«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Нимәне һыуытҡыста һаҡларға ярамай?



09.02.2019 Нимәне һыуытҡыста һаҡларға ярамай?

Ҡайһы бер ризыҡ, йәшелсә һыуыҡтан ҡурҡа, шуға ла уларҙы һыуытҡыста оҙаҡ тоторға ярамай.

- Һарымһаҡты һалҡынса, ҡараңғы урында һаҡларға кәңәш ителә.
- Балға йылы температураның кире йоғонто яһағанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Был татлы ризыҡты ҡараңғы урында, бүлмә температураһында һаҡларға кәрәк. Йылылыҡ батареяһы янында, ҡояш нурҙары төшкән урында ул әсей.
- Зәйтүн майы һыуытҡыста консис­тенцияһын үҙгәртә, ҡуйыра, төбөнә ултыра. Шунлыҡтан файҙалы матдәләре лә әҙәйә.
- Авокадо емеше, банан да һыуыҡтан ҡурҡа. Һыуытҡыста улар тиҙ ҡарая һәм боҙола. Әммә ҡырҡылған авокадоны һыуытҡыста бер көн генә һаҡларға кәңәш ителә. Һыуыҡта был емештәр этилен бүлеп сығара.
- Шоколадты һыуытҡыста һаҡлау дөрөҫ түгел. Һыуыҡта ул ағара, тәмен үҙгәртә.
- Алманы балконда йәки баҙҙа һаҡларға кәңәш ителә. Унда һауа йөрөшө лә яҡшы, һалҡынса ла.
- Помидор ҙа һыуытҡысты яратмай. Тик аҫҡы бүлкәтендә ваҡытлыса ғына тоторға мөмкин.
- Йәшел тәмләткестәр – укроп, петрушканы бөтөнләй һалҡынға ҡуйырға ярамай. Улар һыуыҡта туңа һәм тәмен үҙгәртә.





Автор: З.Йәһүҙина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға