«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Аяҡ кейеме уңайлы булһын



27.12.2018 Аяҡ кейеме уңайлы булһын

- Аяҡ кейеме аяҡтың балтырын ҡыҫып торорға тейеш түгел. Беренсенән, ул матур күренмәй, икенсенән, ҡан тамырҙары өсөн зыянлы.
- Ҡыҫыҡ аяҡ кейеме бер ҡасан да һуҙылмай, ул бары тик аяҡтың формаһын ғына алырға мөмкин. Уңайһыҙ туфлиҙа йөрөп, аяғығыҙҙың баш бармаҡ эргәһендәге һөйәге сығыуы ла ихтимал.
- Итек һайлағанда уны ике аяҡҡа ла кейгәс, йөрөп ҡарағыҙ.
- Олтораҡҡа иғтибар итегеҙ. Ҡышҡы аяҡ кейемендә ул йөндән булырға тейеш. Тиренән эшләнелгәне тағы ла йылыраҡ була. Күндән эшләнгәндең йылыһы булмай.
- Идеаль итектең табаны ҡытыршы була һәм бик йоҡа булмаҫҡа тейеш.





Автор: З.Йәһүҙина
Фото: Shutterstock


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға