15.02.2019 811 көн һәм төн...
1989 йылдың 15 февралендә совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы Афған ере менән хушлашып, сик һыҙығы аша үҙ иле еренә үтте. Шул йылдан башлап был көн Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә.
Бөгөнгө геройыбыҙ – Балтас районының Иштирәк ауылы ир-егете, Үрге Янаҡтай ауылы биләмәһе башлығы Рәшит Мусин.
1963 йылда тыуған егет, йәше еткәс, 1982 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Райондан 20 егет бер көндө хеҙмәткә юллана. Хәрби комиссариатта уларға йә Монголияла, йә Афғанстанда хеҙмәт итәсәктәре хаҡында әйтәләр. Рәшит Мәғрүф улына хеҙмәтте Афғанстан ерендә урынлашҡан 1356-сы дөйөм ғәскәри штурм батальонының тәьминиәт ротаһында пулеметсы сифатында үтәргә тура килә.
– Беҙ Афған еренә аяҡ баҫҡанда күҙ асҡыһыҙ ҡом бураны күтәрелгәйне. 811 көн һәм төнгә һуҙылған хеҙмәтте Ҡабулда, Йәләлабадта үттем. Шул ваҡытта күпте күрергә тура килде. Алты тапҡыр ер тетрәүҙең шаһиты булдым. Яҡташтарым менән күрешкәндә, тыуған ерем һулышын тойҙом. Күрше батальонда хеҙмәт иткән райондашым, капитан Дауис Әхмәтов менән бер нисә тапҡыр күрештек. Әммә бергә ҡайта алманыҡ, ул һәләк булды... – тип ауыр иҫтәлектәрен яңыртты геройым.
Рәшит Мусин хеҙмәт иткән 1982 – 1984 йылдарҙа «Жаркое лето Кабула» нәфис фильмы төшөрөлә. Сюжеттарҙағы эпизодтарҙы төшөргәндә райондашыбыҙҙың хеҙмәттәштәре лә ҡатнаша.
Күп һанлы операцияларҙа ҡатнашкан рядовой Мусин хеҙмәт иткән хәрби часть Пакстан менән Афғанстан сиген һаҡлай. Һуғыш яланын миналарҙан арындырғанда яралана яҡташыбыҙ.
– Иң ауыры – «дембель» ваҡыты еткәс, үҙең менән ҡайтыр юлға сығырға тейешле егеттәрҙең арабыҙҙа булмауы. Ҡот осҡос был... – Мәңгегә ун һигеҙ, ун туғыҙ йәштә ҡалған замандаштарын юҡһынған ир уҙаманы был һүҙҙәрҙе бөгөн дә тетрәнеп әйтә.
Ветеран СССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Уның күкрәген «Афған һуғышы ветераны» ордены, Тыуған ил һәм Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн, Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары Союзы тарафынан бирелгән «Яугир-интернационалисҡа – Рәхмәтле Афған халҡынан» һәм башҡа юбилей миҙалдары биҙәй.
Ошо көндәрҙә ул йәш быуынды хәрби-патриотик тәрбиәләүҙә һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы Рәйесе Константин Толкачевтың Рәхмәт хатын ҡабул итте.
– Йәштән спорт менән дуҫ булдым. Еңел атлетика – әле лә яратҡан шөғөлөм. Әрме хеҙмәтенә саҡырылғансы саңғы спорты буйынса разрядтарым бар ине. Күрәһең, иммунитетым көслө булған, Афған еренә аяҡ баҫҡас, күп хеҙмәттәшем тиф, һары сирҙәре менән яфаланды. Ә мине был ауырыуҙар ситләп үтте. Шуға күрә йәштәрҙе лә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, күңелдәренә хуш килгән спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә өндәйем, – ти яугир-интернационалист.