«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ



15.02.2019 Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ

Әсе боросто үҫтереүе әллә ни ауыр түгел. Әммә төп талап 3 – 4 сәғәт ҡояш яҡтыһы менән тәьмин итергә кәрәк. Ике-өс айҙан әллә ни ҙур булмаған ҡуйы ҡыуаҡ үҫеп сыға. Әсе борос бер урында биш йылға тиклем уңыш бирә ала. Өйҙә ултыртыу өсөн үҙе һеркәләнә торған һәм иртә өлгөрөүсе сорттарын алығыҙ.

Улар:
«Украинский горький»
«Бабье лето»
«Огонек»
«Пиковая дама»
«Кармен»
«Суперчили»
«Курьез»

Бынан тыш, «Змей Горыныч» һәм «Слоновый хобот» сорттарын да баҡсасылар яратып ҡуллана. Берен­сеһе мул уңыш бирә, үтә әсе тәмгә эйә. Икенсеһе – әсе боростар араһында иң ҙур булып үҫә торғаны, 27 сантиметрға етә. Боросто көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайышҡа ҡараған тәҙрә төбөндә үҫтерәләр.
Борос үҫтереүгә талаптар:
– сифатлы тупраҡ әҙерләү,
– ҡышын 1 – 2 сәғәт өҫтәмә яҡтылыҡ булдырыу,
– тупраҡтың кибеүенә юл ҡуймау,
– уңыш бирә башлағас, туҡ­лан­ды­рыу.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға