03.01.2019 "Йондоҙло табын" - Флера ШӘРИПОВА
Үҙенең яратҡан ризыҡтарын бешереү серҙәре менән йырсы, композитор, шағирә, рәссам Флера ШӘРИПОВА бүлешә. “Ғәҙәттә, мин аныҡ ҡына рецептар буйынса бешермәйем. Өйҙә ниндәй ризыҡтар бар – шунан ҡамыр һәм эслек әҙерләп бәлеш өлгөртәм. Ит менән бәрәңгене лә төрләндереп бешерергә була”, – ти ул.
Бәрәңге менән ашҡабаҡ бәлеше
Бер стакан йылымыс һыуға ярты ҡап маргарин, 2 – 3 ҡалаҡ үҫемлек майы йәки майонез, самалап тоҙ, бер балғалаҡ сода (ҡайнар һыу менән һүндереп алырға мөмкин) һәм кәрәгенсә он алып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Эслекте әҙерләгәнсе уны йылы урынға ултыртып торорға.
Эслек өсөн бәрәңгене ваҡлап, ә ашҡабаҡты һутлы булһын өсөн эрерәк итеп турарға. Уға һуған, тоҙ, борос һалып бутарға. Ҡамырҙы 4 – 5 өлөшкә бүлеп, ҙур йәймәләр йәйергә. Уларҙың һәр береһенә эслек һалғас, бәлеш эшләп, эҫе мейестә бешерергә. Табынға эҫе килеш, өҫкө ҡатын асып, эсенә аҡ май һалып бирелә.
Йәшелсәләр менән итле запеканка
500 грамм фаршҡа һутлыраҡ булһын өсөн ҡырғыс аша үткәрелгән бер бәрәңге, ярты стакандай ҡайнар һыу, 2 – 3 бүлкәт иҙелгән һарымһаҡ, тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәр ҡушып бутарға.
Табаны майлап, 5 – 6 бәрәңгене нәҙек кенә итеп түңәрәкләп турап, йәйеп һалырға. Уның өҫтөнә шулай уҡ туралған өс баш һуған һалырға. Киләһе ҡатлам – алдан әҙерләнгән фарш, уның өҫтөнә өс помидорҙы түңәрәкләп ҡырҡып теҙергә. Шаҡмаҡлап туралған ҡабаҡты һалғас, 200 грамм тирәһе ҡаты сырҙы ҡырғыс аша үткәреп, шул уҡ күләмдәге майонез менән бутап һыларға.
Запеканканы 30 – 40 минут тирәһе эҫе мейестә бешерергә.
Манный ҡоймағы
Ярты литр һөткә 300 грамм тирәһе манный ярмаһы һалып бутарға ла, өс сәғәткә йылы урынға ултыртып торорға. Ярты стакан йылымыс һыуға бер балғалаҡ тоҙ, ҡоро әсетке, ике ҡалаҡ шәкәр һалып бутарға. Ул ҡабарып сыҡҡас, ҡамырға ҡушып туҡырға.
Бер сәғәттән ҡамыр ҡабарып сыға. Уға 2–3 йомортҡа, бер балғалаҡ сода һалып яҡшылап бутарға. Бутауҙы туҡтатмайынса ғына ярты стакан ҡайнар һөттө әҙләп кенә ҡамырға ҡойорға. Ун минут ултыртып алғас, ҡоймаҡты бешерә башларға була. Табаның ҡапҡасын ябып бешерһәң, матур булып ҡабарып бешә. Һәр ҡоймаҡтың өҫтөн эҫе сағында майларға кәрәк.
Нургөл ШӘРИПОВА яҙып алды.