«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хужабикәләргә кәңәш



30.11.2018 Хужабикәләргә кәңәш


✔ Ҡыҙҙырыр алдынан һуғанды онда әүәләп алһаң, ул һарғылт- һары төҫкә инер һәм көймәҫ.

✔ Табалағы һуған еҫен бөтөрөү өсөн ҡыҙыу табаға еүеш сәй төпрәһе һалығыҙ.

✔ Һуған турағанда бысаҡты һалҡын һыуға тығып алығыҙ, әсеһе бер аҙ кәмер.

✔ Һуғандың әсеһен кәметеү өсөн бер нисә киҫәккә бүлеп, һалҡын һыуҙа тотоп алығыҙ.

✔ Әгәр тымау тейһә, һуғанды ҡырғыста ҡырып, һутын һығығыҙ һәм аҙ ғына һыу ҡушып, мамыҡты сылатып, танау ҡыуышлыҡтарына ҡу­йығыҙ.

✔ Урталай ҡырҡылған һуғандың яртыһы менән бысаҡтың тутын таҙартырға мөмкин.

✔ Бысранған сумканы урталай ҡырҡҡан һуған менән ныҡ ҡына ышҡып таҙартып була. Һуған бысранһа, өҫтөн ҡырҡып алығыҙ ҙа, тағы ышҡығыҙ. Һуңынан сумкағыҙҙы ялтырағансы таҙа ҡоро сепрәк менән һөртөгөҙ.

✔ Ризыҡ әҙерләгәндә икегә ҡырҡылған һуған артып ҡалһа, ҡырҡылған урынға тоҙ һибегеҙ ҙә, һауытҡа һалып ҡуйығыҙ. Һыуыт­ҡыста ҡапҡаслы һауытта һаҡлағыҙ.

✔ Һуғанды янып ятҡан мейес, эшләп торған газ плитаһы янында тураһағыҙ, күҙҙәрегеҙ йәшләнмәҫ.

✔ Ағас таҡтала һуған еҫе оҙаҡ һаҡлана. Шуға ла был йәшелсәне пластмасса таҡтала турарға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға