«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын



02.12.2018 Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында гөл үҫтерергә яратыусыларыбыҙ бик күп. Улар өсөн түбәндәге кәңәштәр бик ярап ҡалыр.

✔Йортта һауа үтә ҡоро булһа, гөлдәргә айына бер тапҡыр һөт һалығыҙ.

✔Гөл һауыттарының урынын йыш алмаштырырға кәңәш ителмәй. Баҡһаң, гөл ҡат-ҡат яҡтыға борол­һа, япраҡтары зәғифләнә икән.

✔Әгәр гөлдөң тупрағы кибеп, ярылып бөтһә, бер аҙ бысҡы вағы һәм ҡом һалырға кәрәк.

✔Гөлдәргә һыу һипкәндән һуң, бер-ике сәғәт үткәс төптәрен яңынан тикшереп сығығыҙ. «Йота» алмай ултырғандарының артыҡ һыуын түгегеҙ.

✔Фикустың япраҡтары ялтырап торһон тиһәгеҙ, тамыры менән тоташҡан урынға бер балғалаҡ кастор майын һибеп ҡуйығыҙ.

✔Гөлдәргә йылытыусы ҡорамалдар ғына түгел, үтәнән - үтә ел, тәмәке төтөнө лә зарарлы.

✔Балсыҡтан яһалған гөл һауытына сәскә ултыртыр алдынан, уны (һауытты) бер тәүлек буйы һыуҙа тотоғоҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға