«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Яңы йылға үҙенсәлекле күстәнәс



25.12.2018 Яңы йылға үҙенсәлекле күстәнәс

Етеп килгән байрам кеше күңеленә өмөт сатҡылары бүләк итә. Мөғжизә, тылсым көтөү ғәҙәти: һәр ерҙәге биҙәлгән шыршылар, витриналар, ем-ем килгән уттар үҙҙәре үк әкиәт илен барлыҡҡа килтерә. Үҙең дә һиҙмәҫтән Яңы йылды, уның менән бергә матур киләсәкте көтә башлайһың.

Байрам кәйефен арттырырҙай тағы ла бер сәбәп бар. Ул – матур һәм иҫтәлекле бүләктәр алыу һәм тапшырыу, байрам табынына күстәнәстәр биреү, изге теләктәр еткереү. “Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк” тигән матур әйтем бар халҡыбыҙҙа. Ә бына төймәләй генә бүләкте лә матур итеп тапшыра белеү өсөн үҙенә бер талант кәрәк. Күгәрсен райо­нында тыуып үҫеп, хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәүсе Сәриә СӘЛИХОВА ошо талант­ҡа эйә. Ул һуңғы йылдарҙа футфлористика – йәғни тәмлекәстәрҙән, төрлө йәшелсәнән, емеш-еләктән гөлләмә эшләү менән ҡыҙыҡһына, уларҙы заказ буйынса ла эшләй.

– Һәр кем ҡунаҡҡа күстәнәс алып бара. Мәҫәлән, емеш-еләкте ҡапсыҡҡа һалып алғансы уны матур итеп биҙәп бирһәң, байрам кәйефе лә арта, хәтерҙә лә ҡала, иҫтәлеккә фотоға төшөргә лә була. Шуға күрә “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға фантазияларын эшкә ҡушып, байрам кәйефен арттырыр­ға тәҡдим итәм, – ти Сәриә Зөбәйер ҡыҙы.

Ул бөгөн беҙҙең гәзит уҡыусыларына ябай ғына гөлләмә эшләү өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Тәүге тапҡыр килеп сыҡмауы ла бар, әммә сабырлыҡ булһа, һөҙөмтә үҙен көттөрмәҫ.






Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға