04.02.2019 Йондоҙнамә (4-10 февраль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡәҙимге аҙна. Дуҫтарығыҙ һәм яҡындарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ, бик күптәр ярҙамға мохтаж. Аҙаҡ изге эштәрегеҙҙең сауабы икеләтә ҡайтыр. Кесе йомала ниндәйҙер мөһим һөйләшеү булыуы ихтимал.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Икеләнеүҙәр һәм борсолоуҙар күбәйер. Матди ҡыйынлыҡтар ҙа кисереүегеҙ мөмкин. Нисек кенә ауыр булмаһын, бурысҡа инмәгеҙ. Был арала яңы танышлыҡтар ҙа булдырырһығыҙ, һуңғыһы өмөтлө булырға тейеш.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Осорҙоң бик көсөргәнешле килеүе көтөлә. Ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡын киләсәккә күсерергә тура килер. Был арала аҡсалата сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән артығыраҡ булыуы бар. Ләкин быға үкенмәҫһегеҙ һымаҡ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна барышында эшегеҙ күбәйер, моғайын. Шулай ҙа был һеҙгә әллә ни ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Барыһын да ваҡытында һәм тейешле кимәлдә башҡарырһығыҙ. Һеҙгә ҡырын ҡараусылар ҙа табылыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Осор ыңғай ваҡиғаларға бай булырға оҡшай. Был йәһәттән шишәмбе һәм шаршамбы башҡа көндәрҙән айырылып торор. Ә йомала һирәк осрай торған уңайлы мәл кисерерһегеҙ. Үҙ һаулығығыҙға ҡарата иғтибар тураһында онотмағыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Көндәр ҡәҙимгесә килер. Әгәр шикле кешеләрҙән ары торһағыҙ, бөтәһе лә һәйбәт булыр. Бурысҡа аҡса бирмәҫкә кәңәш ителә. Күптәр элек күрмәгән мөмкинлектәрҙе асыҡлар һәм шул йүнәлеш буйынса эш башлар.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Бөтә ваҡиға тиҙләгәндәй һымаҡ тойолор. Аҙнаның үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ. Шишәмбе һәм йомала һиҙелерлек эш башҡарырһығыҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер кешене көтөп, ваҡытығыҙ бушҡа үтер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор барышында көтөлмәгән хәлдәр осрап торор. Һеҙҙән байтаҡ түҙемлек талап ителер. Шишәмбелә бик тиҙ эш итергә тура килер. Йомала үҙ өҫтөгөҙгә ниндәйҙер өҫтәмә яуаплылыҡ алырға мәжбүр булырһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был көндәрҙе әүҙем генә үткәрерһегеҙ кеүек. Тик теләктәрегеҙ күп булһа ла, мөмкинлектәрегеҙ самалы булыр. Уйламаған яҡтан төрлө ҡаршылыҡҡа юлығыуығыҙ ҙа бар. Йома ғына ыңғай булыуы менән айырылып торор.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һәйбәт аҙна. Дүшәмбелә үк уйламаған ерҙән аҡса йәки бүләк алыуығыҙ ихтимал. Шаршамбыла бик уңайлы мәл килеп сығыр, ләкин һеҙ уны һуңлап ҡына күрерһегеҙ. Ял көндәрендә көтөлмәгән ҡунаҡты ҡабул итерһегеҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙе күңелле генә көндәр көтә. Был арала иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар ҙа булыр, моғайын. Эштәрегеҙ йыйылып китһә лә, улар тураһында бер аҙға оноторға ла мөмкиндер. Күптән күрмәгән кешеләр менән аралашыу кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Әүҙемлегегеҙҙе арттырһағыҙ, һис шикһеҙ, бик тиҙ һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Шаршамбыла уңайлы шарттар бигерәк тә күбәйер. Йомала бик файҙалы һөйләшеү буласаҡ.