03.03.2019
«Ҡарлы десант» изге эштәр ҡылырға ашыға
Бөтә Рәсәй «Ҡарлы десант» ирекле патриотик акцияһы 1959 йылда Алтай крайында барлыҡҡа килгән. Уның асылы түбәндәгесә: студенттар отряды берәй районда бер нисә көн көндәлек эш менән булыша. Улар өлкән кешеләргә ҡар таҙартырға, утын ярырға, һыу алып килергә ярҙам итә һәм башҡа хужалыҡ эштәрен башҡара. Шулай уҡ студенттар мәктәптәрҙә башланғыс кластар өсөн спорт ярыштары ойоштора, урта кластар төрлө мастер-класта белемен арттыра, ә инде юғары класс уҡыусыларын профориентацион әңгәмә көтә.
«Ҡарлы десант» акцияһына – 50 йыл. Ошо ваҡытта илебеҙҙең төрлө төбәгендә отрядтар формалашҡан. Бөгөн акцияла 4 меңдән ашыу студент ҡатнаша. Бындай изге эшкә Башҡортостан да ҡушылды. Былтыр республикабыҙҙа «Айғыр» йыйылма отряды барлыҡҡа килде. Ул Шишмә һәм Шаран райондарында шефлыҡ ярҙамы күрһәтте. Быйыл иһә биш юғары белем биреү йорто составында ҡарлы десант отрядтары формалашты. Башҡорт дәүләт университетында «Альтаир» булдырылып, составына төрлө факультеттар һәм институттар студенттары инде. Отрядтың командиры Рөстәм Садиҡов акцияла өсөнсө йыл ҡатнаша. «Беренсе тапҡыр Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән Чесноковка ҡасабаһында урынлашҡан балалар йортона шефлыҡ ярҙамы менән барҙыҡ. Унда балалар менән уйнаныҡ, майҙанды ҡарҙан таҙарттыҡ. Акция бер көндә үтте, әммә ул иҫемдә оҙаҡҡа ҡалды. Үткән йылда «Айғыр» отряды менән алты көндә Шишмә һәм Шаран райондарының төрлө ауылында булдыҡ. Быйыл беҙҙең вузда ҡарлы десант отряды формалашыуы тураһында белеп ҡалғас, мотлаҡ ҡатнашырға булдым», – ти ул.
«Альтаир» отряды шефлыҡ ярҙамы өсөн Благовар районын һайланы. Бында улар 4 февралдән 8 февралгә тиклем булды. Ҡышҡы каникулды өйҙә түгел, ә бөтөнләй башҡа районда үткәреү ниңә кәрәк һуң? «Был акция күптәргә өмөт бүләк итә. Ҡарт кешеләргә ул йәш быуындың изге эштәрен күрһәтә, балаларға мәктәптең күңелһеҙ тормошонан ҡотолорға ярҙам итә. Ә отрядтағы студенттар, кешеләргә ярҙам итеп, бик күп яңы таныштар табып, яҡты хис-тойғолар менән өйгә ҡайта. Каникулды өйҙә телевизор эргәһендә үткәреү урынына был акцияла ҡатнашыу күпкә файҙалыраҡ һәм күңеллерәк», – тип фекерен белдерҙе Екатерина Андреева.
Биш көндә отряд Благовар районының Пришиб, Мирный, Западный, Ҡашҡалаша ауылдарына барҙы. Студенттар Пришиб ауылының дөйөм ятағында йәшәне, мәктәп балалары менән дуҫлашты. Ауыр эш көнөнән һуң да улар ҡыҙҙар һәм малайҙар менән баскетбол уйнарға көс таба ине. Шуға ла балалар «Альтаир» отрядын бик яратты, уларҙы тағы ла ҡунаҡҡа саҡырҙы. Студенттар үҙҙәре лә Благовар районына тағы барырға теләк белдерҙе, шуға акцияның икенсе этабын шунда уҡ үткәрҙе. 20 февралдән 22-нә тиклем отряд шефлыҡ ярҙамы һәм концерт программаһы менән район буйлап сәйәхәткә сыҡты.
Һәр ауылда отряд бер нисә төркөмгә бүленде: бер төркөм шефлыҡ ярҙамына барҙы, икенселәре спорт ярыштары ойошторҙо, өсөнсөләре балаларҙы квиллинг ярҙамында матур-матур композициялар, беләҙектәр яһарға, ҡағыҙ стакандарҙа һәм гитарала уйнарға, хатта артериаль баҫымды үлсәргә өйрәтте; ә тағы бер төркөм студент юғары класс уҡыусылары менән берҙәм дәүләт имтихандары, университетҡа уҡырға инеү хаҡында һөйләште. Был эштәр бөткәс, отряд балаларға сәхнәләштерелгән тамаша күрһәтте. Был концертҡа студенттар бер нисә ай әҙерләнде. Сценарий әллә күпме тапҡыр төҙәтелде, йырҙарҙы һәм бейеүҙәрҙе ятлар өсөн аҙналар кәрәк булды. Әммә һөҙөмтәһе мөһимерәк. Концерт француз яҙыусыһы Антуан де Сент-Экзюпериҙың «Бәләкәй принц» әкиәтенә нигеҙләнгән, әммә бөгөнгө көн менән бәйләнгән. Сценарий буйынса, принц – ғәжәп байлыҡтар хужаһы. Уның бөтә нәмәһе, хатта виртуаль ярҙамсыһы ла бар. Әммә мөхәббәтен табыу өсөн ул башҡа төрлө байлыҡты эҙләргә тейеш. Концерт балаларға рухи байлыҡ тураһында һөйләү, уларға ысын дуҫлыҡты, мөхәббәтте, тоғролоҡто һәм изгелекте күрһәтеү маҡсатына йүнәлтелгән. Ул бөтәһенең дә күңеленә ятты. Балалар концерт тамамланғас та студенттарҙы ебәрмәне, улар менән әллә күпме фото эшләне, һөйләште, тағы ҡунаҡҡа саҡырҙы.
«Ҡарлы десант» отрядына тик изге күңелле, ярҙам итергә теләүсе, үҙҙәре өсөн файҙа тураһында уйламаусы студенттар ғына килә. Улар ни өсөн эшләй? Йылы һүҙ, рәхмәтле күҙҙәр һәм бәхетле йылмайыу өсөн. Йәштәргә күп кәрәкмәй. Тик үҙҙәренең кәрәклеген һәм ярҙамын белеү һәм эштәренең һөҙөмтәһен күреү. Бындай кешеләр тормошобоҙҙо биҙәй һәм беҙгә өмөт бүләк итә. Ошондай ярҙамсыл егет-ҡыҙҙар киләсәкте яҡынайта, мәрхәмәтлеккә һәм изгелеккә юл аса.