27.01.2019 Һин дә егет, мин дә егет...
йәки Ни өсөн ауылдарыбыҙҙа буйҙаҡтар күп?
Ҡасандыр, йәшләй өйләнеп, оҙаҡ та тормай, ҡатыны менән айырылышҡан бер яҡынымды хәләл ефете менән ҡабаттан ҡушылырға ныҡ өгөтләгәнем хәтеремдә. “Балағыҙ бар бит, исмаһам, шуның хаҡына ғына булһа ла бергә йәшәһәгеҙсе...” – тигән нәсихәттәрем бушҡа ғына булды. Күпмелер ваҡыттан: “Әлегә йәшерәк саҡта, берәй тиңеңде табып, өйләнһәң ни була?” – тип тә әйтеп ҡараным. “Бер тапҡыр ауыҙ бешкәс, икенсе мәртәбә һалҡын һыуҙы эсергә лә шикләнәм”, – тине яҡыным. “Утыҙ йәштәрҙән үтә башлаһаң, һиңә тигән йәш ҡыҙҙар бөтөп ҡуймағайы...” “Жениться никогда не рано и никому не поздно, между прочим...” – тип “Кавказ әсирәһе” кинокомедияһындағы “товарищ Саахов”тың һүҙҙәре менән шаяртып яуап бирҙе егет. “Егет” тигәндәй, утыҙға яҡынлашып килгән ирҙе егет тип атау ҙа әллә нисегерәк. “Абышҡа” тиеү дөрөҫөрәк булыр, тик был һүҙҙе һуңғы осоро әллә ни ҡуллана һалып бармайҙар. “Ҡырҡҡа яҡынлаша башлаһаң, ҡыҙ табыуы бөтөнләйгә тиерлек мөмкин булмаҫ бит. Тапҡан хәлдә лә, бер аҙ “тотонолған”дар ғына эләгәсәк үҙеңә, бына күрерһең...” – тиеүҙән ары башҡа һүҙ таба алманым.
Бына шулай, ҡабаттан тормош ҡорорға ҡурҡып йөрөгән ирҙең миҫалында башлап алып киткән фекеремде артабан да бер аҙ үҫтермәксе булам. Һүҙем – бөгөн ир-аттарыбыҙҙың ҙур ғына өлөшөн тәшкил иткән буйҙаҡтар “армияһы” хаҡында. Ир-егеттәрҙең буйҙаҡлығының төп сәбәбе әле миҫал итеп килтерелгән һымаҡ айырылышыуҙар арҡаһында ғына түгеллеген һәммәбеҙ ҙә белә. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр үҙе тыуып үҫкән ғаиләһенә нығыраҡ бәйләнгән, буласаҡ кәләшен һәр саҡ үҙенең әсәһе менән сағыштырырға тырыша. Һәр тарафтан нәҡ ана шул яҡынына оҡшаған ҡыҙҙы осратыуға өмөт итеп, әллә күпме йылын бушҡа үткәреп тә ебәрә улар. Утыҙҙы аша атлап, инде буйтым “аҡылға ултырып” алған бындайҙарҙы ҡапыл да “урындарынан ҡуҙғата һалып” булмай. Ә инде ҡырҡҡа яҡыная барған һайын улар өсөн йылдан-йыл (хатта айҙан-ай!) ҡыҙҙар әҙәйә бара.
Өйләнергә бер аҙ иҫәп тотоп, әммә саманан артыҡ ныҡ һайланыусы егеттәр ҙә юҡ түгел. Нәҡ йырҙа йырланғанса:
Йәш ваҡытта күҙҙе майлап,
Күп йөрөнөм ҡыҙҙар һайлап:
Тик береһе лә тиң түгел,
Өйләнеп тә, көйләнеп тә
Йәшәр кеше мин түгел...
Яҡындарының өгөтләүҙәренә ҡолаҡ һалмай: “Йәшмен бит әле, ҡабаланып – куда торопиться”, – тип һәр кәңәште уйынға һабыштыра-һабыштыра, бындайҙар ҙа әкренләп үҙенә йылдан-йыл “стаж” йыя бара. Әммә бер мәл артына әйләнеп ҡарауға байтаҡ ҡына ғүмер үтеп киткән була:
...Йәшлек үтте, почет бөттө,
Йәш ҡырҡтан үтеп китте,
Сәсем көмөш! –
Был ниткән эш?..
Тирә-йүнебеҙҙә тап бына ошо категория “холостяк”тары иң күбеһелер, тип уйлайым. Баштараҡ, үҙҙәре әле йәш, матур, көслө саҡтарында, һайланып, еләктәй бешкән сибәр-сибәр ҡыҙҙарҙы һанға һуҡмай, мәңге йәш булырмын тигәндәй, “әллә кем” булып йөрөп, һуңлап ҡалған бындайҙар буйҙаҡтарҙың төп өлөшөлөр. Нәжиб Асанбайҙың “Кәләш әйттергәндә” спектакленән алынған “Буйҙаҡтар йыры” ла ошолай тип тамамланып ҡуя:
...Бер-бер артлы йылдар үтә,
Бер-бер артлы ҡыҙҙар китә,
Кейәү таба, бала таба,
Ә мин һаман буйҙаҡмын.
Әллә ҡыҙҙар йәлләмәйҙәр,
Әллә үҙем дуракмын...
Буйҙаҡтарҙың киләһе категорияһы хаҡында айырыуса әсенеп әйтке килә. Бөтә егетебеҙҙең дә әрме хеҙмәтенән һыу һөлөгө кеүек матур һынлы, урыҫтар әйтмешләй, “свежий”, типһә – тимер өҙөрҙәй, “ыздарауай” булып илгә ҡайтыуы хаҡында һәммәбеҙ белә. Әммә бәғзе бер шундай яҡшы егеттәребеҙҙең ҡайтҡас та, йәшләй генә хәмергә бәйләнеп китеп, бер нисә йылдан өйләнә алмаҫлыҡ кимәлгә төшөүен, артабан “ҡарт буйҙаҡ”тар сафын тулыландырыу миҫалын аҙым һайын күрәбеҙ. Үҙен нормаль кеше итеп тойған ҡыҙҙар кемгә етте шуға кейәүгә сығырға ынтылмай бит. Алкоголик ир менән ауырлыҡ кисереп, “балалары хаҡына” уның менән айырылмай донъя көткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тирә-йүнебеҙҙә байтаҡ. Ана шундай ғаиләләрҙең ниндәй шарттарҙа йәшәгәнлеген гүзәлдәребеҙ күреп йөрөй. Күп кенә ҡыҙҙар, бәхеткә күрә, ғаилә ҡороу мәсьәләһенә етди ҡарай. Шулай ҙа ошо ҡатмарлы тормошта ҡайһы бер һылыуҡайҙар әлеге хәмер ҡолдарына ла килеп эләккеләй. “Төҙәтеп алырмын әле”, – тип уйлай күптәр башта. Әммә алкоголизм сиренең ниндәйҙер стадияһына ингән кешене дөрөҫ юлға баҫтырған осраҡтар ғәмәлдә бик һирәк. Эскелек менән мауыҡҡан ирҙе төҙәтеү урынына, киреһенсә, үҙе лә хәләл ефете менән бергәләшеп упҡын төбөнә тәгәрәгәндәр әҙ түгел...
Иң башта телгә алып үткән танышыма ҡасандыр әйткән ҡайһы бер һүҙҙәрем тағы иҫкә төштө. “Олоғая башлаһаң, йәш ҡыҙҙар һиңә бөтөнләй ҡарамаясаҡ, ә ирҙән айырылған үҙ тиҫтерҙәреңдең ул саҡта инде икешәр-өсәр бала-сағаһы була...” Илленән уҙып, бабайға әйләнеп барған ваҡытта ғаилә ҡорғандар ҙа бар, әлбиттә. Әммә бындай йәшкә етеп өйләнгән кешенең “йәш ҡатыны” яғынан һәр төрлө абындырып һөрөндөрә торған проблемаһы (урыҫтар әйтмешләй, “подводные камни”) булыуы – тәбиғи. Ҡатын-ҡыҙҙың тәүге ғаиләһендә тыуып, инде үҫеп еткән балалары, хатта ейән-ейәнсәрҙәре лә, әсәһенең (өләсәһенең) яңы никахына төрлөсә ҡарай. Аталарынан ҡалған йорт-ҡаралтыны бүлеү мәсьәләләре киҫкен тороу ихтималын һәм башҡа нәмәләрҙе алдан төҫмөрләй белгәндәр, әлбиттә, бындай никахҡа күҙ йомоп ынтылмаясаҡ. Тик уны-быны уйлап еткермәгәндәр ҙә була бит. Әсәләрен ҡыҙғанып ғауға күтәргән үгәй ул йә ҡыҙынан ҡыйырһытылып донъя көткән, бындай тормошҡа сыҙай алмай, никахын ҡабаттан тарҡатҡан оло йәштәге ир-аттар ҙа бар арабыҙҙа. Шуға күрә лә тормош ҡороуға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе йәшерәк саҡта, үҙ ваҡытында хәл итеп өлгөрөп ҡалырға тырышыу зарур. Ә инде хәләл ефетең вафат булып ҡала икән, был, әлбиттә, башҡа эш...
Үкенескә күрә, ауылдарыбыҙҙа, ысынлап та, айырыуса һуңғы осорҙа буйҙаҡтар күбәйеп китте (ҡалала ла етерлек инде улар, тик ауылдағы күҙгә ташланыусан). Бына шул тормошто, үҙҙәренсә, йәшәү нормаһы тип һанаусылар ҙа бар. Әммә, башҡа йән эйәләре менән бер рәттән, иң һөйөклө ҡолдарын – әҙәм балаларын да Аллаһы Тәғәлә парлап йәшәргә яралтҡан, йәғни буйҙаҡ булып йәшәүҙе динебеҙ хупламай. Ирле-ҡатынлы булып, бала-саға үҫтереп, нәҫелеңде дауам итеп, ә инде олоғайғас, ейән-ейәнсәрҙәреңә һөйөнөп йәшәүҙән дә яҡшыраҡ тормоштоң булыуы, әлбиттә, мөмкин түгел.
Бындай проблема элек тә булғандыр, тип уйлайым. Беҙ бала саҡта уҡ ошондай бер таҡмаҡ әйтәләр ине:
Ҡара башлы турғай
Ҡарындыҡты ҡуймай.
Һин дә егет, мин дә егет –
Кәләш алып булмай...
Был йыр, ҡарындыҡ тәҙрәле өйҙәр булған саҡта, йәғни бик борон уҡ сыҡҡан, тип фаразлау кәрәк (элек, быяла булмау сәбәпле, көйөш малының ҡарын пәрҙәһен (русса – перепонка брюшины) киптереп, шуны тәҙрә яңағына һуҙып элгәндәр). Әммә беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың, башлыса, улдары бәлиғ булғас та, тиҙерәк кәләш алып биреп, уларҙы башлы-күҙле итеү яғын хәстәрләгәндәре хаҡында ла беләбеҙ. Яңғыҙ “ултырған ҡыҙ”ҙар ҙа һирәк булған. Ислам динен тотҡан боронғо халҡыбыҙҙа эскелек проблемаһы ла булмағанлығына айырыуса иғтибар итеү кәрәк!
Буйҙаҡтарҙың тағы бер категорияһы хаҡында әйтмәй үтә алмайым. Улар – ғаилә ҡороуҙың ифрат та етди эш икәнлеген яҡшы аңлаған бәғзе егеттәр. Үҙ иңдәренә ҙур яуаплылыҡ йөкмәргә бер аҙ ғына тотҡарланып тороуҙары бындайҙарҙың оҙаҡ ҡына ваҡыт өйләнмәй йөрөүенең сәбәбе булыуы мөмкин. Әммә ошо төр кешеләр, ҡасан да булһа өйләнһә, ғаиләһен бағыуҙы иң беренсе бурыстарының береһе итеп ҡуйыусан. Сөнки тап ошо типтағы егеттәр, ғәҙәттә, тәүҙә уҡыу йортон тамамлап, берәй һөнәргә эйә булып, үҙенә яраҡлы эш табып, хатта фатир алып, шунан ғына өйләнеүсән була. Әлбиттә, шул ваҡыттарға тиклем уның йәше лә байтаҡ ҡына булып китә. Бер танышым, инде фән кандидаты, доцент булып, фатир алғас ҡына үҙенән тиҫтәнән ашыу йәшкә йәшерәк ҡыҙға өйләнде. Араларында йәш айырмаһы байтаҡ ҡына ҙур булыуына ҡарамаҫтан, хәҙерге көндә уларҙың ғаиләһе күптәр өсөн өлгө булырлыҡ. Ошоноң һымаҡ миҫалдар үҙемдең яҡындарым араһында ла бар. Утыҙҙан ашҡас, бер аҙ тормоштоң әсе-сөсөһөн татып, донъяның аңын-тоңон белеп өйләнгән бер ағайымдың ғаиләһенә хәҙер һоҡланмаған кеше юҡтыр. Еңгәйҙең дә бынамын тигәнен һайлап алды ул. Әммә бындай ғаиләләр, үкенескә күрә, бик аҙ. Шундайҙарға ҡарап шатланһам, юғарыла телгә алған, урыҫтар әйтмешләй, “злостный холостяк”тарға ҡарап эсем боша...