«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һәр нәмәлә сама кәрәк



06.02.2019 Һәр нәмәлә сама кәрәк

Ҡатын-ҡыҙҙар ябығыу өсөн ниндәй генә диета тотоп ҡарамай. Ҡайһы саҡта ул һөҙөмтә бирә, әммә киреһенсә булыуы ла ихтимал. Ас йөрөйҙәр ҙә, “ысҡынып”, ныҡ итеп ашай башлайҙар. Сөнки гел генә үҙеңде тыйып та булмай. Ябығыу өсөн диета тоторға кәрәкме, бәлки, физик күнекмәләр менән шөғөлләнеп, әҙерәк ашарға өйрәнергәлер?

Ҡайһы бер гүзәл зат, кинәт кенә ҡаты диетаға ултырып, тиҙ генә ябығам, тип уйлай. Әммә был – хата фекер. Беренсенән, организм өсөн стресс булһа, икенсенән, өйрәнелгән ғәҙәт­тәрҙән, ризыҡтарҙан еңел генә баш тартыуы ҡыйын. Һомғол кәүҙәле булырға хыялланыусылар бик күп хата ебәрә икән.

Һуңғы өс йылда Google-да үҙаллы һауығыу темаһына һорауҙар биреү йөҙләтә артҡан. Бындай темалар буйынса сайттар һаны ла күбәйгән. Үкенескә күрә, был ресурстарҙың бе­реһен дә медицина белеме булған кешеләр тултырмай шул. Һис шикһеҙ, бер генә дипломлы табип та, үҙ-үҙенә диагноз ҡуйып дауаланыу ысулын эҙләгәндәргә интернет аша кәңәш бирмәй. Диета диета менән, ә ябығыу синдромы бөтә донъя буйлап фажиғәле эҙемтәләргә килтерә башланы. Быға күп төрлө ғибрәтле миҫал бар.

Дауаханаларҙың береһендә операция өҫтәленә 39 йәшлек бер ханым килеп эләгә. Бисара ҡатын, интернетта сираттағы роликты ҡарағандан һуң, йыуан эсәген таҙартып ябығам тип, 2 литр соя соусын эсә. Күп тә үтмәй ул иҫен юғалта, ире «Ашығыс ярҙам» машинаһын саҡырта. Дауаханаға зыян күргән кеше йөрәге туҡтаған тиерлек хәлдә алып барыла. Шулай итеп, ҡатындың организмына 200 грамм тоҙ эләгә. Табип фекеренсә, был доза үлемесле иҫәпләнә.

Составында ҙур күләмдә натрий булған соя соусы, ҡатындың ашҡа­ҙанына эләккәс, тиҙ арала уның бөтә органдарынан һыуҙы тартып ала. Башта йотоу менән проблема барлыҡҡа килә, артабан фалиж һуға. Уның артынан ме­йеһе лә йәрәхәтләнә. Табиптар ҡа­тынға глюкозалы һыу индерә. Күҙәнәктәр шәкәр алғандан һуң, ҡан шыйығая башлай һәм ханымдың хәле рәтләнә.

Зыян күреүсе дауаханаға эләккәнгә тиклем, һуңғы алты айҙа ябығыу өсөн бары тик балыҡ һәм аҡ икмәк кенә ашай. Илле килограмға ла етмәгән бисара «Ашығыс ярҙам»ды саҡырғанға хәтлем өс аҙна элек 12 килограмға ябыҡҡан булған.

Тап тышҡы матурлыҡҡа өлгәшергә тырышҡан ҡатын-ҡыҙҙар ябығыу өсөн ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Бер көн килеп ысынбарлыҡты аңлау, күңел ҡайтыуҙың төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға килтереү ихтималлығын онотмаһын ине улар.





Автор: Гөлнора Йәмилева
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға