«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Нисек Ҡыш бабай һайларға?



24.12.2018 Нисек Ҡыш бабай һайларға?

Балаға Ҡыш бабай саҡырырға, тигән шәп уй килде башҡа. Ниндәй Яңы йыл унһыҙ булһын, ти?! Ошо маҡсат менән интернет киңлектәренә инеп киттем – ә бында Ҡыш бабайҙың ниндәйе генә юҡ!


Ғөмүмән, Ҡыш бабайҙар араһында дәғүәселек юғары, ахырыһы, сөнки хеҙмәт тәҡдим итеүселәр бик күп. Программаға йыр, бейеү, шыршы тирәләй төрлө уйын инә. 20 – 30 минутлыҡ программаға хатта 400 һумға ла заказ бирергә мөмкин. Артабан хаҡтар арта – берәү гармунда уйнаған Ҡыш бабай өсөн 500 һумға ҡиммәтләндерә, икенсеһе – профессиональ йырсы Ҡарһылыу өсөн. Хатта 3 мең һумға барып баҫҡандары бар, улары төрлө яҡлап өҫтөнлөктәрен күрһәтергә тырышҡан, костюмдарыбыҙ бик матур, тип тә маҡтанған. Шулай ҙа, альпинист Ҡыш бабайҙы иҫәпкә алмағанда, бер-береһенән әллә ни айырылып торғандарын тапманым. Сәнәғәт альпинисы булып эшләгән берәү үҙенең хеҙмәтен 6 мең һумға тәҡдим итә. Күҙ алдына килтерегеҙ: һин дә мин өйҙә ултырғанда, бишенсе ҡаттағы тәҙрәне шаҡып, бүләк тотҡан Ҡыш бабай ҡарап торһон әле! Тәүҙә ҡурҡышыңдан йөрәгең табаныңа төшөр, валлаһи! Хет 15-се ҡатта йәшә, һәр төрлө теләгеңде үтәргә әҙерҙәр, аҡсаңды түләһәң, әлбиттә.

Өфөлә бик күп артист халҡы был хеҙмәт менән шөғөлләнә. Байрамдарҙа кеше аҡса түгергә теләй икән, ни эшләп йөрөмәҫкә, ти?!
Нимәһе ҡыуаныслы, йылдан-йыл Башҡорт Ҡыш бабайына һорау арта бара. Бәләкәстәрен туған телебеҙҙә ҡотлатырға теләүселәр 1,5 – 2 мең һумға Яңы йыл бүләге яһай ала. Әйткәндәй, 31 декабрь яҡынлашҡан һайын хаҡтар ҙа арта бара. Иң юғары хаҡ – йылдың һуңғы көнөндә. Хатта иң ябай программа 2,5 – 3 мең һумға етә.

Әлиә исемле йәш ҡатын өсөнсө йыл байрам алдынан Ҡарһылыу булып сығыш яһай:
–Төрлө бала була. Берәү ҡы­уанып ҡаршы алһа, икенсеһе тартынып, ҡурҡып илай башлай. Уларҙы тынысландырыу өсөн бер аҙ ваҡыт үтә. Ғәҙәттә, ҡотлау өсөн 40 минут – бер сәғәт тирәһе ваҡыт талап ителә. Балаларҙың Ҡыш бабайҙың һаҡалын тартып ҡарауы, ҡосаҡлағанда тун эсенә ҡулын тығырға маташыуы – ғәҙәти күренеш. Хатта бүләктәр тоҡсайын урлау осраҡтары була. Бер ваҡыт төп атрибутты ярты сәғәттәй эҙләнек – бала берәү ҙә күрмәгәндә йәшереп ҡуйған һәм ләм-мим. Әсәһе тегене әрләп тә, юхалап та ҡарай, бәләкәс башын эйеп тик ултыра. Әмәлен тапмайынса ҡайтырға ҡуҙғалдыҡ. Фатирҙан сыҡҡайныҡ, тоҡсай подъезда ултыра! – Яңы йылға бәйле хәтирәләрҙең ниндәйе генә юҡ. – Беҙҙең хеҙмәт 2 мең һум, бынан тыш юл хаҡы, такси өсөн түләнә. Машинанан төшөп йортҡа йүнәлгәндә, уйын майҙансығынан бала-сағаларҙың күреп ҡалып арттан йүгереүе, «Беҙгә бүләк бирәһегеҙме? Шиғыр һөйләргә, йыр йырларға мөмкинме?» – тип бер төркөм эйәреүе бар. Хәҙер сығабыҙ, тип алдаштырып инеп китәбеҙ, һуңынан көтөп тора бит тегеләр!

Башҡа балаларҙың да Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға ышанысы юғалмаһын өсөн, ниҙер уйларға, хәлдән сығыу юлын табырға кәрәк. Үҙ ролдәребеҙгә оло яуаплылылыҡ менән ҡарайбыҙ, баланың холҡона, йәшенә, үҙ-үҙен тотошона ҡарап, сценарийҙы үҙгәртеп ебәрәбеҙ. Күп ата-әсә берәй фатирға инеп киткәнебеҙҙе күреп, подъезда көтөп тора һәм үҙҙәренә лә саҡыра. Әйткәндәй, йәштәр аҡсаһын түләй ҙә, хушлашабыҙ. Ә олораҡтар беҙгә бүләктәр бирә, көсләп сәйгә ултырта. Тиҙерәк сығып китергә тип уйлай­һың да, тик өҫтәл янына ихлас ҡыҫтаған хужалар­ҙың күңелен һаҡлап, бер аҙ сәйләп ултырырға тура килә. Оҙаҡлап китһәк, ҡалын костюмдарҙа тирләп-бешеп бөтәбеҙ. Костюм тигәндәй, мин үҙемә милли Ҡарһылыу кейемен махсус тек­терҙем.

– Шулай уҡ корпоративтарға, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына Ҡыш бабай саҡыртыу модала. Программаға килгәндә, уны заманса итеп төҙөргә тырышабыҙ, Яңы йыл йырҙары буйынса баттл, квест уйындары ойошторабыҙ.

– Әлиә тик аҡса өсөн генә сығыш яһамай, баҡһаң. Йыл да балалар өсөн социаль приютҡа барып, ауыр тормош хәленә ҡалған бәләкәстәрҙең күңелен аса, уларға бүләктәр бирә. Ҡарһылыу әйтеүенсә, хәҙер ауылдарҙа ла Ҡыш бабай саҡыртып күңел асыу – ғәҙәти күренеш. Район үҙәгендә хаҡтар 500 – 800 һумға барып еткән.

Аниматор менән йөрөүсе Ҡыш бабайҙар ҙа бар. Клоун йәки берәй әкиәт персонажы балалар­ға бик оҡшай. Бәләкәсең ниндәй йәнһүрәт ярата, шуға ҡарап һайлайһың инде. Ғөмүмән, бала өсөн байрамдарға аниматор саҡырыу замана талабына әйләнеп бара, бигерәк тә ҡала ерендә.

–Ҡыш бабайға декабрь башланыу менән заказ бирә башлай­ҙар, – тип һөйләй Насип ағай. Уның тылсымлы образға инеүенә бик күп йылдар уҙған.

– Ҡатыным менән мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында йөрөйбөҙ. Балалар менән эшләүе ҡыҙыҡ бит ул. Костюмдар тектереп, тауышымды үҙгәртеп, Ҡыш бабай булып сығыш яһауымды оҡшаталар, көтөп алалар. Бәләкәстәр уратып ала ла янымдан китмәй. Быға тиклем фатир­ҙар буйлап йөрөнөк. Сибайҙа 6 йыл элек бер сығыш 750 – 1000 һум тора ине. Көнөнә 5 – 6 заказ үтәйһең. Һөйләшелгән ваҡытҡа ҡыңғырауға баҫаһың да, ата-әсәй йәшереп кенә тоҡҡа бүләк һалған саҡта баланы әүрәтәһең. Ғаиләнең кәйефенә ҡарап, импровизация килеп сыға.

Ҡыш бабай хеҙмәтен күрһәткәндә, төрлө хәл була. Бөтә әйбер аҡсаға ғына ҡайтып ҡалмай бит инде. Кешеһенә ҡарай­һың, төрлө ҡатлам кешеләре заказ бирә. Өйөнә ингәс, кешенең нисек йәшәгәне күренеп тора. Ҡай саҡ ташлама яһарға ла тура килә. Туғандар, дуҫтар өсөн бушҡа эшләй­һең, әлбиттә. Шулай уҡ балалар приютына ярҙам итә инек. Заказ буйынса йөрөгәндә ҡыҙыҡ хәлдәр күп булды. 31 декабрь төнө эште тамамлап, машинабыҙ эргәһенә килһәк, бер егет, әйҙә, улымды ҡотлағыҙ, тип инәлә. Яңы йылға ярты сәғәт ваҡыт ҡалған. Һөйрәп тигәндәй алып инеп китте. Көсләп-көсләп апаруҡ аҡса тотторҙо. Ҡотлауын ҡотланыҡ, тик йортҡа ҡайтып етеп Яңы йылды ҡаршы ала алманыҡ. Юлда ҡаршылаған йыл шулай ҙа уңышлы үтте.

Ә бер юлы заявка биргән ғаиләбеҙ өйҙә булмай сыҡты. Күршеләре юғалып ҡалманы, үҙҙәренә саҡырҙылар. Тегеләрҙе матур итеп башҡортса ҡотлап бөткәйнек, һуңынан хужаларҙың икенсе милләттән булыуы асыҡланды. Мосолман булһалар ҙа, телдәребеҙ ныҡ айырыла ине.

Әбйәлил районында йәшәүсе Вәхит ағайҙың ҡушаматы – «Ҡыш бабай». Уға йәше-ҡарты шулай тип өндәшә. Ҡырҡ йылдан ашыу Ҡыш бабай ролен алмаштыр­ғыһыҙ башҡарыусының төҫ-башы бала саҡтағы ҡотлау открыткаларында төшөрөлгән Ҡыш бабайға «һуйған да ҡаплаған». Ул мәктәп йылдарынан уҡ был образды үҙ иткән һәм бөгөн дә Яңы йыл кисәләрен көтөп ала. Балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә ышандырырлыҡ итеп уйнаған Вәхит ағай, бик күп район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәр­ҙәре кеүек, бөтә һөнәргә лә маһир – режиссер ҙа, актер ҙа, йырсы ла, бейеүсе лә, методист та. «Махсус заказ буйынса йөрөгәнем юҡ. Элегерәк кашауай сана егеп, ҡатынымды Ҡарһылыу итеп кейендереп, ауыл буйлап елдерә торғайным, – ти ул. – Аҡсаға түгел, әлбиттә. Өйҙәр буйлап балаларҙы ҡотлап, үҙем алған бүләктәрҙе тапшыра инем. Был тамашаны күптәр һағынып һөйләй».

Кешеләрҙе йылдың иң ҙур байрамы менән ҡотлауға йөрәк йылыһын һалған Вәхит ағайҙың иң ҙур хыялы – хаҡлы ялға сыҡҡас, ошо матур йоланы кире тергеҙеү. Балалар менән эшләүҙән көс-дәрт алам, улар­ҙың ихлас шатланыуынан үҙем икеләтә ҡыуанам, ти ул. Бөгөн клубтарҙа, коллективтарҙа Яңы йыл кисәләренең иң ҡыҙған мәле, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре рәтендә ошо ығы-зығыға сумған Ҡыш бабай тағы әллә күпме балаға мөғжизә бүләк итер әле.

…Эҙләнә торғас, таптым бер Ҡыш бабай менән Ҡар ҡыҙын – башҡортса ҡотлайбыҙ, ҡурайҙа уйнайбыҙ, милли уйындар менән күңелде асабыҙ, тигәндәр иғланда. Минеңсә, балала башҡорт теленә ҡарата һөйөү уятыу өсөн үҙ Бабайыбыҙҙың булыуы мөһим. Хаҡы ла ҡиммәт түгел кеүек. Бала менән бергә үҙем дә Яңы йылды ихлас көтә башланым. Һуңғы көндәрҙә ниндәйҙер Яңы йыл мөғжизәһенә ышанып йөрөгән кеүекмен. Кешенең тәбиғәте шундай бит ул.

– Алло, Ҡыш бабаймы был? Минең улымды килеп ҡотлап китегеҙсе, зинһар!...





Автор: Л.Хәлитова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға