14.12.2018
«Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»
Өфөлә башҡорт теле көнө уңайынан күркәм сара ойошторолдо
Һәр халыҡтың туған теле – уның мәҙәниәте, тарихы көҙгөһө. ЮНЕСКО тарафынан 21 февраль Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителгән. Шуға ҡарамаҫтан, башҡорт теленең үҙ көнө бар. Ул күренекле мәғрифәтсе, шағир, яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулла хөрмәтенә, тап уның тыуған көнө уңайынан 2015 йылдан алып билдәләнә. Был бик хупланған эш. Сөнки телебеҙ сафлығы, матурлығы, аһәңлеге өсөн арымай-талмай көрәшергә, эшләргә кәрәк. Юғары мәҙәниәтле булыуға туған телеңде яҡшы белеү ҙә инә. Үҙ халҡына әсә телендә хеҙмәт күрһәтә алмаған кешене, ниндәй генә вазифа башҡарыуына ҡарамаҫтан, юғары мәҙәниәтле тип әйтеп булмай.
Башҡорт теле көнө уңайынан БР Мәғариф министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Конгресс-холда күркәм байрам ойошторҙо.
Был байрамға ҡарата Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты бер нисә интернет-конкурс иғлан иткәйне. Башҡорт теленә ҡарата һөйөү уятыуға йүнәлтелгән социаль видеоролик һәм плакаттар, иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусылары, педагогик хеҙмәт ветерандары тураһындағы видеояҙма, әҙәби тәржемә – был конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәне, уҡыусылар менән бер рәттән, өлкәндәр ҙә ҡатнашты. Ә инде уҡыусылар өсөн «Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ» тигән темаға инша конкурсына бик күп эш алынған. Шулай уҡ «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм башланғыс класс уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Башҡорт халыҡ әкиәттәре генә түгел, донъя халыҡтары әкиәттәре лә туған телебеҙҙә яңғыраны. Төркөм менән инсценировкалар ҙа ҡабул ителде.
Сараны асып, республикабыҙҙың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева барыһын да Башҡорт теле көнө байрамы менән ҡотланы һәм ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.
– Телдең киләсәге – балаларҙа, – тине үҙ сығышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин. – 20 – 30 йылдан улар үҙ балаларына туған телен өйрәтһен тиһәк, бөгөн уларҙың күңелен үҫтерергә, телде яҡшы белгәне өсөн ҡанатландырырға бурыслыбыҙ. Киләсәктә тырышып уҡырға, шәхес булырға дәртләндереп торғанда, ыңғай һөҙөмтәне күрәсәкбеҙ. Быйыл инша яҙыу, әкиәт һөйләү бәйгеләре булһа, киләһе йылда конкурстың даирәһе тағы ла киңәйәсәк. Бала телен генә түгел, үҙенең йәшәгән мөхитен дә яҡшы белергә тейеш, тигән маҡсатта топонимика, гидронимика, йәғни ер-һыу атамалары буйынса ла ярыш төрҙәре иғлан итмәксебеҙ. Мәҫәлән, Мәләүез районында төпкөлдә урынлашҡан Ҡотоҡсумған мәмерйәһен геологтар Ожиганов мәмерйәһе тип нарыҡлаған. Тағы береһен Антонов мәмерйәһе тип йөрөтәләр. Йәш быуын тыуған яғы тәбиғәтен яҡшы белергә тейеш. Ғөмүмән, тарихи ер-һыу атамаларын белеү туған телгә ҡарата һөйөүҙе тағы ла арттыра.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты бәйгеләре еңеүселәренә башҡорт телен яҡшы белгән иң һәләтлеләр, төрлө олимпиада еңеүселәре, милли проекттарҙа ҡатнашыусы балалар һәм үҫмерҙәр ҡушылды. Ике йөҙҙән ашыу уҡыусы һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе «Туған тел илселәре» республика слетында ҡатнашыуҙарына бик шат ине. БР Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Розалия Сафиуллина әйтеүенсә, байрамдың быйылғы форматы күпкә киңерәк һәм фәһемлерәк. Республиканың һәр ҡала-районынан һәләтле балалар бындай форумдарҙа күберәк ҡатнашһын өсөн киләсәктә уларҙы төбәктәргә барып уҙғарыу күҙаллана.
Ысынлап та, «Туған тел илселәре»нең йөкмәткеһе бик ҡыҙыҡлы булды. Интеллектуаль уйындарға ҡоролған ете интерактив майҙансыҡ эшләне.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары сығыш яһаған «Белем биреү ойошмаларында милли проекттарҙың үҫеше» тип аталған майҙансыҡта йәштәр өсөн үҙ-ара аралашыу, танышыу, фекер алышыу майҙанына әйләнгән форумдар хаҡында бәйән ителде. Мәҫәлән, «Аҫылташ», «Ҡош юлы», «Мәргән уҡсы» кеүек мәҙәниәтебеҙҙе үҫтергән сараларҙың лидерлыҡты үҫтереү, заманса фекер йөрөтөү, белемгә ынтылыу кеүек сифаттарҙы булдырыуға булышлыҡ итеүен аңлаттылар. Был майҙансыҡта ҡатнашыусы Айрат Батыраев башҡорт телендәге дебат уйындарында призлы урын яулаған. Бишбүләк районының Бикҡол ауылынан килгән егет, ошо көндәрҙә уҙасаҡ Республика милли дебат уйындарында ҡатнашыу өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәт алдым, тип белдерҙе. Етмәһә, форум эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн уға бүләк тә биргәндәр.
– «Туған тел илселәре» тигән акция барышында хеҙмәттәшем Юлай Сәлимгәрәев менән кескәй дуҫтарыбыҙға «Алтын тирмә» интеллектуаль уйынын үткәрҙек, – тип һөйләй Өфөнөң 95-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфирә Миңләхмәтова. – «Алтын тирмә» республикабыҙҙың төрлө ҡала, районынан килгән, туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә битараф булмаған рухлы, талантлы балаларҙы бер ғаилә итеп берләштерҙе. Бер-береһен тәүге тапҡыр күреүҙәренә ҡарамаҫтан, улар командаларға бүленеп, сәмләнеп, зирәклектә, отҡорлоҡта, тапҡырлыҡта көс һынашты. Телһөйәр, илһөйәр балалар менән аралашыуыма, улар менән эшләүемә сикһеҙ шатландым. Уларға ҡарап, ысын күңелдән һоҡландым, телебеҙ киләсәге өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем.
Баймаҡ районының Түбә ауылынан килгән Маргарита Александрова «Мостай иленә сәйәхәт» интеллектуаль уйынында ҡатнашты. Ул башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә һәм республика кимәлендәге олимпиадаларҙа призлы урындар яулаған. Шиғри күңелле ҡыҙ бөйөк әҙиптең әҫәрҙәрен артабан өйрәнергә һәм ятларға дәрт-хис алған.
Ә бына заманса белем биреү өсөн интерактив ҡулланмалар күрһәткән майҙансыҡта йәше-ҡарты мәж килде. «Базис» интеллектуаль үҙәге тәҡдим иткән бындай видеопроекторҙар һәр мәктәптә булһа икән ул! Бының кеүек уҡытыу ҡорамалдарын ҡулланғанда күңелле уйын аша телде өйрәнеүен бала һиҙмәй ҙә ҡала, күрәһең. Интерактив өҫтәлдәр, панелдәр, системалар, таҡталар, иң бәләкәстәр өсөн конструктор, ҡомлоҡ, музыка ҡорамалдары – барыһы ла шул тиклем ҡыҙыҡлы һәм телде тиҙ аңлатыуға ҡоролған.
Ә төштән һуң форумда ҡатнашыусылар бүләкләү тантанаһына йыйылды, «Тамыр» вокаль ансамбле, «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеү коллективы, Наҙгөл Отузова һәм башҡалар ҡатнашлығындағы концертты ҡарап кинәнде. Бер генә бала ла Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләкһеҙ тороп ҡалманы. Ана шулай шаулап-гөрләп үтеп китте сираттағы Әсә телебеҙ көнө. Күптәр уны яҡшы белеүенә ҡыуанып, оло ғорурлыҡ кисерҙе. Башҡорт теленә илтер юлдарыбыҙ күберәк булһын!