«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡояшты ҡаршылаусы тау



25.01.2011 Ҡояшты ҡаршылаусы тау

Ҡояшты ҡаршылаусы тауКеше ҡоласын йәйеп теҙелеп киткән тауҙарына ҡараны. Уйсан ҡараны. Бер аҙ торғас, йылмайып ҡуйҙы. Шунан киң ҡоласын йәйҙе лә көр тауышы менән ауаз һалды:
– Эһе-һей, тауҙарым, мин ҡайттым! Имен-аман торҙоғоҙмо? – тынлыҡ тертләп китте. «Име-ме-н, ам-ма-ан» – шаңдау имен хәбәр алып килде. Ел тирбәлде, тауҙар күҙен асты. Тауҙар янында ир бәләкәй генә кеүек. Тик улар янында кешегә хөрриәт тә, тыныс та, ышыҡ та. Был мин, шулай тауҙарыма ҡайтып кинәнес кисерәм. Көс-ҡеүәт, йәшәүгә рух алам.
Бала саҡ. Яҙ көнө. ҡыйыҡтан тамсы тама башлау менән Абдулла тауына ашығабыҙ. Оло донъя аҡ ҡарҙан тулыһынса асылып етмәгән әле, тик тау битләүе генә ҡояшҡа йылынып, йоҡоһонан уянған. Боҙло ҡар һыуҙары кисеп, шул асылған урынға уйнарға киләбеҙ. Ер йылыһын һыу кисеп өшөгән аяҡтар ҙа һиҙә. Бында ерҙең тын алғаны ла һиҙелә – ҡояш нурында боҫ ялтырап сағылып китә. Тик тормайбыҙ, тиҙ үк берәй уйын уйлап табабыҙ. Тик торһаҡ ауырыр инек. Ә беҙ өшөүҙе лә белмәйбеҙ. Беҙ һәр саҡ хәрәкәттә. Ғөмүмән, кеше күңеле лә шулай: ауыр сағы булһынмы, әллә арыу мәлеме, һәр саҡ бер йылы утрау эҙләй – кеше күҙҙәрендә, әҙәм йөҙҙәрендә, Ер шары киңлектәрендә.
Әйтеүемсә, беҙҙең яҡта тауҙар күп. Шул тауҙарҙың һәр бейек нөктәһендә, һәр битләүендә, һәр соҡоронда ҡышын беҙҙең саңғы эҙҙәре ҡала. Яңылыштан ғына берәй тау һыртында «таҙа бит» күҙгә салынды икән, мотлаҡ һин унан үҙ эҙеңде ҡалдырып үтергә тейешһең, ҡалтағай (саңғыны шулай тиҙәр беҙҙең яҡта) һынһа-һына, тәкмәсләп барып төшһәң-төшәһең, тик тауҙа асыҡ буш урын булырға тейеш түгел.
Беҙҙең ҡалтағайҙар шәп, шартына килтереп кипкән сағандан эшләнгән улар. Ә һунарсыларҙыҡы бөтөнләй таң ҡалдырырлыҡ, яҫы ла, ныҡ та, өҫтәүенә, тире менән ҡапланған. Тауға артылғанда артҡа ла шыумай. Тик ул беҙгә ауыр, тиҙлеге шәп түгел. Йүгереп-осоп уйнаған үҫмер­ҙәргә толпар ише тиҙлек кәрәк шул.
Бейек тауҙан трамплиндар эшләп тә шыуабыҙ. Бер мәл 12 метр алыҫлыҡҡа һикерҙем. Шулай осоп ҡына маҡсатҡа барабыҙ беҙ үҫмер саҡта.
Һаулыҡтың үҙен һулап, сәләмәтлектең үҙен ауыҙға һалып йөрөгәнбеҙ. ҡапҡаныбыҙ ҡаҡы, ҡуян тубығы, еләк-бөрлөгәне, муйыл-баланы – урмандан ҡайта белмәнек. Хатта ҡырлы ҡурайҙы ла тәмләргә тәүәккәлләйбеҙ. Белмәйһеңдер әле, уны һаҡ ҡына теш менән генә кимерәһең, ирен тирәһенә тейҙе икән, шул урын күберсеп тә сыға. Ана ҡалай тәүәккәл булғанбыҙ.
Ғүмерем мәғарифта үткәс, һәр саҡ балаларҙың һаулығы борсоно ла, уйландырҙы ла. Тәбиғәт ҡосағында үҫкән, тауҙың көсөн, шишмәнең сафлығын, ерҙең йылыһын, ағас-үләндең бәрәкәтен белеп кенә түгел, тойоп та үҫкән бала сир-зәхмәттәргә, тормош дауылдарына бик бирешеп бармай. Тәжрибәм дә, күҙәтеүҙәрем дә шулай ти.

* * *
Үҫкән саҡта башҡалар араһында маһайып йөрөр өсөн нимә кәрәк? Атай менән ағай – уныһы һүҙ ҙә юҡ. Улары тураһында һуңыраҡ әйтермен. Дөрөҫ, бәке менән ҡармаҡ. Был ике ҡорал ҡулыңда икән, тимәк, һин – егет. Беҙҙең заманда «Вторсырье» тигән ойошма була торғайны. Ул халыҡтан йөн, сепрәк, тире, хатта һөйәк тә йыя. Ана шул һуңғыһын эҙләп бер була торғайныҡ. ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән бәрәңге баҡсаларын иңләйбеҙ, сүплектәрҙе аҡтарабыҙ, биҙрә тултырып һөйәк йыябыҙ. Нисек зәхмәт, сир ҡағылмаған? Һәм «дәүләт»кә тапшырабыҙ ҙа алмашҡа шар, ҡармаҡ, бәхетең тура килһә, һөйәк һаплы бәке эләгә. Минең кеҫә төбөндә был затлы әйберҙәр һәр саҡ булды.
Бәләкәстән шөшлө менән ҡулланырға өйрәнәһең. Ул тал ҡайырыһын һыҙырырға йәтеш. Ә ҡайырынан дарыу эшләгәндәрме инде, шулай уҡ тапшыраһың да әжерен алаһың. Иҫемдә, ҡайһы бер һунарсылар тонналап та һыҙыра ине. Әҙерәк үҫә төшкәс тағы бер шөғөл асыла –төрткөгә (һуҡыр сысҡан) ҡапҡан ҡорабыҙ. Тиреһен һыҙыраһың да, еҫләтмәй генә киптерәһең. Бер йыл, 6-сы синыфты тамамлағас шикелле, 450 дана тапшырҙым. ҡулға төшкән аҡсаһына тиҫтәнән ашыу саҡрымда ятҡан Еҙем-ҡаран магазинына барып, үҙемә костюм, өләсәйемә, инәйемә һәм апайыма «газовый» (үтә күренмәлене шулай тип атай торғайнылар) яулыҡтар һатып алып ҡайттым. Шатлыҡтың сиге юҡ, юҡ, яңы костюм өсөн түгел, ә үҙ ҡулың менән аҡса табып, мәнфәғәтен күрә алыу, яҡындарыңды ҡыуандыра алыу һөйөнөсө ине ул.
Ауыл кешеһе бәләкәйҙән хеҙмәт менән дуҫлашып үҫә. 12 – 13 йәштә бесән сабып, күбәләп ҡуя инек. Ә яҙын ҡул санаһы менән йыла ташый­һың. Утын бысып, утын ярыу үҙе бер физзарядка ғына. Хеҙмәт – балаға ныҡлы булып үҫер өсөн төп шарт. Үҫкәндә тир тәмен татымаған бала алдындағы икмәктең ҡәҙерен белмәй. Хеҙмәт – бар донъяның тотҡаһы, кеше тормошоноң толҡаһы, быны оноторға ярамай.

* * *
Мин ғүмерем буйы ҡауарҙымды һағынып йәшәйем.
Бәләкәй саҡта аттың ҡәҙере ҙур ине, уға ҡышын арҡа, йәғни ялан бесәне ашата торғайныҡ. Уны ялан яҡтарынан алып ҡайталар. Ә һыйыр­ҙарға урман бесәне лә бара. Тик бара-бара атҡа көн бөттө. Һуғыштан һуң ат менән ир ҡәҙерле ине, һуңынан һыйыр менән ҡатын-ҡыҙҙың көнө килде, тип көләм бөгөн.
Шулай малай саҡта атҡа арҡа бесәне тип ялан яғына сыҡтыҡ. Бер көн эсендә ауылымды һағындым. Улай ғына түгел, ауылым өсөн ғорурланып ҡайттым. Тиҙерәк күҙем өйрәнгән урамыбыҙҙы, өйҙәребеҙҙе күргем килде. Ни өсөнмө? Мин барған ауылдың күп өйҙәре һалам башлы ине, ихата тирәләре ситән менән үрелгәйне. Ул өйҙәр ялбыр башлы арыған, асыулы бабайҙарҙы хәтерләткән кеүек. Ә был осорҙа беҙҙә йорт баштарын ҡабыҡ, ағас ҡабығы менән ябалар ине. Һалам башлылар булманы. Ырҙындың ғына башын йыл да һалам менән ҡапланылар. Яҙға табан уны ла таратып, малға ашатып бөтә торғайнылар.
Йыл да йәйге каникулда бабайымдарға (инәйемдең бер туған ағалары) Өфөгә ҡунаҡҡа барам. Баш ҡалаға китер алдынан бер аҙна миңә язаға әүерелә – өйҙән сығармайҙар. ҡата күрмәгән, саң йылыһын тойоп, бысрап-ҡатып «себешләп», «балалап» бөткән аяҡ-ҡулдарымды ипкә килтерергә кәрәк. Йылы һыуҙа ҡанат­ҡансы йыуалар ҙа, балауыҙлы бал һөртөп, ябып ултыртып ҡуялар. Шулай, абориген кеүек, аяҡтарым сандали кейергә эшкинмәй. Төҙәлеп, ҡата кейгәс тә яйһыҙ әле. Баш ҡалала рәхәт, күңелле, ҙур ҡунаҡ күреп киноға, циркҡа алып баралар, тәмле, телеңде йоторлоҡ газлы һыу эсерәләр. Һыйлан да, кинән дә бит, тик, күп тә үтмәй, мин ауылымды һағынам, түҙеп булмаҫлыҡ һағынам. Аяҡ сандалиға ла өйрәнгән, ә минең ялан аяҡ йүгергем, йылға буйында уйнағым килә...
Тыуған ауылыңды, тыуған урамыңды, тыуған нигеҙеңде яратмай, һағынмай тороп, Башҡортостандың да, илдең дә патриоты булып булмай. Ә яратыу – иң тәүге сиратта ҡәҙерләү, изге хәтерҙе һаҡлау ул.

* * *
Шундай йола бар. Әрһеҙлекме, ҡыйыулыҡмы, ҡыҙыҡһыныусанлыҡмы... ауылда еңгә төшкән өйҙө ҡалдырманым мин. Еңгәй күрә барыу – ҡыҙыҡлы ғына ғәмәл ул, онотолмаҫ ваҡиға, уйлаһаң. Ауылға ниндәйерәк еңгә төшкән, йомартмы, алсаҡмы, уҫалмы, һаранмы – барыһын да һынап ҡарайһың. Шөкөр, һарандарына юлыҡманым, сигеүле ҡулъяулыҡ йә янсыҡ бирә алмағандары һабын булһа ла тоттороп сығарҙы.
Күршем Лотфрахман ағайҙың иптәше Гөлсирә еңгәй йылына бер нисә тапҡыр айырылып ҡайтып китә торғайны. ҡайтҡанын йә килгәнен үҙе менән алып килгән тәҙрә ҡорғанынан беләм. Юҡ икән, тимәк, әсәһенә ҡайтҡан, эленгән икән, иренә кире килгән. ҡорған эленеү була, мин хасил булам: еңгә, ҡульяулыҡ бир! Теге, юҡ, теге ваҡыт бирҙем, ти. Мин һаман ныҡышам, улайһа, ҡайтып яңынан килмәҫкә ине, бирергә тейешһең. Еңгәй һәйбәт кеше булғандыр, бала күңелен кире ҡаҡмай һәм буш та сығармай. Ана, ниндәй тәрбиәүи эштәр алып барғанмын.
Ә Фәрит ағайҙың хәләл ефете Зәйтүнә апай (уҡытыусыбыҙ булды, хәҙер, апай, тим), һин Фәриттең туғаны түгел, бирмәйем, тип ҡарышты. Шаяртҡанын кем аңлаған, буш та сыҡҡы килмәй, алһыу сепрәк булһа ла бир, инәйем һырып бирер әле, тип тик торам. Аптырап, былар, бикәсе менән икәүләшеп, ултырып, ҡульяулыҡтың дүрт яғын сигеп бирҙеләр. Мин сабыр, сисенмәйенсә ишек төбөндә көтөп торҙом.
Әле уйлайым да, төшкән килен ауылдың ҡотон һаҡларҙаймы, юҡмы, тип тә уйлап тыуғандыр был йола. Милли рух та, бер-береңә булған мөнәсәбәт тә ошо ябай ғына йолаларҙа тәрбиәләнә бит балаларҙа.

* * *
Атай-әсәйемдең тормошҡа, кешегә, хеҙмәткә ҡарашы, өлгөлө йәшәүе миндә лә эҙһеҙ үтмәгәндер. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны булған атайым Зиннур һәҙиәт улының ғүмере бал ҡорттары араһында үтте. Үҙе лә нәҙекәйбилдәр кеүек тырыш, уңған кешегә ипле, намыҫһыҙ әҙәмдәргә ҡаяулы булды. Шөкөр, бөгөн дә иҫән ул. Хәҙер уның ҡорт баҡсаһында тәрбиәләнгән ҡортсолар ҡауарҙы балының данын тирә-йүнгә тарата.
Еңеү байрамында атайым миҙалдарын тағып йөрөргә яратманы. Костюмына ҡортсолоҡ хеҙмәте өсөн ВДНХ-ла бирелгән кесе көмөш миҙалын ғына тағыр ине. ҡупраймауы яуҙа һәләк булғандар­ҙың рухын рәнйетмәҫкә тырышыуы булдымы? Ә инде Еңеүҙең 30 йыллығында, йәғни 1975 йылда, атайымды Дан ордены эҙләп тапты. Был юғары бүләкте тантаналы тапшыр­ғанда башҡа наградаларын да элде пинжәк һыртына һәм башҡаса алманы. Һуғыш шаңдауы бөтөнләй онотолмаһын әле, тигәндер.
Әсәйем Назафат Хәлил ҡыҙы – беҙҙең яҡта билдәле мөғәллимә, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Фатима Мостафинаның шәкерте. Тик барыһынан бигерәк ул Халиҡовтар нәҫеленән. Был турала мин үҫә төшкәс кенә белдем. Башҡортостан тарихында «валидовщина» кеүек, «халиковщина» тигән төшөнсә лә бар. ҡауарҙынан бик алыҫ булмаған Оло Үтәш ауылында Хатип хәҙрәт Халиҡовтың мәҙрәсәһе заманында белем һәм тәрбиә биреүҙә бик ҙур роль уйнаған мәғариф усағы була. Хәҙрәттең улы Мансур Халиҡов иһә Башҡортостан йөмһүриәтенең беренсе мөфтөйө. Тик 37-се йылдағы ҡырғын дин әһелдәренең үҙенә генә түгел, нәҫел-нәсәбенә лә ныҡ ҡағылып үтә. Репрессияға эләккән олатайымды атҡандар. Тамырҙары Шишмә райо­нының Бишкәзә ауылынан булған татар нәнәйем, аптырап, исем-шәрифтәрен алмаштырырға мәжбүр була. Хәлилулланың атаһы Ғарифулла була, шуға Ғарипов булып китәләр. Уларҙың бар мөлкәтен тартып алалар. Нәнәйем берҙән-бер ҡомартҡы ла, йәшәү сығанағы ла булып ҡалған «Зингер» тегеү машинаһында тегеү оҫталығы менән өс улын, ике ҡыҙын аяҡҡа баҫтырған. Тик әсәйем был турала беҙ бала саҡта ла, үҫкәс тә ауыҙ асып һүҙ әйтмәне. Һөйләмәне. Халиҡов нәҫеленән икәнен дә аңғартманы. Кәрәк тапмағанмы, ҡурҡҡанмы? Һуңынан асыҡлыҡ, билдәлелек заманы еткәс, күренекле яҙыусы-публицист Ғәзим Шафиҡов (уның менән өс кенә туған булып сыҡтыҡ) аралашҡас, кешеләр­ҙән, тарихсыларҙан белешкәс, тарихи белешмәләр менән танышҡас, үҙемдең Халиҡовтар нәҫеленән икәнемә ышандым.
Улай тиһәң, алданыраҡ, мәктәп йылдарында, ана, «халиковщина» ҡалдығы ултыра, тип йәнгә тейеүсе кеше булды. Был һүҙ, приговор кеүек яңғырап, йәнгә тейә ине. Ул кешене ул осорҙа үҙһенмәй инек. Бөгөн был ағайға ололап рәхмәт әйтәм. Минең аңымда иң беренсе булып милләт, башҡорт тураһында, ул башҡа халыҡтар кеүек тиң һәм хөр йәшәргә хоҡуҡлы, тигән уй уята алған олуғ уҡытыусыбыҙ, тарихсы Камил ағай Сиражетдинов ине.
ҡара әле, беҙгә 60-сы йылдарҙа уҡ, уйлаһаң, уйылып китерлек, социализмдың, дөрөҫөрәге, империализмдың сәскә атҡан мәлендә, бер кемдән, бер нимәнән дә ҡурҡмай, беҙҙең юлбашсыбыҙ Зәки Вәлиди булырға тейеш, тип, тарихты аңлатһын әле. Ә беҙ, Ленин балалары, дөрөҫ түгел, Вәлиди – халыҡ дошманы, милләтсе, тип ҡаршылашабыҙ әле. Шул осорҙа уҡ Камил, Әмир Сиражетдинов ағайҙар бик рухлы булған, үҙҙәренең йәштәр ойошмаһын да төҙөргә йөрөгәндәрен иҫләп ҡалам әле. Уларҙың атаһы Мөхәмәҙей ағай Зәки Вәлиди отрядында офицер булып хеҙмәт иткән, тиҙәр ине. Бабай беҙгә ул осор тураһында бер һүҙ әйтмәһә лә, улдарына дөрөҫөн һөйләп, аңғартып ултырған. Бына ҡайҙа рух! Уйлаһаң, заманының геройҙары бит улар.
Һуңғараҡ, өлкән синыфтарҙа, Камил ағай булмаған ерҙә, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән Камил ағай һөйләгәндәр­ҙе һөйләй башлағанды аңланыҡ. Шулай милли тойғо, аң уянған, бөрөләнгән. Был тойғо һуңынан ташламаны мине. Ташламаясаҡ та.

* * *
Уҡытыусы булырымды алдан белә инем. Мәктәпте тамамлағанда, бәхәскә инеп, үҙ фекеремде яҡлай алыу һәләте бик асылғайны. Унан һуң имтихандар осоронда синыфташтарға дәрестәр аңлатыу ҙа оҡшай төштө. Һүҙ ҙә юҡ, инәйемдең дә йоғонтоһо булғандыр.
Ағайым Венер ҙа, апайым Гөлнара ла ҙур өлгө булды. Уҡыуҙа ла, спортта ла, тормошта ла. Ағайымдың хәрби кеше булыуы, бигерәк тә тиңдәш егеттәр араһында, бер дан ине миңә. Хәҙер ул ялда, подполковник дәрәжәһендә отставкаға китте. Апайымдың һайлаған һөнәре лә бик үҙенсәлекле, ул – геолог. Тәү ҡарашҡа ҡатын-ҡыҙ эше лә түгел кеүек, икенсе яҡтан ҡараһаң, уларҙың төҙөләсәк ҙур объекттар­ҙың урынын тикшергәнен белгәс, һуң бында ҡатын-ҡыҙҙарса нескәлек кәрәк, тип ҡуяһың. Уларҙың өлгөһөндә мин дә юғары уҡыу йортона барырға тейешмен, заттың бәҫен төшөрөргә ярамай бит.
Шиғыр, мәҡәләләр яҙыу маһирлығы асылды, тарих та ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, тик... шулай ҙа математика юлын һайланым. Уҡытыусыбыҙ Рим Насировтың был фәнде мөкиббән китеп аңлатыуы ла, үҙемдең дә диҡҡәт биреп һандар илендә йөҙөргә яратыуым үҙенекен итте. Шахмат уйнау ҙа үҙ өлөшөн индергәндер. Киттем Стәрлетамаҡҡа, урындағы институттың физика-математика факультетын тамамланым.
Үҙебеҙҙең Ғафури районының Имәндәш мәктәбендә эш башланым. Ике йылдан мәктәп директоры итеп ҡуйҙылар. Һигеҙ йыл буйы дуҫлашып йөрөгән һөйгән ҡыҙым Хәмиә бында фельдшер булып эш башлағайны ла инде. Өйләнештек, ике балабыҙ тыуҙы. Юҡ, үҙемдең биографиямды һөйләр өсөн һүҙ башламаным. Ә шул етмешенсе йылдарҙа нисек кешеләрҙең үҙ-ара аңлайышлы, ярҙамсыл һәм сабыр булыуы хаҡында әйтмәксемен.
Бына ҡайҙа йәшәй белгәндәр ул. Ваҡыт менән дә иҫәпләшмәгәндәр, матди байлыҡ тип тә янмағандар, бары үҙҙәренсә, кешесә, йәшәргә ынтылғандар. Кеше күңеле ул саҡта күпкә сафыраҡ һәм ярҙамсылыраҡ булғандыр. Имәндәш үҙе лә тәбиғәттең хозур төбәгендә урынлаш­ҡан, халҡы ла эскерһеҙ, алсаҡ.
Мәктәптә ярты меңдән ашыу бала уҡый. Иҫке ағас бина. Яҙлы-көҙлө интернатта 200-ҙән ашыу бала ята. Уларға ҡайҙан ашарға тапҡанбыҙ ҙа, нисек иҫке бинаны йылыта алғанбыҙ?! Бөгөн шуларҙы уйлайым да хайран ҡалам һәм шундай һығымтаға киләм. Эйе, йыл һайын мәктәп коллективы менән 700 – 800 кубометр утын әҙерләйбеҙ, уны үҙебеҙҙең көс менән ташыйбыҙ, бысабыҙ, ярабыҙ. Бер генә уҡытыусы ла, минең эшем балаларға белем биреү, утын ярыу түгел, тип ыңғырашмай, һыҙланмай. Бөтә эш бер ҡулдан, берҙәм бара. Тимәк, беҙ балаларҙы утын менән генә түгел, эшһөйәр, һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулыбыҙ, ихлас күңелебеҙ, ҡайнар йөрәгебеҙ менән йылытҡанбыҙ.
Яңы мәктәп төҙөп булмағас, матди базаны нығыттыҡ. ҡырҡ саҡрымда ятҡан Табын ауылынан күсереп килтереп, спорт залы, ашхана төҙөттөк. Петровское һөнәрселек училищеһының филиалын асып, тракторсы һөнәренә өйрәтеүҙе башланыҡ. Был һөнәр ауыл ерендә бик популяр ине ул саҡ. Ике трактор, ике «Беларусь», ике йөк машинаһы, бер комбайны бар мәктәптең. Урындағы «Еҙем» колхозы беҙҙең ярҙамһыҙ йәшәмәне, сөгөлдөр, картуф үҫтереү, иген һуғыу кеүек эштәр беҙҙән башҡа башҡарылманы ла. Баҫыуҙарҙа ҡар ҙа тота торғайныҡ. Хужалыҡ эш хаҡы түләне.
Киске мәктәптә лә урта белем бирҙек. Хатта алтмыш йәшен уҙған һуғыш ветеранын да уҡытып сығар­ҙыҡ. Һары таңдан өйҙән сығып китәһең дә, ҡара кистә ҡайтып инәһең. Арыу ҙа, ваҡыт еткерә алмау ҙа, тейешенсә туҡланмау ҙа булғандыр, тик зар, донъяны, заманды нимәләлер ғәйепләү булманы. Киреһенсә, кешеләр киләсәккә ышаныс менән йәшәне.
Хәҙер Имәндәштә таштан заманса мәктәп ҡалҡып сыҡты. Газ менән йылытыла. Яҡты, хозур – ҡарап тороуы кинәнес. Райондың мәғариф бүлеген етәкләгән осорҙа барҙы төҙөлөш эштәре. Шуға был эштә минең дә өлөшөм бар, тип ҡыуанам.

* * *
Һикһәненсе йылдарҙа яҙмыш мине Мәләүез тарафтарына ташланы. ҡапыл ғына мөғәллимлектән сәнәғәт кешеһе булып киттем, химия заводында көкөрт кислотаһы цехының колчедан әҙерләү бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләнеләр. Ике йылдан һуң эштә ярайһы уҡ яңылыҡтар индергәнде, ойоштороу һәләтен күреп, профком рәйесе урынбаҫары итеп ҡуйҙылар. Ә ул саҡта профком ҙур көскө эйә, етәкселек беҙҙең фекер менән ныҡлы иҫәпләшә ине. Биш мең эшсеһе булған заводта оло-оло саралар үткәреү ҙә, фатир мәсьәләләрен хәл итеү ҙә, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһау ҙа беҙҙең өҫтә булды. Халыҡтың тын алышын шул ваҡытта ныҡлап өйрәнгәнмен тип уйлайым.
Бер мәл, үткән быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағы, туҡһанынсы йылдар башы, республикала милли- азатлыҡ хәрәкәте башланды. Зәки Вәлиди исеме лә ишетелеп ҡала. Мәктәптә һалынған милли ойотҡо үҙенекен иттелер, фекерҙәштәр осрашып, һөйләшеп, үҙебеҙҙең ойошманы – «Көнгәк» берекмәһен булдырҙыҡ. Минең арҡаҙашым, заводта конструктор булып эшләүсе Сәйфулла Әмиров был мәсьәләләр­ҙе юристарҙан былайыраҡ аңлай һәм беҙгә төшөндөрә ине. Шуға алдан уҡ шулай хәл иттек, ойошма уставлы һәм легаль, теркәүле булыр­ға тейеш (әйткәндәй, һуңынан беҙҙең устав нигеҙендә Урал аръяғы ойошмалары үҙ уставтарын эшләне) Һәм был ҡарар дөрөҫ тә булып сыҡты, урындағы власть та, айырым көстәр тарафынан да иҫ китмәле баҫым, эҙәрлекләүҙәргә ҡарамаҫтан, законға таянып эш итеүебеҙ арҡаһында юғалтыуһыҙ эшләй алдыҡ. Тәүге еңеүҙәребеҙҙең береһе – ҡала һәм район советы биналарында законһыҙ урынлаштырылған Рәсәй флагын законлы рәүештә алдыртыуға өлгәштек.
Башҡортостанға үҙаллылыҡ яулау, президент институтын булдырыу, башҡорт теленә дәүләт теле статусы биреү кеүек мәсьәләләр буйынса аңлатыу эштәре алып барҙыҡ. Күп ерҙә, юҡ менән булмағыҙ әле, егеттәр, тип ҡаршы алыу­ҙарына ҡарамаҫтан, алған юлыбыҙҙан тайпылманыҡ.
Был төбәктә үҙенсәлекле Көнгәк байрамы үтә. 1812 йылдағы Ватан һуғышына китеүсе яугир башҡорттар Көнгәк тауы битләүендә, беҙ ҡайтырбыҙ, беҙҙе онотмағыҙ, тип халыҡ менән хушлашҡан. Һәм шунан бирле ошо урында яугирҙар­ҙы иҫкә алыу йолаһы йәшәп килә. Хатта был хәтер байрамы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла туҡтап ҡалмаған. Тик баяғы торғонлоҡ йылдарында был йола яйлап ҡына күңел асыу байрамына әйләнгән дә киткән. Июндең беренсе шәмбеһендә үткән байрам­ға сәйәси төҫ өҫтәнек, халыҡты сәйәси хәл-торош менән таныштырҙыҡ. Бына донъя ҡуласа, ҡасандыр Камил ағай­ға ҡаршы килеп ултырған мин Зәки Вәлиди хаҡында, уның күҙаллауҙарының хаҡлығы хаҡында аңлатам. Кешеләр ихлас тыңланы беҙҙе. Орлоҡ һалына башланы, тип һөйөндөк. Һуңынан был сәйәси акция Аптраҡ ауылында – Яр, ҡотош ауылында Сарлаҡ тигән был урындарға ғына хас байрамдарҙа ла дауам итте.
«Көнгәк» «Урал» халыҡ үҙәгенән алда ойошто. Үҙәктең беренсе йыйынына барғаныбыҙ ҙа иҫтә. Минең «Запорожец»та Өфөгә юлландыҡ. Ямғыр биҙрәләп ҡоя, һыу эсендә китеп барған кеүекбеҙ. Шунда ямғырҙы изгегә юраныҡ, беҙҙең хәрәкәткә бәрәкәт булып яуа, тинек. Зәки Вәлиди һүҙҙәренә ҡағылып, аҡтамыр үрсейәсәк, туҡтатып булмаясаҡ, тип көлдөк. Юрауыбыҙ юш килде.
Тағы шуныһы, «Көнгәк» беренсе булып башҡорт теленә дәүләт теле статусы алыу буйынса закон проектын эшләне. ҡайҙандыр беҙҙең ҡулға тел буйынса ҡаҙаҡтарҙың законы килеп эләккәйне, шуны эшкәртеп, беҙҙәге хәл-торошто анализлап, артыҡ шаштырмай ҙа һәм шул уҡ ваҡытта телдең хоҡуҡтарын да сикләмәй, уртаҡ фекергә килергә ынтылдыҡ.
Беҙҙе милләтселектә ғәйепләһәләр ҙә, беҙҙең эштә, фекерҙәрҙә милләтселек ғәйебе күрергә теләһәләр ҙә, беҙ милләтсе түгел, үҙ халҡын яратҡан, башҡа милләттәр­ҙе хөрмәт иткән республика улдары булып ҡалдыҡ.
Бер осрашыуҙа бер әбей былай тип әйтте: «ҡайҙан ғына ошо «Көнгәк» килеп сыҡты, рәхәтләнеп үҙебеҙсә һөйләшеп ҡалдыҡ». Бына ошондай баһа беҙҙе оло эштәргә этәрҙе лә, күтәрҙе лә инде.
Беҙҙең талаптар хәтәр булды. Шул талаптар менән горкомға барып еттек. Ойошмала берҙән-бер коммунист мин инем. 1990 йылдың башында Башҡортостанға союздаш республика статусын һорау мәсьәләһен күтәреп, ҡала советының пленумына тиклем барып еттем. Был мәсьәләне көн тәртибенә индер­ҙеләр һәм миңә һүҙ бирҙеләр. Бер һөйләм дә әйтеп өлгөрмәнем, зал шаулаша, ҡул саба, аяҡ тибә башланы. «Кәрәкмәй!», «Тыңламай­быҙ!», «ҡыуығыҙ!» – шундайыраҡ репликалар ишетелеп ҡала. ҡот осҡос шау-шыу аҫтында һаман һөйләүемде дауам иттем дә, бер мәл туҡтаным. Тик торам. Шунан райком секретарына өндәштем:
– Иптәш Хәсәнов, повесткала ошо мәсьәлә бармы?
– Бар.
– Кем сығыш яһай?
– ҡалмырҙин.
– Улайһа, коммунистарығыҙҙы тыйығыҙ.
Беренсе секретарь тороп баҫты һәм тыныс ҡына тыңлауҙарын һораны.
Сығыш яһаным. Әлбиттә, пленумдағылар, башҡа һыймаҫ хыялдар менән яна, имеш, берәү, тигән һымаҡ иғтибарһыҙ ултырҙы.
Залдан сыҡҡас, хәлде ишек төбөндә күҙәтеп торған Сәйфулла, ну һиндә көс, һинең урында булһам, ташлап сығыр ҙа китер инем, ти. Шунда нисек ярһығанымды үҙем генә беләм.
1991 йылдың көҙө. Суверенитет­тың беренсе йыллығын билдәләйбеҙ. Шул уҡ зал, шул уҡ коммунис­тар. Президиумда ла шул уҡ йөҙҙәр. Беренсе секретарь, суверенитет, уның файҙаһы хаҡында доклад һөйләй. Алҡышлайҙар, барыһында ла байрам кәйефе. Башҡа сығыштарҙы тыңлап торманыҡ, хәҙер беҙ бында кәрәкмәй, эш эшләнде, тип, Сәйфулла менән залдан сығып, үҙебеҙҙең ҡорға йүнәлдек.
Туҡһанынсы йылдар башында ысын мәғәнәһендә халыҡтың рухи күтәрелеше булды. Өр-яңы тарихтың алтын бите ине ул йылдар. Тик шуныһы йәл, халыҡ тағы ла йоҡоға талды. Барыһынан ҡәнәғәт булыу­мы, әллә ғәмһеҙлек, вайымһыҙлыҡ йоҡоһо – аңлауы ла ҡыйын...

* * *
Кеше ҡоласын йәйеп теҙелеп киткән тауҙарына ҡараны. Уйсан ҡараны. Бер аҙ торғас, йылмайып ҡуйҙы. Шунан киң ҡоласын йәйҙе лә көр тауышы менән ауаз һалды:
– Эһе-һей, тауҙарым, ил эштәре көтә, ҡалдырып торам үҙегеҙҙе бер аҙға! Имен-аман тороғоҙ!..
Ул белә, Ғәлинур Зиннур улы ҡалмырҙин белә – Красноусолда башҡа тауҙар көтә уны. Район хакимиәтендә мәғариф өлкәһе булһынмы, кадрҙар йә мәғлүмәт-аналитика өлкәһенә ҡағылһынмы, район башҡорттары ҡоролтайының баш­ҡарма комитеты башлығы вазифаһын башҡарһынмы, Ғәлинур ағай­ҙың артында изге һәм мәртәбәле эш менән уңыш тауҙары, ышаныс менән донъяға һөйөү һалынған бейек түбәләре, атҡарылған маҡсаттар артылыштары ҡала. Ул үҙе лә күптәргә, бик күптәргә ышыҡ һәм терәк булған ҡая ла, тау ҙа! Тормошто яратып, үткәндәренән ҡәнәғәт булып, зар белмәй йәшәй замандашыбыҙ. Мостай әйтмешләй,
Тауҙар зарланмай. Ғорурлыҡ
Баштарынан ашҡан, –
Кем ҡояш менән һин дә мин
Шул тауҙарҙан башҡа?
Замананың дауылдары
Уға килеп һуға.
Ә шулай ҙа ҡояш тәүҙә
Уның өсөн сыға.

Мөнир ҡУНАФИН яҙып алды.

Башҡортостандың арҙаҡлы улы, физика фәненән уҡытыусы Ғәлинур Зиннур улы ҡАЛМЫРҘИНҒА

Иҫкә килеп төштө әле
Физика закондары.
Молекула, атомдары,
Электрон, протондары...

Күпме тылҡыһаң да, ағай,
Меңгә бүлеп йәнеңде,
Башҡа алма төшмәне шул,
Аңламаным фәнеңде.

Ғилем миңә сер асманы,
Йәлләгәндер алмаһын.
Мин физика закондарын
Башҡасараҡ аңланым:

Ышҡылыуҙың көсө таныш –
Тормош һине ышҡыны.
Йөрәгеңдән сәсрәп торҙо
Ошо көстөң осҡоно.

Шул осҡондан күпме йөрәк
Ялҡын булып ҡабынды.
ҡабынды ла нурланы ул
Үҙебеҙҙең Табынды.

Һине яҙмыш дауылдары
Ситкә ташлаған саҡта,
Тартылыу көсө һағыштың
Гел тартты тыуған яҡҡа.

Төрлөсә булды замандар,
Төрлөсә булды баҫым.
Һынырлыҡ саҡтар ҙа булды,
Тик эйелмәне башың.

Әле, ағай, уйлап ҡуям,
Өлгәшмәһәк тә фәндә,
Тормош ҡанунын асыуҙа
Ом булдың, кәм тигәндә.

Cалауат ӘБҮЗӘР.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға