«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бәхеттең ҡәҙерен белеп йәшәй



25.11.2018 Бәхеттең ҡәҙерен белеп йәшәй

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән Лилиә Рәхмәтуллинаның йөҙөндә биш балаһының биш бәхете балҡый

Бала донъяны әсәһе аша танып белә. Әсә һөйөүе уны ғүмере буйы һаҡлай, йәшәргә, эшләргә, үрҙәр яуларға өйрәтә. Әсәй ул өй йылыһы, ғәмһеҙ бала саҡ миҙгеле, тормош юлында яҡлаусы һәм һаҡлаусы, барлыҡ ауырлыҡты еңергә көс биреүсе, борсолоусы, юл күрһәтеүсе. Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәүсе Лилиә Рәхмәтуллина ла һәр балаһына оло һөйөү һәм хәстәр менән баға. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡыҙҙарға биргеһеҙ ыҡсым кәүҙәле, еңел һөйәкле ҡатынға ҡарап, биш улан әсәһе тип уйламаҫһың да. Нур балҡыған мөләйем йөҙлө, нәзәкәтлелек бөркөлөп торған Лилиә Әхмәт ҡыҙы үҙенә мәрхәмәтле әсәнең сағыу образын туплаған.

Ҡатындың һөйгән йәре менән ҡауышыуҙарына ике тиҫтәнән ашыу ваҡыт уҙған. Әйтерһең дә, барыһы ла кисә генә булған кеүек. Егет тә, ҡыҙ ҙа бер ауылда тыуып-үҫкән, тик быға тиклем аралашҡаны булмаған. Әрме хеҙмәтенән ҡайтып төшкән Айнурға Лилиә бер генә күҙ һирпеүҙән ҡойолоп төшә. Тегеһе лә һылыуҡайға иғтибар итә. Шулай итеп йәш йөрәктәрҙә ғишыҡ уты тоҡана.

Бөгөн иһә Рәхмәтуллиндар – лайыҡлы балалар үҫтереп, йәш саҡтағы мөхәббәтен ғүмере буйы һаҡлап ҡалған матур һәм бәхетле парҙарҙың береһе. Ҡатын балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләһә, ә ир урындағы тау-саңғы комплексында тир түгә. Мөхәб­бәтле ғаилә ил күрке бит, Илнар, Наил, Тимур, Арыҫлан һәм Эмир атлы улдар ҙа ата-әсә үрнәгендә тыныс холоҡло, тәртипле, уңған булып буй еткерә. Ишле ғаиләлә балалар бер-береһен тәрбиәләй, тиҙәр. Ысынлап та, малайҙарҙың өлкәндәре бәләкәйҙәренә терәк-таяныс була белә. Әйткәндәй, ҙурҙары бөгөн дипломлы белгестәр инде. Илнар – Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын, Наил Урал аръяғы физик культура һәм һаулыҡ колледжын тамамлаған. Бәләкәстәр ҙә ағалары кеүек һис тә һынатмай – яҡшы уҡый, спортҡа ылыға.

Үҙ ояларын бына тигән итеп хәстәрләгән Рәхмәтуллиндар. Тырышлығы һөҙөмтәһе булып ҡалҡып ултырған иркен йорт һәр саҡ бөхтәлеге, таҙалығы менән таң ҡалдыра. Әйтерһең дә, биш малай түгел, ә биш ҡыҙ тәрбиәләнә – бөтә әйбер үҙ урынында, тәртиптә. Йорттағы бар гүзәллек – хужалар­ҙың ҡул эше, ижад емеше. Гөлдәр үҫтерергә яратҡан Лилиә апай һәр сәскәгә наҙлап баға. Хужабикәгә яуап итеп, гөлдәре тағы ла күркәмерәк булып, күкрәп үҫә. Ҡул эшенә оҫта ҡатын селтәр һәм милли ҡурсаҡ тегеү шөғөлдәрен үҙ итә. «Киленемде башта уҡ һынап, күҙәтеп йөрөгәндән һуң, бик ҡәнәғәт ҡалғайным. Бөгөн дә уның тураһында маҡтау һүҙҙәре генә әйтә алам, – ти уның ҡәйнәһе Рәйлә Рәхмә­туллина. – Барыһына ла һәр саҡ йөҙө яҡты, улымдың өҫ-башы, тамағы ҡараулы – әсә кешегә тағы ни кәрәк? Татыу ғүмер итеүҙәренә бер ҡыуанһам, ейәндәремдең тәртипле, итәғәтле булыуына ҡарап, шатлығым икеләтә арта. Ҡоҙа-ҡоҙағый менән дә бер туғандай дуҫбыҙ. Айнур улым менән Лилиә киленем беҙҙе бер ғаилә сараһынан ҡалдырмай. Уларға барһаҡ, урындарыбыҙ гел түрҙә була».

Әйткәндәй, Лилиә апай үҙе лә ҡәйнә. Илнарҙың күптән яратып дуҫлашҡан ҡыҙы барлығын, ҡыҙҙың да хистәре саф булыуын белгән ата-әсә йәштәрҙе никахлаштырыу яғын йәһәтләй.

– Улдарым янына Альбина ҡыҙым да өҫтәлде, Аллаға шөкөр, – тип ҡыуана әсә. – Киленем – буласаҡ табип, Өфө медицина колледжын тамамлап, бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала.

Оҙаҡ йылдар бер хеҙмәт урынында эшләгән Лилиә Әхмәт ҡыҙын сабыйҙарға йылы мөнәсәбәтле, сабыр һәм эшһөйәр булғаны өсөн ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә. Эшендә һәр сараның уртаһында ҡайнай, күңеле йыр-моңға асыҡ.

– Яҙмышыма рәхмәт әйтеп, һәр яңы көнгә ҡыуанып йәшәйем. Ике яҡлап та терәк булған ата-әсәйем һәм ҡайны-ҡәйнәм бар – был бит оло бәхет. Балаларым олатай-өләсәй наҙына төрөнөп үҫә. Ололар рухи һәм кәрәк саҡта матди яҡлап та ярҙам итеп ебәрә, – әсә йөрәгенән сыҡҡан ихлас һүҙҙәр был.

Өйҙә тыныслыҡ һәм именлек булдырыу өсөн нескә генә иңдәре менән тауҙар аҡтарырға әҙер булған, ғаилә усағын һаҡлаған Лилиә Рәхмәтуллина кеүек һоҡланғыс әсәләр менән донъя йәмле, аштар тәмле. Әсәйҙәргә дан йырлай торған ошондай байрам булыуы бик тә күңелле. Һәр кемде әсәһе йылы ҡарашы менән оҙаҡ йылдар оҙатып барһын!

Лилиә ХӘЛИТОВА.
Хәлиҙә БАЯЗИТОВА фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға