22.01.2019 Күңел талабы ҡушҡан эш тә, табыш алыу ысулы ла...
Өфө ҡалаһында йәшәүсе Рәйлә Мәүлитова – йәш әсә. Әле өйҙә йәш ярымлыҡ Искәндәрҙе ҡарау менән мәж килә. Әлбиттә, декрет аҡсаһына йәшәү еңелдән түгел, гел ир елкәһендә ятыу ҙа ялҡыта, әҙерәк ҡул аҡсаһы туплау, унан ниндәйҙер файҙа күреү күңелгә йылылыҡ өҫтәй, тип йылмая ул. Табыш алыуҙың төрлө юлын уйлағандан һуң ҡатын-ҡыҙҙар араһында күптән модаға ингән керпек үҫтереү курсында уҡый.
– Һәр ҡатын-ҡыҙ матур булырға ынтыла. Берәүҙәр модаға ярашлы кейенә, икенселәр күберәк төҫ-башына өҫтөнлөк бирә, керпек үҫтерә, ҡаштарына татуаж яһай, тырнаҡтарына педикюр, маникюр эшләтә. Ә мин өсөнсөләр рәтен тулыландырам: гүзәл затты тағы ла матурыраҡ итәм, уларҙың оҙон керпекле булыу хыялын тормошҡа ашырам. Эшемдә яҡшы ҡорамалдар һәм материалдарҙы ғына ҡулланам, – ти уңған хужабикә.
Бигерәк тә байрамдар алдынан клиенттары күп уның. Керпектәрҙе үҫтереп кенә өлгөр.
Шулай уҡ Яңы йыл алдынан тағы ла бер табышлы кәсеп – мандарин һәм шыршы ботаҡтарын ҡушып, гөлләмә яһау. Был тауарға ла һорау ҙур. Үҙенсәлекле күстәнәс бит.