25.02.2019 Йондоҙнамә (25 февраль - 3 март)
[b]Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна барышында бер нисә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға буласаҡ. Ғөмүмән, улар тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртер, моғайын. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр. Яңы өмөтлө фекерҙәр ҙә тыуыр, уларҙы башҡаларҙан йәшермәгеҙ.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Төп эшегеҙҙә хәлегеҙ яҡшы буласаҡ. Ҡайһы бер яңы мөмкинлектәрҙе лә асырһығыҙ, бәлки. Йондоҙҙар иҫкәртә: шаршамбыла ишеткән тәҡдимдәргә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ, уларға артыҡ ышанмағыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ. Иң ҡатмарлы һәм ауыр эш тә һәйбәт барыр. Осор насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоу өсөн дә уңайлы. Тормошоғоҙҙо бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн өмөтлө мөмкинлектәр мотлаҡ булыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала ниндәйҙер күптән күрмәгән кеше менән осрашырһығыҙ, моғайын. Араларҙы яңыртыуҙан файҙа булмаҫ кеүек. Йомала һис тә көтөлмәгән ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Шишәмбелә мотлаҡ уңырһығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Башығыҙҙа ниндәйҙер өмөтлө маҡсаттар тыуыр һымаҡ. Йондоҙҙар уларҙы һис икеләнмәйенсә тормошҡа ашыра башларға ҡуша. Эшегеҙҙең йомғаҡтарын бик тиҙ күрерһегеҙ. Аҙна мәшәҡәтле булһа ла, һәйбәт тамамланыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Матди хәлегеҙҙән бигүк ҡәнәғәт булмаҫһығыҙ. Шулай ҙа белегеҙ: тиҙҙән барыһы ла ыңғай яҡҡа үҙгәрергә тейеш. Эске тауышығыҙ һәр саҡ дөрөҫ юлды күрһәтер. Был арала күптән күрмәгән кеше менән осрашырһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һәйбәт аҙна. Бәғзеләр ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне еңел хәл итеү юлдарын табыр. Шаршамбыла тормош һеҙгә бәхетле мөмкинлек бүләк итер, тик уны барыһы ла күрмәҫ, моғайын.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һеҙҙең тирәләге хәлдәр тиҙ үҙгәреүсән булыр. Ғөмүмән, бар үҙгәрештән дә файҙа күрерһегеҙ һымаҡ. Әгәр ашыҡмай, барыһын да алдан уйлап эш итһәгеҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Башҡаларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға ашыҡмағыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Төп эшегеҙҙә барыһы ла яҡшы барыр. Ыңғай үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Бәғзеләр өсөн улар ҙур түгел, ҡайһылар өсөн һиҙелерлек тә булыр. Был үҙегеҙҙең тырышлыҡҡа һәм ныҡышмалыҡҡа бәйле. Ижади кешеләр илһамы артҡанын асыҡ тойор.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Көндәр тыныс килер. Матди хәлегеҙ яйлап тотороҡлана башлар. Аҙна араһында бер нисә тәҡдим ишетеүегеҙ бар. Шуларҙың береһе бигерәк тә өмөтлө күренер. Ғөмүмән, киләсәккә ышаныс менән ҡарағыҙ, барыһы ла һәйбәт булыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙнаны әүҙем үткәрерһегеҙ. Осрашыуҙар, аралашыуҙар күбәйер. Шәхси тормошоғоҙҙа ла ыңғай ваҡиғалар көтөлә. Матди ҡыйынлыҡтар үҙҙәрен бер аҙ һиҙҙерер, тик бик ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына. Йомала ниндәйҙер мөһим нәмә тураһында бөтөнләй онотоуығыҙ бар.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ мотлаҡ артыр. Дәртегеҙҙе тейешле яҡҡа йүнәлтә алһағыҙ, уңырһығыҙ. Бәғзеләр хатта элек күрмәгән мөмкинлектәрҙе асыҡлар. Шаршамбыла ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар ҙа осрар. Ундай ваҡ-төйәккә иғтибар бирмәҫкә тырышығыҙ.