02.01.2019 Ҡабан йылы Көнсығыш календары буйынса тыуғандарға нимәләр вәғәҙә итә?
Ҡабан үҙ йылында ҙур уңыштарға өлгәшәсәк. Уға финанс мәсьәләләрендә уйлап эш итергә кәрәк. Эштәре тиҙ алға барыр, яңы мөмкинлектәр асылыр. Быйыл карьерала үрләү, ҙур килем алыу мөмкинлеге тыуыр. Йыл өй төҙөү, фатир алыу, ремонт үткәреү өсөн уңайлы. Төп бурысығыҙ – донъяға ҡарашығыҙҙы үҙгәртеү, йәшерен мөмкинлектәрегеҙҙе асыу. Әммә һәр нәмәлә сама белегеҙ.
Һыйыр (үгеҙ) йылында тыуғандар өсөн дә йыл уңышлы, һөҙөмтәле булмаҡсы. Һеҙҙе көтөлмәгән сюрприздар көтә. Балаларығыҙ уңыштары, ярҙамы менән ҡыуандырыр. Тормошоғоҙға үҙгәрештәр индерергә ҡурҡмағыҙ, барыһы ла ыңғай, һеҙҙең файҙаға ғына буласаҡ. Дуҫтарығыҙҙың хыянатын да кисерерһегеҙ.
Юлбарыҫ йылында тыуыусылар сығым талап иткән ҙур-ҙур пландар ҡорор. Уларҙың ҡайһы берҙәре генә тормошҡа ашыр, әммә барыбер аҡса еткерә алмаясаҡһығыҙ. Йылдың икенсе яртыһы уңышлы булыр. Тиҙлекте һүлпәнәйтергә ярамай. Ҡасандыр хыялығыҙҙа йөрөткән эшегеҙҙе ошо йылда башлап ебәрергә тырышығыҙ.
Ҡуян (барыҫ). Был йылда тын алырға ла ваҡытығыҙ булмаҫ, ваҡиғалар бер- бер артлы үҙгәреп торор. Хеҙмәттәшлек тураһында күп тәҡдимдәр ишетерһегеҙ. Аҡса кеҫәгеҙгә нисек ингән, шулай сығып та китер. Ҡабан йылында әкренләп онотолоп ҡалған эштәрегеҙҙең осона сығып ҡуйырһығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр көтмәгәндә матди хәлен яҡшыртыр. Был йыл һеҙгә тотороҡлолоҡ вәғәҙәләй.
Аждаһа һәр эштә, мөхәббәттә уңыр. Ниһайәт, шәхси тормошоғоҙҙа тыныслыҡ урынлашыр. Һеҙҙе тулҡынландырғыс хисле мәлдәр, күңелле ваҡиғалар, яңы тәҡдимдәр көтә. Айырыуса Ҡабан йылында тыуғандар менән килешеүҙәр төҙөү, уртаҡ проекттар уңышлы булыр. Киләсәкте уйлап йәшәргә, аҡсағыҙҙы һаҡсыл тотонорға кәңәш ителә.
Ҡабан йылы Йыланға тоғролоҡ вәғәҙә итмәй. Күтәрелерһең дә, ҡолап та төшөрһөң, уңыштар менән уңышһыҙлыҡтар ҙа йәнәш йөрөр. Көсөргәнешлек, билдәһеҙлектән шаңҡып, хата аҙымдар ҙа яһалыр. Йылдың икенсе яртыһында, ваҡиғаларға ҡулайлашҡас, эштәрегеҙ яйланып китер. Эш һәм мөхәббәт буйынса иш һайлағанда эске һиҙемләүегеҙгә таянығыҙ. Йыландың аҡылы үлсәүһеҙ, шуға өйҙәге мөхитте яҡшыртыу уға бер ни тормаҫ. Яҡындарығыҙҙың һеҙҙең ярҙамға мохтажлығы һиҙелер.
Йылҡы йылында тыуғандар өсөн бик мөһим йыл. Күптәр өсөн тыуған йорттары тормош үҙәге булмаһа ла, өлкән туғандарының йоғонтоһо көсәйер.
Яңғыҙҙарға күптән көткән, хыялдарында йөрөткән идеалдары менән осрашыу көтә. Ҙур аҡса менән эш иткәндә икеләнерһегеҙ. Йәшәү урынығыҙҙы алмаштырмауығыҙ хәйерле. Матди юғалтыуҙар, урынһыҙ сығымдар ҙа ситләтеп үтмәҫ. Был йылда һаулығығыҙға ҡарата бик иғтибарлы булығыҙ.
Ҡуй(һарыҡ) йылында тыуғандарҙың матди хәле яҡшырыр. Хис-тойғоға ҡарағанда, һәр эштең матди яғын өҫтөн күреү ҡамасауламаҫ. Яңы торлаҡ алыу өсөн йыл уңышлы түгел. Һәр эштә тәүәккәллегегеҙ үҙен быйыл аҡлар.
Быйыл ғаилә тормошо үҙәк урынды алыр. Ундағы именлек, тыныслыҡ уңыш нигеҙе булып торор. Шәхси тормошоғоҙҙа борсоп торған күп проблемалар уйламағанда хәл ителер.
Маймыл үҙенең хәйләкәрлеген һәм йылғырлығын тормошсан мәсьәләләрҙе хәл иткәндә оҫта файҙаланыр. Уларҙы әүҙем йыл көтә: ваҡиғалар, кинолағы кеүек, тиҙ кенә алмашынып торор. Иң мөһиме – башлаған эшегеҙҙе, ауыр булһа ла, аҙағына тиклем еткереп ҡуйығыҙ, ялҡауланмағыҙ. Ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫ, тигән кәңәште онотмағыҙ. Ғаиләгеҙҙәге низағтарҙы ҙурға ебәрмәгеҙ – ҡайҙа башланған, шунда бөтһөн. Йыл дауамында кеше һүҙенә түгел, эске интуицияғыҙға таянып йәшәгеҙ.
Тауыҡ үҙен хәрби әҙерлектәге кеүек тойор. Бары тик үҙ көсөгөҙгә генә ышанып йәшәгеҙ. Был йыл уңайһыҙ шарттарҙа ла эшләй белеү – белмәүегеҙгә лә һынау булыр. Көсөгөҙҙө дөрөҫ туплай белһәгеҙ, ауырлыҡтарҙы еңел үткәрерһегеҙ. Эшегеҙҙе алмаштырыуығыҙ ҙа ихтимал. Йыл аҙағында һеҙҙе һөйөнөслө ваҡиғалар көтә.
Эт сығым талап иткән ҙур пландар ҡорор. Был йылда уңыштар ҙа, яңылышлыҡтар ҙа булыр. Ғаилә бизнесы ойоштороусыларҙың эштәре уңыр. Төп урынды һаҡлау өсөн ваҡ – төйәкте юғалтҡанға күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ. Яҙмышығыҙҙы бәхетле итерҙәй кешеләр менән танышырһығыҙ. Был йыл һеҙҙең өсөн яңы тормош циклы башлау менән иҫтә ҡалыр.
Сысҡандар үҙ-үҙҙәрен күрһәтергә теләһә, үҙ яҙмышы өсөн яуаплылыҡ алырға ҡурҡмаһа, йыл уңышлы буласаҡ. Яҡындарығыҙға мул ҡуллы булығыҙ, улар менән үҙегеҙҙең уңыш емештәрегеҙҙе бүлешегеҙ. Йыл төрлө яңы сәфәр вәғәҙә итә. Үҙ пландырығыҙҙы һәм серҙәрегеҙҙе кешегә һөйләп бармағыҙ. Йыл яңғыҙҙарға ғаилә ҡороу өсөн һәйбәт килә.