«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хеҙмәт стажын нисек раҫлатырға?



16.01.2019 Хеҙмәт стажын нисек раҫлатырға?

Мин 1940 йылда тыуғанмын. Колхозда 1954 йылдан бирле эшләнем.1983 йылда район ҡулланыусылар йәмғиәтенең әҙерләүҙәр контораһына эшкә күстем. Хеҙмәт кенәгәмдә, колхозда 1957 йылдан алып эшләй, тип яҙылған. Шуға ла өс йылым бер нисек тә дөйөм стажға инмәй. Архив документтарында минең эшләүем тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ.
Эш стажымды раҫлатыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Сәйфулла Тимербаев.
Хәйбулла районы,
Ивановка ауылы.

Һеҙҙең һорауға юрист Айһылыу Зекрина яуап бирә.
Хеҙмәт стажы тураһында архивта бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмаған осраҡта, һеҙҙең менән бер осорҙа ошо колхозда эшләгән, ысынлап та, һеҙ күрһәткән ваҡытта ошо ойошмала эшләүҙәре тураһында документтары булған шаһиттарҙың күрһәтмәләре буйынса хеҙмәт стажын раҫлатырға була. Бының өсөн һеҙгә судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда дәғүә ғаризаһы яҙғанда архивтан алған белешмә талап ителә. Судта һеҙҙең менән бергә эшләгән ике иптәшегеҙҙең булыуы ла мотлаҡ. Ғәҙәттә, суд шаһиттарҙың күрһәтмәләре буйынса мөрәжәғәт итеүсенең эш стажын раҫлай.





Автор: З.Йәһүҙина
Фото: Shutterstock


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға