«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (11-17 февраль)



11.02.2019 Йондоҙнамә (11-17 февраль)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Осор тыныс үтер. Уйламаған ваҡиғалар көтөлмәй тип әйтерлек. Шишәмбелә генә эштәгеләр менән аралашыуҙа ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы бар. Быны алдан белеү мотлаҡ ярҙам итер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Мәл уйланылған маҡсаттарҙы бойомға ашыра башлау өсөн уңайлы. Үҙаллы эш итеүегеҙ бик мөһим. Кеше кәңәштәре башығыҙҙы бутар. Аҙна йомғаҡтары менән бик тә ҡәнәғәт булырһығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна яңы өмөтлө танышлыҡтар булдырыу өсөн һәйбәт булырға оҡшай. Уларҙың ҡайһылары оҙайлы буласаҡ. Был йәһәттән кесе йома һәм шәмбе ыңғай яҡтары менән айырылып торор. Йомала ниндәйҙер тәҡдим ишетеүегеҙ ҙә ихтимал.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән булышҡандар мотлаҡ уңыр. Был арала мәжлестәрҙән һәм башҡа сараларҙан баш тартмаҫҡа кәңәш ителә. Улар һеҙҙең өсөн файҙалы буласаҡ. Кесе йомала ҡулығыҙға аҡса инер.

Буға (21.04 – 21.05)
Осор яҡшы ғына башланып китер. Тик шаршамбынан һуң һис тә уйламаған ваҡиғалар килеп сығыр кеүек. Нисек кенә ауыр булмаһын, башлаған эштәрегеҙҙе тулыһынса тамамларға тырышығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала ниндәйҙер яуаплы эште башлап ебәрерһегеҙ һымаҡ. Уның һөҙөмтәләре һеҙҙең өсөн бик мөһим буласаҡ. Аҙна бер аҙ көсөргәнешле үтер. Үҙегеҙгә ял бирергә бер үк онотмағыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һеҙҙе ҡәҙимге аҙна көтә. Шишәмбе һәм кесе йома бигерәк тә уңышлы булыр. Шаршамбыла кемдер эсегеҙҙе бошорор. Уйламаған мәшәҡәттәргә лә осрауығыҙ ихтимал. Саҡырған урынға мотлаҡ барығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бөтәһе лә һәйбәт барырға тейеш. Тик аҡса етмәүе генә ҡайһы ваҡыт күңелегеҙҙе ҡырыр. Һеҙ өмөт иткән аҡса һаман да килмәҫ. Тағы ла бер аҙ сабыр итергә кәрәк.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна тыныс һәм файҙалы үтер. Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт күңелегеҙгә һис тә ятмаған эш менән булышырға һәм ышанысһыҙ кешеләр менән аралашырға тура килер. Һөҙөмтәлә барыһы ла һәйбәт тамамланыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ мотлаҡ артыр. Бәғзеләр элек тотонорға баҙнат итмәгән эштәрҙе лә башлап ебәрер. Шаршамбыла ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар менән осрашырһығыҙ. Йомала ниндәйҙер ҡыуаныслы мәл кисерерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Көндәр һәйбәт килер. Шишәмбелә генә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Был көндө өйөгөҙҙә лә, эштә лә төрлө мәшәҡәт килеп сығыуы бар. Кешеләрҙең татлы һүҙҙәренә берүк алдана күрмәгеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор аралашыуға бай булмаҡсы. Матди хәлегеҙ тотороҡлана башлар. Шишәмбелә һис тә уйламағанда ҡулығыҙға аҡса инер. Яҡындарығыҙ тураһында онотмаҫҡа тырышығыҙ. Улар араһында ярҙамға мохтаж булғандар бар.





Автор: Өмөтбай
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға