«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡала быймакаттары



15.01.2011 Ҡала быймакаттары

Ҡала быймакаттарыСибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе быйма баҫыусы Марина һәм Йәүҙәт Мөхитовтарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел
Эй, замана тигәндәреңде, донъя­ның аҫты-өҫкә әйләнеп сығып килә бит! Ауыл халҡы ҡала хаҡында хыялланһа, ҡаланыҡылар, киреһенсә, шым ғына ауыл хужалығы, һөнәрселек менән шөғөлләнеп, көн күрергә тырыша. Ауыл адвокаттары* нисек сәйер яңғырамаһын, ҡала быймакаттары ла шулай уҡ уйынлы-ысынлы яңғырай. Әммә...
Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе Йәүҙәт Мөхитовты һәм уның ҡатыны Маринаны белмәгән кеше һирәктер. Һәр хәлдә, үҙем уларҙың йорттарын юлда осраған кешеләрҙән һорашып барып таптым. «Белмә­йем ундайҙарҙы. Ә, быйма баҫыу­сылармы? Анау ерҙән боролоп төшәһең дә, ике урамды үтеп, һула­ҡай яҡтағы ҙур өйгә туҡтай­һың».
Бына бит, бер ниндәй иғлан да, реклама баннеры ла кәрәкмәй, кәрәкле кешенең ҡайҙа йәшәгәнен белеп торалар.
Хужа һарайҙа мал-тыуарын хәстәрләп йөрөй ине. Килеүемдең сәбәбен әйткәс, өйгә инергә тәҡдим итте:
– Марина быйма менән булышып ултырырға тейеш, күреп сыҡ һуң.
Ҡала быймакаттарыХужабикә, ысынлап та, журнал өҫтәленә һалынған йөн өйөмөн тәртипкә килтерә ине. Телевизор ҡарай, шул уҡ ваҡытта сепрәк менән ҡаплап һалынған йөндө ипле генә итеп һылап-һыйпап, төртөп-һуғып, быйма сүрәтенә килтереп ултыра. ҡарап тороп үҙем арып киттем – шул тиклем мәшәҡәтле эш.
– Марина, быйма баҫыу эшенә кемдән, ҡасан өйрәндең?
– Мин Түбә ҡасабаһында тыуҙым, ә унда быйма баҫыу­сылар электән күп булды. Беҙҙең урамда ғына 11 йортта быйма баҫалар ине. Шуға ла, ҡасан быйма баҫырға өйрәнгәнемде өҙөп кенә әйтә алмайым. Ауыл балаһы нисек өйгә һыу ташый, утын индерә, мал аҫтын таҙалай башлағанын иҫләмәй, мин дә быйма баҫыу шөғөлөнә ҡасан өйрәнгәнемде иҫләмәйем. Ике ағайым артынан эшләй башланым.
– Күп көс талап итәлер, ахыры, был шөғөл?
– Көс тә, сабырлыҡ та. Таҙаланған йөндө көн оҙоно бына ошолайтып һылап-һыйпап ултырһаң ғына быйма йомшаҡ, килешле була. Иртәнән алып кискә тиклем мин булыш­һам, кискә был эшкә Йәүҙәт керешә. Уның эше иң ауыры – эҫе һыуға һалып ала ла, тағы бер эш сменаһындай ваҡыт, туҡмаҡтар менән туҡмап, төйгөс менән төйөп, ҡалыпҡа кейҙерелгән быйманы баҫыу менән булыша. Быйма баҫыуҙы һинеке-минеке тимәй генә, бергә иҫәпләһәң, бер пар быймаға 16 сәғәт ваҡыт китә.
– Йөндө халыҡтан үҙегеҙ йыяһығыҙмы? Бер пар быймаға күпме йөн кәрәк?
– Быйманы беҙ баҫайыҡ, ә йөндө йыйыу, таҙалау менән икенселәр шөғөлләнһен ине ул. Тәү ҡарашҡа арзаныраҡ сыҡһа ла, сарыф ителгән ваҡытыңды иҫәпләй башлаһаң, шундай фекергә киләһең. Былай иһә йәтеш – бараһың да, йөндө кәрәгенсә һатып алаһың. Һәр кем үҙ эше менән булышһын.
Йәүҙәттең хужалығына, йәғни быйма баҫа торған аласыҡҡа йүнәләбеҙ. Таҙа, яҡты ғына йорт стеналарында стеллаждар теҙелеп киткән, уларында ҡалыптан алынмаған парлы-парлы быймалар тора. Йәүҙәт, йәһәт кенә өҫ кейемен сисеп, резина алъяпҡысын тағып алды ла, верстактағы балалар быймаһын баҫырға тотондо.
– Бына, ошолайтып баҫыла быйма. Һәр үлсәмдең үҙ ҡалыбы була, шуға ҡаратып баҫаһың. Ни тиклем оҙағыраҡ, тырышыбыраҡ баҫылһа, быйма шул тиклем нығыраҡ була.
– Быйма баҫырға кәләшеңдән өйрәндеңме?
– Ике ҡайнағам – Түбәлә йәшәгән Борис Александров та, Бүздәктә йәшәгән Валерий ҙа быйма баҫыу менән шөғөлләнә. Ул ваҡытта Баймаҡ райо­нында йәшәгән Валерий ҡайнағама ялланып, быймаларын машина менән баҙарға ташый торғайным. Шулай итеп, был кәсепкә ҡайнағам өйрәтте. Бүздәккә күсһә лә, һаман быйма баҫып, һатыуға сығара ул.
– Быйма баҫҡанда химик реагенттар ҡулланыла, тиҙәр...
– Күп күләмдә баҫҡан саҡта, ваҡытты экономиялау өсөн, ҡулланыла. Быны асыҡлау еңел – эҫе һыуға ултыртһаң, быйманан әсе еҫ сыға. Зыянлы түгел, әммә барыбер бындай быйма ғәҙәти ысул менән баҫылғанға етмәй инде. Химик буяуҙар менән һарыҡ йөнөн буяп, төрлө төҫтәге быймалар ҙа баҫып була.
– Быйманың хаҡы күпме? Ғөмүмән, был аяҡ кейеменә һорау ҙурмы?
– Һорау ҙур. Үҙем машинаға тейәп, быймаларҙы Урғаҙа ауылы баҙарына, Аҡъяр, Сибай баҙарына сығарып һатам. Уның өҫтәүенә, кешеләр үҙҙәре килтергән һарыҡ йөнөнән баҫтырырға заказ бирә. Балалар быймаһы, ҡыҫҡа ҡуныслы быйма, аҡ йә һоро быйма... Йыш ҡына фабрика быймаларын матурлатып баҫтырып алырға теләүселәр килә, әммә ундай эшкә бигүк тотонорға тырышмайым: кеше эшләгәнде төҙәтеү мәшәҡәтле ул. Хаҡтары төрлөсә: балалар быймаһы 600 һум торһа, өлкәндәрҙеке 1500 һумға етә. Яҡшы быйманың нисә ҡышҡа етеүен иҫәпләһәң, хаҡ та түгел инде.
Быйма баҫыусыларҙың тырышлыҡтарына һоҡланып ҡайтып киттем. Уларға эш хаҡы, «больничный» түләгән, отпуск биргән кеше лә, өмөт итерҙәй ойошмалары ла юҡ; бары тик үҙҙәренең кәсептәре менән тормош көтөп яталар. ҡаратырыш кешеләр инде был Марина һәм Йәүҙәт, әйтәгүр.

Ауыл адвокаттары* – Мостай Кәрим әҫәре.
Быймакат*(пимокат) – быйма баҫыусы.

Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға