«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Әсе ҡамырҙан итле самса



03.12.2018 Әсе ҡамырҙан итле самса

Кем нисектер, мин ҡатлы ҡамыр яһарға яратмайым. Самсаны ғәҙәттә һатып алынған ҡамыр менән эшләй инем. Күптән түгел әсе ҡамыр (сдобный) менән эшләп ҡараным.

120 мл йылымыс һөткә бер ҡап (20 гр) ҡоро сүпрә, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 стакан һыу һалып бутарға. Уға 1 йомортҡа, самалап тоҙ, 60 р ирегән маргарин йә аҡ май, 1,5 стакан он оҫтәп ҡаймаҡ ҡуйылығындағы ҡамыр туҡырға. Ул бер аҙ ҡабарғас, тағы ла 2 стакан тирәһе он һалып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Ҡамыр 1-2 мәртәбә ҡабарып сыҡҡас ҡына самса эшләргә мөмкин.

Эслек өсөн мин фаршты һуған менән яртылаш ҡыҙҙырып алам. Ваҡлап турап быҡтырып һалырға ла була. Теләгән кеше ҡыҙҙырылған кәбеҫтә лә өҫтәй.

Ҡамырҙы ваҡ өлөштәргә бүлеп йәйгәс, һәр береһенә эслек һалып сығырға. Аҙ ғына ҡыҙҙырылған майын да һалырға кәрәк, шул саҡта сәмса һурпалы булып бешә. Ябай өсбосмаҡ кеүек ҡамырҙы йәбештереп сығырға, тик табаға теҙгәндә йәбештергән яғын аҫта ҡалдыраһың. Самсаны ҡайнар мейестә 30-40 минут тирәһе бешереп алырға.





Автор: Г.Ҡыуатова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға