22.12.2018 “Беҙ – башҡорттар, һәр саҡ өлгө булдыҡ!”
йәки Себер яҙмаларын дауам итеп...
Ханты-Манси автономиялы округы – башҡорттар күпләп йәшәгән төбәк. Заманында, нефть ятҡылығы асылғас, Себер тарафтарына Башҡортостандан күпләп белгес ағылыуы ғәжәп түгел: ул саҡта инде беҙҙең нефтселәр байтаҡ тәжрибә туплаған була. Бөгөн улар бында ныҡлап тамыр йәйгән, ереккән. Рәүҙәт Абдулхаҡ улы ҠОЛМӘНБӘТОВ етәкләгән Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ошонда йәшәгән башҡорт ойошмаларын туплаған.
Себер тарафтарына юл төшкәс, юл ыңғайы уның менән дә осрашып, үткәндәргә байҡау яһаныҡ, бөгөнгө проблемаларҙы барланыҡ, киләсәккә пландар ҡорҙоҡ.
– Рәүҙәт Абдулхаҡ улы, был яҡтарға нисек килеп сыҡтығыҙ?
– Беҙҙең заман йәштәре Себер тарафтарына романтика эҙләп килде. Ул саҡта минең ғаиләм дә, фатирым да бар ине, Салауат индустриаль техникумын тамамлап, Ишембай, Күмертау ҡалаларында эшләп алдым. Әммә 1988 йылда яҡты хыялдар, юғары идеялар артынан Лянтор ҡалаһына килеп, эшкә урынлаштым. Бында хеҙмәт юлымды нефтсе булып башлағайным. Күп тә үтмәй, “Лянторнефть” ойошмаһының яңы асылған уҡыу комбинатына мастер, ике айҙан директор итеп ҡуйҙылар. Унда нефтселәрҙе генә түгел, башҡа һөнәрҙәргә лә уҡытырға тура килде. Сөнки ул саҡта уҡыу йорттары юҡ ине, ә тиҙ үҫешкән ҡала булараҡ, бөтә һөнәр эйәләренә лә ихтыяж ҙур булды. Хатта тәрбиәселәргә тиклем әҙерләнек. Улар артабан юғары белем алып, бөгөн күптәре һайлаған һөнәрҙәре буйынса юғары вазифалар биләй.
– Ә ни өсөн бөгөн халыҡтың күпләп был яҡҡа эшкә килеүе ғәйеп һанала? Элек нисектер быға ыңғай ҡараш булған...
– Элек беҙ эшкә партия программаһы менән киттек. Бында килгәс, торлаҡ бирәләр ине. Эштең булырына, эш хаҡының түләнеренә ышанып килдек. Мин килеп ярты йыл эшләгәс, торлаҡлы булдым, ғаиләмде алып килдем. Ә хәҙер быларҙың береһе лә юҡ, кеше билдәһеҙлеккә килә, проблемалар күп – система башҡа. Икенсенән, үҙебеҙҙә эш булғас, ҡайтырға өмөт булды. Ә хәҙер кеше эшһеҙлектән, аҡсаһыҙлыҡтан аптырап сығып китә. Күптәрҙе проблема йөрөтә, романтика күптән юҡҡа сыҡты.
– Ә бында башҡорттарға ниндәй ҡараш? Милләт айырыу бармы?
– Бында күпселек – күсеп килгән халыҡ һәм төрлө милләт вәкилдәре. Үҙ-ара татыу, аралашып йәшәйбеҙ. Заманында республиканан Себергә аҡыллы, белемле, көслө кешеләр китте. Уларҙың һәр береһе бында үҙ урынын тапты, матур итеп донъя көтә. Эскәндәр, ялҡауҙар булды, әлбиттә, әммә ундайҙар күптән ҡайтып бөттө. Башланғыс эштәрҙе башлыса Башҡортостандың “Геофизика” ойошмаһы атҡарҙы. Шуға күрә башҡорттарға ихтирам ҙур. Үҙебеҙ ҙә һәр саҡ өлгө булырға тырыштыҡ. Әйткәндәй, милли ойошмаларҙан башҡорттар ҡоролтайы тәүгеләрҙән булып эш башланы, башҡалар беҙҙән өйрәнде.
– Ә урындағы ҡоролтай нисек эш башланы? Уға тиклем башҡорттар өсөн йыйылыр урын булдымы?
– Тәүҙә беҙҙә милли мәсьәләләр, мәҙәниәт ҡайғыһы булманы. Яңы төҙөлгән ҡала, килергә, урынлашырға, бер аҙ донъя йыйырға кәрәк ине. Эш тә күп булды: балалар баҡсаһы, мәктәптәр, мунса, дауахана юҡ ине. Ҡала ҙур темпта үҫте, тормош яйға һалынды. Шунан инде бер аҙ уйлана башланыҡ: тыуған яҡтар, милли рух, йыр-моңдар иҫкә төштө, яҡташлыҡ, дуҫлыҡ ҡәҙерен белдек. 2000 йылдар башында ныҡлап аралашҡан өс егет, һөйләшеп, кәңәшләшеп, башҡорттарҙы тупларға булып киттек. Әлбиттә, 1995 йылдың 1 – 2 июнендә Өфө ҡалаһында I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәс, республика вәкилдәре был яҡтарға ла килгән, башҡорттарҙы йыйып, ойошма төҙөргә тәҡдим иткән, етәксе кешене тәғәйенләгән. Беҙ белмәй ҡалдыҡ, хәбәр итеүсе булманы. Тәғәйенләнгән етәксе эште ойоштора алмаған, шул урында уҡ туҡталып ҡалған.Ә беҙ күңел саҡырыуы буйынса әүҙем эш башланыҡ. Ул саҡта йәмәғәт ойошмаларының эше буйынса махсус закон ҡабул ителгәйне, ойоштороу эше тәртипкә һалынғайны. Беҙ уларға ярашлы рәүештә рәсми теркәлеп, банкта иҫәп асып, устав ҡабул итеп, етди эш башланыҡ. Уны ишетеп, ярҙам итергә Башҡортостан хөкүмәтенән вәкилдәр килде, Ханты-Манси автономиялы округының да етәкселәре ситтә ҡалманы. Шулай итеп, тәүҙә Лянтор, Сорғот ҡалаларында, аҙаҡ яйлап башҡа район һәм ҡалаларҙа башҡорт ойошмалары төҙөнөк. Аҙаҡтан улар ҡоролтайға берләште. Ойоштороу эшендә әүҙем ҡатнашҡан яҡташым Таһир Дәүләтҡоловты атап үткем килә. Лянторҙа мәсет төҙөргә ярҙам итте, беренсе хәҙрәт булды. Хәҙер ул Башҡортостанда. Тағы ла беҙҙең менән Тобольскиҙан Наил Аҙанов тигән рухлы егет йөрөнө. Ҡатыны Ишембай ҡалаһынан ине, беҙҙең менән йөрөп, башҡорт телен ныҡлы өйрәнде.
Ә беҙҙән дә алда Нефтеюганск ҡалаһында йәшәүсе Башҡортостан халҡын Рима һәм Венер Мөхәмәҙиевтар үҙ янына тупланы. Үҙе Йәрмәкәйҙән, данлыҡлы “Йүрүҙән” йырының авторы, ҡатыны – Ейәнсура башҡорто. Улар “Тальян” тип аталған татар-башҡорт үҙәге ойошторғайны, эште мәҙәни йүнәлештә алып барҙылар. Тәүге ҡоролтай йыйылышы ла шунда үтте. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һаман да аралашып, кәңәштәрен биреп торалар, беҙҙән ситләшмәйҙәр.
– Әле һеҙҙең ҡоролтай нисә ойошманы берләштерә? Уларҙың эшен нисек баһалайһығыҙ?
– Округтың башҡорттар күпләп йәшәгән һәр ҡалаһында, районында йәмәғәт ойошмалары бар. Уларҙың һаны бөгөнгө көндә –14. Ә башҡорттар аҙ йәшәгән төбәктәрҙә ике милләтте берләштереп, башҡорт-татар ойошмалары төҙөлдө. Үҙем Лянтор ҡалаһында йәшәгәс, күп эште унда ойошторабыҙ. Сорғот ҡалаһы яҡын, улар менән тығыҙ аралашам. Эш яҡшы ойошторолған, алға бара. Когалым, Нефтеюганск, Урай, Ханты-Мансийск ҡалалары ойошмаларын ыңғай яҡтан әйтеп үтер инем. Һуңғы йылдарҙа Лангепас, Түбәнге Варта ҡалаларында эш яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Ойошмаларҙың эше бер кимәлдә генә бармай, берсә күтәрелә, һүрелеп тә китеүе бар. Сөнки йәмәғәт эше өсөн яҡшы етәксе лә, әүҙем ағзалар ҙа, күтәренке кәйеф тә кәрәк.
– Башҡортостан республикаһындағы хәлдәр бында йәшәгән яҡташтарҙың кәйефенә тәьҫир итәме?
– Әлбиттә. Һәр кем бында тыуған яҡ хәстәре менән дә йәшәй. 2000 йылдарҙа республикала эш гөрләп барҙы, беҙҙең дә кәйеф күтәренке ине. Етәкселек алмашынғас, хәл үҙгәрҙе. Тәүге осорҙа элекке ағым менән эш дауам итте ул. Аҙаҡ яйланы, бер осорҙа хатта туҡтап ҡалды. Сөнки республиканан ярҙам, йылы һүҙ, этәреш булмаһа, бында эш бармай. Унда һәр етәксе үҙенең эш урынына йәбешеп ултырҙы, ә беҙ иғтибарҙан ситтә ҡалдыҡ. Элеккесә, йырланыҡ, бейенек, байрамдар үткәрҙек. Тик ҡоролтай эше унан ғына тормай. Беҙ бит башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеп, пропагандалап, милләттәштәрҙе берләштереп кенә ҡалманыҡ. Заманында ҙур тырышлыҡ менән ике төбәк араһында эшлекле бәйләнеш булдырылды, төбәк-ара килешеү төҙөлдө. “Эшлекле Башҡортостан” тип аталған күргәҙмә ойошторолоп, ул артабан эшлекле даирәләрҙә дауам итте. Министрлыҡтар, департамент йәлеп ителеп, тығыҙ эш башланды. Быны үҙем шуның уртаһында йөрөгән кеше булараҡ әйтәм. Башҡортостанда етештерелгән продукция ҙур партия булып бында килә башланы, һәр заводҡа шәхсән үҙем йөрөп сыҡтым. Республика етәкселегенең вайымһыҙлығы, битарафлығы арҡаһында бына ошо эштәрҙең барыһы ла юҡҡа сыҡты, шуныһы йәл. Ә халыҡ бит иҫәр түгел, барыһын да аңлай. Ошондай мөһим эштең юҡҡа сығыуы күптәрҙең күңелен төшөрҙө.
Әле әйтеп үткән эштәрҙе Радий Фәрит улы Хәбиров үҙе күҙәтеп барҙы, юлға һалырға ярҙам итте. Шуға күрә, ул республика Башлығы вазифаһында оҙаҡ йылдар эшләр, туҡтаған эштәрҙе яйға һалыр, тип өмөт итәбеҙ. Әлеге ваҡытта һөйләшеүҙәр алып барыла. Тик эште туҡтатыуы ғына еңел, ә башлап ебәреүе, яйға һалыуы – оҙаҡ процесс. Һәр хәлдә, беҙ ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер.
– Тимәк, өмөт барлыҡҡа килде?
– Һүнә башлаған рух ҡабат уянды. Ә өмөт һәр ваҡыт булды, яңырыу көттөк. Бында бит оло проблемалар юҡ, төбәктә хәл тотороҡло. Беҙҙе республикалағы, айырыуса ауыл ерендәге хәл борсой: унда беҙҙең туғандар, яҡын кешеләр йәшәй. Дауаханалар, ФАП-тар ябыла, мәктәптәр юҡ. Тотош республикаға, илгә ауыл хужалығы реформаһы кәрәк. Шул уҡ ваҡытта, милли республика булараҡ, ошо йүнәлештә лә эштәр яйға һалынһын ине. Тарихта төрлө хәл булды, әммә беҙ юғалманыҡ, бирешмәнек.
Бөгөн бында үҙ эшен асҡан, уңышлы эшләгән йәки юғары вазифа биләгән белемле, тәжрибәле егеттәр республикаға ҡайтып, эш башларға, республика Башлығының командаһына ҡушылырға әҙер.
– Бөгөн башҡорт телен уҡытыу – ситтә генә түгел, республиканың үҙендә лә оло проблема. Балаларын туған телдә уҡытырға теләүсе ата-әсәләр бармы?
– Ваҡытында өҫтәмә белем биреү буйынса үҙем эшләгән комбинатта башҡорт класы астым. Хатта 2005 йылда башҡорт телен уҡытыуға лицензия алдыҡ. Бының өсөн, беҙҙән бигерәк, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова шатланғайны. Баймаҡ районынан бик рухлы, талантлы уҡытыусы Альбина Байегетова килде. 50-ләп бала йөрөнө, улар телде өйрәнеп кенә ҡалманы, саф башҡортса Яңы йыл байрамдары үткәрҙе, “Аманат” фольклор ансамбле, театр түңәрәге асып ебәрҙе. Балаларҙы Өфө ҡалаһына экскурсияға алып барҙыҡ. Уларҙың күбеһе артабан Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатына уҡырға инде. Тик мәғариф өлкәһендә лә закондар үҙгәреп тора. Артабан был класты муниципаль ойошмаға бирҙек. Унда Гөлшат Шәмсетдинова эшләне. Ул хатта Рәсәй кимәлендәге “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашты. Башҡорт класы һаман да эшләп килә, тик балалар һаны йылдан-йыл кәмей. Хәҙер балалар күберәк техник йүнәлеш буйынса уҡырға барырға теләй, тел өйрәнеү ауыр хәлдә ҡалды. Етмәһә, беҙҙең төбәктә эксперимент бара. Һәр балаға сертификат бирелә, уның нигеҙендә өҫтәмә белем биреү ойошмалары, айырым түңәрәктәр, секциялар менән килешеү төҙөлә. Балалар һанына ҡарап, ойошма аҡса ала. Башҡорт класына ябылыу ҡурҡынысы янай. Беҙгә башҡорт телен пропагандалау кәрәк, балаларҙы ҡыҙыҡтырыу юлдарын эҙләйбеҙ. Көслө, уҡыусылар менән уртаҡ тел таба белгән уҡытыусыбыҙ ҙа юҡ. Хәҙер шундай уҡытыусы кәрәк. Класты асҡан ваҡытта республика беҙгә дәреслектәр, балалар әҙәбиәте менән дә ярҙам итте. Бөгөн был йәһәттән дә ярҙам юҡ.
Әле маҡтанып һөйләп ултырған эш Лянтор ҡалаһында ғына башҡарылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа ҡалаларҙа башҡорт кластарын ойоштора алманылар.
– Башҡортостанда уҡыған балаларҙың яҙмышы нисек? Улар менән бәйләнеш бармы?
– Ике миҫал менән һөйләп үткем килә: был программа ла бик кәрәкле ине, һөҙөмтәләре булды. Тамырҙары менән Күгәрсен районынан булған Әлиә Китикова беҙ ойошторған башҡорт класында белем алды. Матур бейей ине, Ханты-Мансийск ҡалаһындағы талантлы балалар үҙәгенә лә йөрөнө. Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлап, Сорғот ҡалаһында балаларҙы бейергә өйрәтә. Әлбиттә, унда төрлө милләт балалары йөрөй. Шулай ҙа, төрлө халыҡ һәм заман бейеүҙәре менән бер рәттән, башҡорт бейеүҙәрен дә сәхнәгә сығара.
Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияһын, артабан Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған Артем Юлыев Мәскәү ҡалаһының спорт комитетында эшләп йөрөй. Быйылғы футбол буйынса донъя чемпионатын ойоштороусыларҙың береһе булды. Даими аралашып торабыҙ, үҙе шылтырата, рәхәтләнеп башҡортса һөйләшә. Ошо ике миҫалда милли тәрбиәнең мөһимлеген аңлатып була, башҡорт класына йөрөүҙәре бушҡа булманы. Ә ундай уңыштарға өлгәшкән егет-ҡыҙҙар беҙҙә байтаҡ.
– Киләсәккә ниндәй уй-ниәттәрегеҙ бар?
– Ошо арала 2019 йылдың мартында үтәсәк Рәсәй төбәктәре башҡорттары мәҙәниәте көндәре марафонында ҡатнашыу өсөн ярҙам күрһәтергә билдәле режиссер, бейеүсе Рәйес Низаметдинов килә. Ә һеҙ беләһегеҙ, ул оҫта уҡ атыусы ла. Ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тотоп, унан оҫталыҡ дәрестәре алырға ине. Һаулыҡ өсөн дә файҙалы, милли спортты ла тергеҙәбеҙ. Көрәшселәр байтаҡ, хатта махсус белемдәре булған тренерҙар, мәктәптәр ябылғас, был яҡтарға эшкә килде.
– Ситтә милләттәштәребеҙҙе берләштереү ауырмы?
– Юҡ, күңелдәге һағыныу хисе беҙҙе берләштерә лә инде. Мин бер үҙем булһам, ҡоролтай эшен алып бара алмаҫ инем. Сөнки төп эшемдә лә мәшәҡәттәр етерлек. Әммә ярҙамсыларым, теләктәштәрем, яҡташтарым күп. Уларға рәхмәтлемен. Беҙ берҙәмлек менән көслөбөҙ!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рәүҙәт Абдулхаҡ улы! Артабан да шулай берҙәм булып, башҡорт милләтен данлап йәшәгеҙ, эшләгеҙ!
Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.