«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (10-16 декабрь)



09.12.2018 Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Әүҙем эшмәкәрлек өсөн әлегә ваҡыт килеп етмәгән. Үткән ваҡиғаларҙы барлап сығыу зыян итмәҫ. Артабан алға барыу өсөн, һис шикһеҙ, ҡайһы бер нәмәләрҙән, ышанысһыҙ кешеләр­ҙән ҡотолорға кәрәк булыр. Мәл эштәге мөнәсәбәттәр­ҙе яйға һалыу өсөн уңайлы.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ваҡытында хәл ителмәгән мәсьәләләр һиҙелерлек ҡамасаулар. Ҡайһы берҙәре менән ашығыс рәүештә булышырға тура килер. Тап был арала бәғзеләр оло йәштәге туғандары менән аралашыр. Бер юлы уларҙан урынлы кәңәш тә ишетерһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙналағы хәлдәр һиҙелерлек аҡсалата сығымдар талап итер, моғайын. Был бигерәк тә шишәмбе һәм шаршамбыға ҡағыла. Янығыҙҙа пәйҙә булған шикле кешеләрҙән ары тороуығыҙ хәйерле. Йомала алыҫтан ыңғай хәбәр килер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Төрлө яҡтан яңылыҡтар даими килеп торор. Әйткәндәй, уларҙың күпселеге һәйбәт булыр. Шаршамбы һәм кесе йомала ниндәйҙер юғалтыу кисереүегеҙ ҙә ихтимал. Ләкин һеҙ уны ҡәнәғәтлек менән ҡабул итәсәкһегеҙ. Йомалағы хәлдәргә борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы тамамланыр.

Буға (21.04 – 21.05)
Һәйбәт аҙна. Әллә ни кире ваҡиғалар көтөлмәй. Шишәмбеләге осрашыу-һөйләшеүҙәр кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Кесе йомала бүләк йәки аҡса алырһығыҙ кеүек. Был арала сығымдарығыҙ артыр, ләкин килемегеҙ ҙә ҡәҙимгенән күберәк булыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор барышында күберәк эшләргә, артығын һөйләмәҫкә кәңәш ителә. Теләһә кем менән дә уртаҡ тел табыуы еңеләйер. Ауырлыҡтарҙан, икеле хәлдәрҙән ҡурҡмағыҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Бөтә үҙгәреш һеҙҙең файҙаға тамамланасаҡ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна һеҙҙең өсөн яҡшы килер. Шишәмбелә иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә сисеү юлдарын еңел табырһығыҙ. Шулай ҙа кесе йомала һис тә уйламаған ҡаршылыҡтар килеп сығыр. Артыҡ борсолмағыҙ, уларҙы хәл итергә көсөгөҙ етер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала килемегеҙ ҡәҙимгенән артыр. Ләкин был һеҙҙе артыҡ ҡыуандырмаҫ, сөнки сығымдарығыҙ ҙа һиҙелерлек булыр. Яҡын араға маҡсаттарығыҙ тураһында һөйләмәүегеҙ, яҡшы булыр ине. Һуңғы ваҡытта эргәгеҙҙә ышанысһыҙ кешеләрҙең күбәйеп киткәне һиҙелә.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был аралағы ваҡиғалар тиҙ барған һымаҡ тойолор. Һис тә уйламаған осрашыуҙар булыуы ихтимал. Һуңғы ваҡыттағы тырышлығығыҙҙың ыңғай йомғаҡтары ҡәнәғәтлек килтерер. Дошмандарығыҙ ҡай саҡ һеҙҙән етеҙерәк булһа ла, үҙ көсөгөҙгә ышанысты юғалтмағыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аҙна тыныс үтер. Төп эшегеҙҙә ниндәйҙер үҙгәрештәр булыр. Йондоҙҙар бер ниндәй мәсьәләгә лә ҡыҫылмаҫҡа, ситтән генә күҙәтергә ҡуша. Йомала уйламаған мәшәҡәттәр килеп сығыр. Борсолмағыҙ, уларҙан әллә ни ҙур зыян күрмәҫһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙе һәйбәт көндәр көтә. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе тулыһынса тамамлау өсөн тырышлыҡ күрһәтегеҙ. Яҡындағылар менән кәңәшләшеү ҙә зыян итмәҫ. Ярҙамға ла һәр саҡ өмөт итә алаһығыҙ. Хата ебәреүҙән ҡурҡмағыҙ, йондоҙҙар һеҙҙе һәр саҡ ҡурсалап торор.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Был көндәрҙә эшегеҙҙә һәм өйөгөҙҙә бер аҙ тәртип урынлаштырһағыҙ, яҡшы булыр ине. Ҡайһы бер мөнәсәбәттәр тураһында ла ныҡлап уйларға кәңәш ителә. Уларҙан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ һымаҡ. Шундай араларҙы өҙһәгеҙ, тормошоғоҙ шундуҡ ыңғай яҡҡа үҙгәрер.





Автор: Өмөтбай
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға