«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Әрме – ысын тормош мәктәбе ул»



23.02.2019 «Әрме – ысын тормош мәктәбе ул»

Раил Әсәҙуллин, педагогия фәндәре докторы, профессор, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Мин 1971 – 1973 йылдарҙа Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмөндә хеҙмәт иттем. Урта танктарҙың механик-водителе булдым. Беҙҙең хәрби часть Берлин янында торҙо. Хәрби хеҙмәттә булғандағы бер нисә иҫтәлекле эпизод хәтерҙә ҡалған.
1972 йыл Көнбайыш һәм Көнсығыш Берлин араһында ҡапҡалар асылған мәл ине. Бына шул тарихи көндә беҙ һаҡта торҙоҡ. Бер яҡта Америка ғәскәрҙәре торһа, икенсе яҡта совет ғәскәрҙәре ине. Өлкән механик-водитель булып бөтә Көнсығыш Германияны гиҙеп сыҡтым. Беҙҙә ярты йыл һайын ҙур хәрби күнекмәләр үтә торғайны. Шунда танкта Эльба йылғаһы аша сыҡҡан ваҡыт хәтерҙә ҡалған. Беҙ икенсе булып үттек, артыбыҙҙан шундай күп һанлы ғәскәрҙәр сыҡты. Бығаса улай күп хәрбиҙәр колоннаһын, хәрби техниканы күргәнем булмағайны. Бер ваҡыт илдең Юғары Баш командующийы Никита Хрущев та дивизияға килде. Беҙ, хәрбиҙәр, унда Парад маршы менән үттек.



«Учебка» Дрезден ҡалаһында булды. Европа оҫталарының картинаһы ҡуйылған Дрезден галереяһында ла булырға тура килде. Донъя сәнғәте шедевры, иң серле Мона Лиза картинаһын күреү ҙә күңелдә ғорурлыҡ хистәре уятты. Атайым да Бөйөк Ватан һуғышында булған, Германияға тиклем барып еткән. Ул йөрөгән һуҡмаҡтарҙа хәҙер улының да йөрөүе ҡыуаныс ине. Әрме хеҙмәте бына шундай яҡты, матур хәтирәләр һаҡлай.


Алмас Бәширов, «Юлдаш» радиоһының алып барыусыһы:
– Әрменән ҡайтыуыма өс ай ғына. Хеҙмәт юлын Росгвардия ғәскәрендә Калуга өлкәһенең һаҙлы урынында радиотелеграфист, йәғни элемтәсе вази­фаһында үттем. Үҙем шаяртып әйт­­меш­­ләй, радио булмышынан алыҫ китә алманым.


Хәрби хеҙмәттә әсеһе лә, сөсөһө лә булды. Сержант, прапорщик, офицер­ҙарҙың да төрлөләре була. Ауыр ваҡытта танауыңды төшөрмәү, ысын ир-егет булып ҡалыу мөһим. Сос, аҡыллы, күндәм, физик яҡтан көслө булыу, әлбиттә, мөһим. Әгәр ҙә һин ундай түгелһең икән, теләйһеңме-теләмәйһеңме, өйрәтәсәктәр. Ғөмүмән, әрме күп нәмәгә өйрәтә, көслө характер тәрбиәләй, тип уйлайым. Был – минең шәхси фекерем. Тәү сиратта егеттәрҙең тормошҡа, йәшәйешкә ҡарашы үҙгәрә. Атай-әсәйҙе, туғандарҙы, ысын дуҫтарҙы хөрмәт, ихтирам итергә өйрәнәһең.
Ғөмүмән алғанда, әрме – кәрәкле мәктәп. Үҙен ысын ир-егет тип һанаған һәр кеше был мәктәпте үтергә тейеш.


Ришат Миндияров, 1-се статья старшинаһы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радио хеҙмәте етәксеһе:
– «Осраҡлылыҡтар булмай!» тип әйтергә яратабыҙ. 5 – 6 йәшлек сағымда өйҙә рама эсендә торған бер фото иғтибарымды ныҡ йәлеп итте. Унда беҙ 1970 йылдар башында ғаилә менән төшкәнбеҙ. Миңә бескозырка кейҙергәндәр. Шунан бирле моряктарға иғтибарлы була башланым.
Бер ваҡыт ауыл клубында флот тураһында кино ҡарап ултырам. Ҙур эсле, йыуан морякҡа иғтибар иттем. Әһә, мин әйтәм, улар шулай булырға тейеш икән! Кинонан ҡайтҡас, күп итеп икмәк ашап, һөт эскәнем хәтерҙә. Был рационды йыш ҡына ҡабатлайым да, йыуанайҙым микән, тип барып көҙгөгә ҡарайым.



Йылдар үтте, флот онотола төштө. БДУ-ның 1 курсында уҡып йөрөгәндә хәрби комиссариаттан повестка килде. Өфөнөң Октябрь революцияһы урамы, 74. Ул ағас йорт бармы икән, белмәйем, әммә мин уны ғүмерлеккә хәтерҙә ҡалдырҙым. Комиссия тикшереүенә барып, 18 йәшемде билдәләгән көн шунда үтте. Приседание ла эшләттеләр, күҙҙәре яҡшы күрә, тештәре ныҡ, тинеләр ҙә, «годен» тип ҡағыҙға тамға ҡуйҙылар. Киров районының хәрби комиссары, подполковник Кузьмин саҡырҙы. Күп кенә һорау бирҙе лә: «Команда номер 50, пойдете служить на подводную лодку!» тип уңыштар теләп оҙатты. Уның был һүҙҙәрен етди ҡабул итмәнем. Моряктар бит буйға бәләкәй, үҙҙәре йыуан булырға тейеш! Бала саҡтан шулай һеңеп ҡалған.

Юҡ шул, Кузьмин шаяртмаған. БДУ-ла бер төркөмдә уҡыған Зәки Әлибаев, Риф Байымов, Өлфәт Ғәббәсов (йәне йәннәттә булһын), Венер Ҡунафин һәм мин 1985 йылдың июнендә Североморск ҡалаһына килеп төштөк. Ҡояшлы булһа ла, көн шул тиклем һалҡын. Аҡсалы килгән үзбәк егеттәре 150 һумға фуфайка алып кейә, беҙ улай бай түгел. Мәсетле егете Риназ Ғиззәтуллиндың: «Юҡ инде, былай өшөп йөрөгәнсе, мин һыу аҫты кәмәһенә лә барырға ризамын!» – тигәне хәтерҙә ҡалған.

Көтмәгәндә тағы ла комиссия үтә башланыҡ. Бишәүләп бер мөмйөшкә йыйылдыҡ. Әле әйткән төркөмдәштәрем: « Бар сығып әйт. Бишәү бергә хеҙмәт итергә теләйбеҙ тип», - ни эшләптер минең ҡабырғаға төртә. Күп уйлап торманым, алға атланым да, өҫтәл артында ултырған кешегә: «Товарищ майор!»- тип өндәштем. « Товарищ капитан 3 ранга!»- тип төҙәтте ул мине. Барокамераға тикшерергә алып килделәр. Старшина беҙҙе шунда ултыртты ла, Рифтең ҡулына ағас сүкеш тотторҙо. «Больно будет, стучите!» – тине ул ҡәтғи генә итеп. Өс атмосферҙы түҙергә тейешбеҙ. Аңлауығыҙса, бында кеше тәненең һәр квадрат сантиметрына 3 килограмм, йәғни тотош бер гантель ауырлығы төшә. Клапанды асып барокамераға баҫым бирә башланылар. Күҙемде башҡаса бер ҡасан да шулай аҡайтҡаным булманы шикелле. Һауа баҫымы шул тиклем ҡыҫа башланы, ауырт маған ер юҡ. Мин Өлфәт менән Венерға ҡарап ҡаттым. Был хәлдән Зәки ҡотҡарҙы. Уның: «Ри-и-иф, стучи-и-и!» – тип тоноҡ ҡына ҡысҡырғаны ишетелде. Старшина баҫымды төшөрҙө, люкты асты ла, Зәки менән Рифте сығарып, ҡалған өсөбөҙҙө кире ябып, тағы ла баҫым бирҙе. Тағы ла түҙеүҙән башҡа юл ҡалманы. Һынауҙы үттек. Барокамеранан сығарып, креслоға ултырттылар. Кеше ултырған кресло зырылдап әйләнә башлай. Уны ҡапыл туҡтатып, тартып торғоҙалар. Шунда уҡ тәгәрәп киткәндәрҙе – бер мөйөшкә, ә инде иҫерек кеше кеүек йөрөп-йөрөп тә аяғында баҫып ҡалғандарҙы: «О, подводник!» – тип икенсе мөйөшкә баҫтыралар. Мин дә шул икенсе мөйөшкә эләктем.
Шулай итеп, подводник булып киттем. Ярты йыллыҡ «учебка» тигәндәре лә тиҙ үтте. Унда беҙҙе ПФЛ-да (психо-физик лабораторияла) тикше рҙеләр. Билдәргә ауыр суйын билбау тағып, тәрән бассейнға ла төртөп төшөрҙөләр. Уның төбөнә төшөп ятҡас, һин, әгәр йәшәгең килһә, ошо суйын билбауҙы ысҡындырып, үҙең өҫкә сығырға тейешһең. Шулай иттек тә. Кемдең йәшәгеһе килмәй! Ә инде һыу тултырылған вертикаль башняның аҫтынан инеп, ундағы баҫҡыс буйлап өҫкә күтәрелеү ауырыраҡ булды.Тәүҙә скафандр кейҙереп, ошо башняның эргәһендә түбәнерәк башняға ултырталар. Шулай уҡ көслө баҫым бирәләр. Матростың тәүге бурысы- ошо баҫым күтәрелеп бөткәнсе « продуваться» итергә, йәғни скафандр күҙлектәре менән танау тишектәрен ҡыҫып көсәнергә һәм баҫымдан эскә ҡыҫылған « барабанная перепонка» ны, ҡолаҡ япраҡтарын кире үҙ хәленә ҡайтарырға кәрәк. Старшина килә лә : « Продулся или
нет?»- тип ҡысҡырып һорай. Хәйлә белмәгәндәр, юҡ, тип яуаплай . Теге старшинаға етә ҡала. Ике йоҙроғо менән ике яҡлап һуҡҡылай башлай. Артабанғы күнекмәләр ваҡытында мин уға бер ҡасан да « юҡ» тип яуап бирмәнем. Танауымдағы шыйыҡсалар сығып бөткәнсе ошо ике күҙлек менән ҡыҫып, үҙем «продуваться» итергә өйрәндем.

Артабан «трагик яҙмышлы» К-219 атом һыу аҫты крейсерында хеҙмәт иттем. БДУ-ла бергә уҡыған төркөмдәштәр менән айырым хеҙмәт итһәк тә, ара-тирә хатлашып торҙоҡ. Тағы ла бер яҡшы хәтирә. Гөлдәриә Йосопова (Вәлишина) беҙгә журналдар, китаптар ебәреп торҙо. Уларҙың береһен – Рәшит Солтангәрәевтың «Тыуған яҡҡа ҡайтыу» китабын мин диңгеҙ төптәрендә йөрөтөп, үҙем менән алып ҡайттым. Гөлдәриәгә мең рәхмәт!
1986 йылда беҙҙең экипаж «Дельфин тауышы» фильмын төшөрөүҙә ҡатнашты. Интернетта ул бар. Ҡарағыҙ. Хоҙай үҙе араланымы икән, беҙҙе ул крейсерҙан алып, Эстонияның Палдиски ҡалаһына, подводниктар база һына уҡырға ебәр ҙеләр. Салауат Юлаев таш аҡтарған ерҙәрҙең барыһын да урап үткәнмендер.

Көндәрҙән бер көндө, кисен үҙәк телеканалдың «Ваҡыт» программаһын ҡарап ултырғанда, диктор Анна Шатилова һағайтты. «В районе Бермудских островов затонула советская атомная подводная лодка!» тип хәбәр һалды ул. Беҙ, нишләптер, хор менән тиерлек: «Брита-а-анов!» – тип ҡысҡырҙыҡ. Ул шул К-219 крейсерының командиры ине. Шулай итеп, тәүге хеҙмәт сынығыуы үткән карабыбыҙ – К-219 тағы ла фильмға эләкте. Ул да интернетта бар. Тағы ла, артабан тип әйтәйем, беҙгә бәхетле яҙмыш эләкте. Өр-яңы К-64 атом һыу аҫты крейсерын заводтан алып, һынауҙар үткәреп, меңдәрсә миль үттек. Ул крейсер әле лә сафта, тик маркаһы ғына үҙгәртелгән. Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүем менән ғорурланам. Флот беҙҙе түҙемле булырға өйрәтте.



Фәдис Ғәниев, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Хәрби булыу – минең бала саҡ хыялым ине. Мәктәпте тамамлағас, Новоси­бирскиға юғары хәрби училищеға уҡырға барырға йыйынғайным. Республика кимәлендә уҙғарылған мәртәбәле йыр бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар яулап, ҙур концерттарҙа ҡатнашып йөрөһәм дә, сәнғәт юлынан китергә уй ҙа булманы. Ул ваҡытта партияның Башҡортостан өлкә комитеты секретары Әхнәф Дилмөхәмәтов, мәҙәниәт өсөн яуаплы кеше булараҡ, районға шылтыратып: «Һеҙҙең Фәдис Ғәниев тигән һәләтле йырсы малайығыҙ ҡайҙа уҡырға бара? Уны мотлаҡ үҫтерергә кәрәк», – тигән.



Медицина комиссияһын уңышлы ғына үтеп, документтарымды әҙерләһәм дә, райондан хәрби училищеға уҡырға ебәрмәнеләр. Мин Өфө дәүләт сәнғәт институтының әҙерлек курсына алындым. Икенсе йылына, 18 йәшем тулғас, әрмегә саҡырыу килде. Институтта танылған педагог Миләүшә Мортазина класында уҡыным. Йырсы Радик Гәрәев та унда белем алған. Шуға был билдәле артист менән яҡындан аралашып йөрөйбөҙ. Әрмелә лә бит йыр ансамблдәре бар, бәлки шунда эләгеп булыр, тиҙәр. Радик ағай үҙенең дуҫы, Волга буйы хәрби округының йыр-бейеү ансамбле етәксеһе менән һөйләште лә, беҙҙең хәрби комис­сариатҡа хорҙа йырлаусыға үтенеснамә ебәрҙе.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында ике көн булып, өсөнсө көнгә мине икенсе ғәскәрҙәргә алып китергә торғанда музыкаль белемле егеттәрҙе һорауҙары тураһында хәбәр килде. Мин саҡ эләгеп ҡалдым. Шулай итеп Куйбышев ҡалаһындағы (хәҙер Һамар) Ҡыҙыл Байраҡлы Волга буйы хәрби округында йыр-бейеү ансамблендә йырлап, хәрби бурысымды үтәнем. Сәнғәт менән хәрби тормошто бергә алып барыу бик ҡыҙыҡ ул. Ансамбль менән бөтә округ буйлап, хәрби частарҙа гастролдәрҙә йөрөй торғайныҡ. Берҙәм, татыу сәнғәт коллективы булды ул. Әле лә хеҙмәт­тәштәрем менән аралашып торам, күптәре сәнғәт юлынан киткән. Әрме мәктәбен һәр ир-егет үтергә тейеш, тип иҫәпләйем. Ул тормошта бик кәрәк, кешене сыныҡтыра, тәртипкә, күндәм­леккә өйрәтә. Унда өйрәнеп ҡайтҡан тәртиптең тормошта һәр саҡ кәрәге тейә. Мәҫәлән, беҙгә өс сәғәт концерт ваҡытында бер ваҡытта ла ултырып ял итергә ҡушманылар. Гел аяҡ өҫтө булдыҡ. Хәҙер үҙем концерт биргәндә лә шулай итәм. Сөнки ултырғанда сәхнә костюмың бөтәрләнә, салбарыңдың тубығы сыға.

Йәштәр араһында ла кемдең хәрби хеҙмәттә булған-булмағаны айырыла. Хәҙер Ҡораллы Көстәрҙе нисек кенә яманламаһындар, ирҙе ир итә торған сынығыу мәктәбе ул әрме.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Фотолар ғаилә архивынан, Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға