөң япраҡтарын туҙандан таҙартып тороғоҙ.
Яран гөл (герань)
Яран гөлөгөҙ ҡыш буйына буйға үҫеп киткәндер инде. Март башында уны, 2 – 5 бөрө ҡалдырып, ҡырҡығыҙ ҙа, ботаҡтарын һыуға ултыртып, тамырландырығыҙ. Гөл бәләкәй һауыттан ҙур көршәккә күсергәнде яратмай. Быны ике йылға бер эшләйҙәр. Тупраҡтың өҫкө ҡатламын алып ҡына яңы тупраҡ өҫтәгеҙ. Ҡырҡҡас, яран гөл яңы ботаҡтар ебәрә. Күп сәскә атһын тиһәгеҙ, йод, янтарь кислотаһы иретмәһе, һуған, банан, йомортҡа төнәтмәләре менән туҡландырығыҙ. Шәкәрле һыуҙы ла ярата.