«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йәш ғаилә – ҡәлғәме?



25.01.2011 Йәш ғаилә – ҡәлғәме?

Fаилә ҡороу, шул уҡ ваҡытта вузда уҡып йөрөү, әлбиттә, бар яҡтан да көслө, тормош hынауҙары алдында юғалып ҡалмаған hәм бер-береhен хөрмәт иткән, яратҡан парҙар­ға ғына тәтейҙер. Сөнки ҡулыңа диплом алам тиhәң, үҙеңде уҡыуҙа күрhәтергә, сессияны уңышлы тапшырырға hәм ошо арала ғаиләңә ваҡыт бүлеп өлгөрөргә кәрәк. Баш ҡалала төрлө төбәктәрҙән килеп уҡыу­сылар күп. Улар өсөн ятаҡтан урын бүленә. Ә бына ғаиләле студенттар нисек, ниндәй шарттарҙа йәшәй hуң? Әлбиттә, атай-әсәйең бай булып, ҡаланан фатир алып бирhә, ҡайғырыр­ға сәбәп юҡ. Эйе, бөтә мәсьәлә әлеге лә баяғы аҡсаға барып төртөлә. Юҡһа тыныс ҡына лекция яҙып ултырыр урынға эшкә йүгерергә тура киләсәк. Студент ҡайнап йәшәй, ул тынғыhыҙ кеше. Ә ғаиләле студент икеләтә яна. Беренсенән, атай-әсәйең, туғандарың алдында оло яуаплылыҡ тойhаң, икенсенән, ғаиләм – ҡәлғәм, тигәндәй, уны hаҡлаусы ла, яҡлаусы ла ир кешегә тормош юлында яңы тоҡанған ғаилә усағын ҡурсаларға кәрәк.
Студент саҡта ҡоролған ғаилә нигеҙе ныҡ, ышаныслы була, тиҙәр. Бына ошо хәҡиҡәткә инаныр өсөн бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттем.
Гүзәл, III курс студенты, 21 йәш:
– Кемгә нисек инде. Мәҫәлән, мин үҙем кейәүҙәмен. Бер ҙә бының ҡыйынлығын күрмәйем. Өйҙә көтөп тороусы кешем бар. Бала тыуhа ла, ҡамасауламаҫ. Ул саҡта йә ситтән тороп уҡыуға күсергә, йә балаңды уҡып бөткәнсе атай-әсәйеңә ҡайтарырға мөмкин. Fөмүмән, студент саҡта ҡоролған ғаиләнең бер ниндәй ҡамасаулығын күрмәйем.

Азат, 18 йәш:
– Күптән түгел үҙемдән оло танышым менән тап ошо темаға hөйләшеп ултырғайныҡ. Уның фекеренсә, ошо мәлдә ғаилә ҡороу отошло. Сөнки, уҡып бөткәс, башҡа мәсьәләләр менән башың ҡатhа, шәхси тормош, үҙ юлдашыңды табыу ҡайғыhы булмаясаҡ. Ә бына мин үҙем башҡасараҡ фекерҙә. «Алтын шишмә» тигән дини китапта шундай hүҙҙәр бар: «Тәүҙә уҡып бөт, кеше бул, шунан ғына кәләш алырhың». Мин дә шулай тип уйлайым.
Fөмүмән, hәр кеше үҙенсә фекер йөрөтә. ҡасан ғаилә ҡорhаң да, иң мөhиме, бер-береңде аңлап, терәк-таяныс булып, хөрмәт итеп йәшәhәң генә, ысынлап та, ғаилә ҡәлғә була ала.

Нәркәс, офис-менеджер, 24 йәш:
– Үҙем кейәүгә сыҡмаhам да, уҡыу менән бергә шәхси тормош та тигеҙ барырға тейеш, тип ҡарайым. Ундай ғаиләләр сыныға, бигерәк тә икеһе лә студент булғанда бер-береңә терәк-таяныс булаhың. Минең таныштарымдың күбеһе студент саҡта өйләнеште, матур йәшәй­ҙәр. Кеше шәхси тормошта бәхетле булhа, башҡа өлкәлә лә үҙен ышаныслыраҡ тоя.

Айгөл, III курс студенты, 20 йәш:
– ҡайҙа ҡабаланырға? Әле саҡ 18 – 19 йәш тулып, балалыҡтан да сығып өлгөрмәгән ҡыҙҙар­ҙың кейәүгә сығыуына аптырайым. Һәр кемдең үҙенән тора. Икенсе яҡтан, тап ошо мәлдә барлыҡҡа килгән ғаилә ныҡ була, тип тә әйтәләр. Әгәр егетең эшләп, йәшәр урыны булып, ғаиләне ҡарарлыҡ хәлдә икән, тормошҡа сығырға була. Ә ундай мөмкинлектәре булмағандар ни эшләй? Фатирҙан фатирға күсенеп йөрөү, эш хаҡын осон-осҡа ялғап йәшәү... Уҡып бөтөп, ҡулға диплом алғас ҡына кейәүгә сығыу мәсьәләhенә етди ҡараясаҡмын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға