«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хәлең нисек, йыл хужаһы?



26.01.2019 Хәлең нисек, йыл хужаһы?

Йорт сусҡаһының ата-бабаһы ҡырағай сусҡа – ҡабан икәнен һәр кем белә. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында ҡабандарҙы 4 – 8-шәр баштан торған көтөүҙәре менән осратырға була.


Улар үҫемлек­тәрҙең тамыры, бүлбеләре, сәтләүеге һәм се­ләүсендәр, бөжәктәр менән туҡлана. Былтыр ҡурсаулыҡта имән сәтләүеге күп кенә булды. Шулай ҙа ҡышҡы һыуыҡтар мәлендә был ҡырағай хайуандарға ауыр көндәр башлана. Сөнки урманда ҡар ҡатламының ҡалын булмаған урындарын эҙләп, соҡоп, туңған ер өҫтөнән ниндәй булһа ла ем табып тамаҡ туйҙырыуға күп көс сарыф ителә. Хатта улар туң ергә морондарын һыҙырып, ауырттырып бөтә.

Ошо ауыр ҡышҡы мәлдә ҡабандарҙың хәлен еңеләйтеү өсөн ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре биләмәлә бер нисә аҙыҡ һалғыс урын эшләп, урманға сыҡҡан һайын ашарҙарына ем ҡалдыра. Был аҙыҡты ҡайһы саҡ мышы ла ашап китә.

Ҡабандар, мышылар кеүек, ҡурсаулыҡ терри­торияһында ҡышларға ҡала. Ҡурсаулыҡта, үткән ҡышҡы иҫәп һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда, декабрь аҙағына ҡарай ҡабандар һаны икеләтә артҡан.

Фото һәм текст авторҙары: “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре





Автор: Раушания ҒӘЛИНА
Фото: Р. Ғәлин


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға